Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты

Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Автономиялы Белем Биреү Учреждениеһы, Милли Тикшереү Университеты.

Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Автономиялы Белем Биреү Учреждениеһы «Бөйөк Пётр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты» Милли Тикшереү Университеты
(СПбПУ, политех)
Исеме

Санкт-Петербургский политехнический университет Петра Великого

Халыҡ-ара исеме

Peter the Great St. Petersburg Polytechnic University

Элекке исеме

Ленинград Политехник институты, Санкт-Петербург дәүләт техник университеты, Санкт-Петербург дәүләт политехник университеты

Асылған йылы

1899

Тип

Юғары Һөнәри Мәғарифтың Федераль Дәүләт Белем Биреү Учреждениеһы

Урынлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Санкт-Петербург

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7810224000
Университеттын баш йорто

Санкт-Петербург дәүләт милли тикшереү политехник университетында 20 факультет һәм 3 филиал бар (Череповец, Сосновый Бор, Чебоксар). Университетта көндөҙгө форма буйынса 18 мең студент уҡый һәм 500 ашыу профессор эшләй.

Донъя фән-мәғариф үҙәктәр араһында алдынғы Рәсәй университеттары конкурентлығын күтәреү проектта ҡатнаша [1]. Ошо юл аша өҫтәмә бюджет аҡса ала.

Тарихы

1899 йылда асылды.

2010 йылдан университет милли тикшеренеү университеты статусты конкурс аша алды.

2015 йылда Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының юғары уҡыу йорттарҙы кәметеү һәм эрләштереү пландар буйынса Санкт-Петербург дәүләт политехник университетына Санкт-Петербург дәүләт сауза-иҡтисад университеты индерелде (берләштерелде).

2015 йылдан Бөйөк Петр исемендәге Санкт-Петербург политехник университеты [2].

Ҡоролош

Университетта 20 нигеҙ факультеттар, 6 факультеттар-курстар (өҫтәмә белем алыу, ситтә тороп уҡыу һәм башҡа), 3 филиал, фән комплексы, профилакторий һәм ял итеү баҙалар. Университета 15 уҡыу, 15 фән корпустар; 13 дөйөм ятаҡтар; 10 күп фатирлы йорттар; Ғалимдар йорто һәм спорт комплексы.

Нигеҙ институты

04.10.2012 794 һанлы бойроғона ярашлы факультеттар инститтурға үҙгәртелде [3]:

Гуманитар һәм иҡтисадТехникФизик
Инженер- иҡтисад ИнститутыИнженер-төҙөлөш ИнститутыФизика, нанотехнологиялар һәм телекоммуникациялар Институты
Гуманитар белем ИнститутыЭнергетика һәм транспорт системалар ИнститутыМатематика һәм механика Институты
Лингвистика ИнститутыМеталлургия, машиналар төҙөү һәм транспорт Институты
Халыҡ-ара мәғариф программалар ИнститутыИнформацион технологяилар һәм идара итеү Институты
Хәрби-техник мәғариф һәм имәнлек Институты
Ленинград машиналар төҙөү заводы эргәһендә Машиналар төҙөү Институты

Филиалдар

  • Чебоксары иҡтисад һәм менеджмент Институты
  • Череповец информацион технологиялар һәм менеджмент Институты
  • Сосновый Бор ҡалаһында Ядер Энергетика Институты

Иҫкәрмәләр

  1. Подробнее о Проекте. www.5top100.ru. 2015 йыл 24 октябрь архивланған.
  2. 2015 йыл 16 март архивланған.
  3. СПбГПУ: Базовые институты

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.