Бәрҙе

Европа бәрҙеhе (лат. Thymallus thymallus, рус. Европейский хариус) — һөмбаш һымаҡтар отряды, һөмбаштар ғаиләһенә ҡараған төр.

Бәрҙе
Бәрҙе
(Thymallus arcticus arcticus)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡылсыҡлы балыҡтар
Отряд: Һөмбаш һымаҡтар
Ғаилә: Һөмбаштар
Суб-ғаилә: Бәрҙеләр
Ырыу: Бәрҙе
Латинса исеме
Thymallus Linck, 1790


Таралыуы

Европанан Уралға тиклем таралған. Рәсәйҙә Аҡ һәм Балтик диңгеҙҙәре (Ҡырымдан, Кавказдан, Днепр бассейнынынан башҡа) тереклек итә. Башҡортостанда Ағиҙел, Ҡариҙел, Урал йылғалары бассейнында киң таралған. Һаҡмар, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларында, Инйәр, Еҙем, Әй, Оло Ыҡ, Нура, Тирлән, Нөгөш, Кесе Нөгөш, Миндәк, Уй, Йүрүҙән һәм башҡа бәләкәй йылғаларҙа осрай.

Ҡылыҡһырлама

Бәрҙе — оҙонса, йомро, бейек һыртлы, етеҙ һәм көслө көмөш һымаҡ балыҡ. Тау йылғаларында һәм күлдәрендә йәшәй. Ите бик юғары сифатлы булып, ҡармаҡ һ.б. менән тотола. Ҙурлығы 30-50 сантиметрҙан артмай торған балыҡтар[1], һөмбаш балыҡтар төркөмөндәге балыҡ.

Бәрҙене башҡа балыҡтарҙан арҡаһындағы оҙон йөҙгөсө буйынса айырырға була. Был иң матур балыҡтарҙың береһе. Арҡаһы ҡара таптар менән ҡапланған һоро-йәшел төҫтә, көмөш тәңкәле. Ауырлығы 500 гр самаһы, һирәк осраҡта килограмдан арта.

Йәшәү рәүеше

Бәрҙе саф һәм Һалҡын һыулы, шәп ағымлы йылғаларҙы ярата. Шуға ла, улар өсөн шаршылар, тау шарлауыҡтары айырыуса уңай. Ҙур көтөү менән йәшәмәй.

Иң эре бәрҙеләр йылғаның ышығына, уға йығылған ағас тирәһенә йәки томбойоҡ араһына йәшенеүсән. Аҙыҡ мул булған ерҙе, ышыҡты, ағас араларын үҙ итә. Ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән, һалҡын урынға, ваҡ йылға тамаҡтарына йыйылалар.

Көҙгөһөн һыу өҫтөндә осоп йөрөгән себен-бөжәктәргә һикереүсән. Ҡышҡыһын ул бигүк хәрәкәтләнмәй.

Был балыҡтың күҙе бик үткер. Ярҙан, йә ағастан төшкән бөжәктәрҙе ҡарап, көтөп кенә тора.

Туҡланыуы

Бәрҙе балыҡтары ер ҡорттары, һыу сәнескәге, ҡарышлауыҡ һәм башҡа төрлө шундай бөжәктәр менән туҡлана. Ярып ҡараған бәрҙеләрҙең ашҡаҙанында селәүсендәр, йәшел ләм һәм үҫемлектәр табыла. Йыл әйләнәһендә туҡлана. Шәп үҫә.

Бәрҙеләрҙең яратҡан урыны — шаршы һәм йылға тупһалары. Кис етеүгә, улар йәшеренгән урындарынан сыға ла һыу өҫтөндә осоп йәки йөҙөп барыусы бөжәктәрҙе ауларға тотона. Эре бәрҙеләр ғәҙәттә өсәрләп-бишәрләп тәрәндәрәк, йәшерәктәре иһә кескәй төркөмдәргә ойошоп һыуҙың өҫтөндәрәк йөҙә.

Бәрҙе һыуҙар боҙҙан арыныу менән (йәғни, апрель, май айҙарында) ыуылдырығын сәсә. Был ваҡытта ул ваҡ балыҡтар менән дә туҡлана.

Үрсеүе

Бәрҙе һыуҙар боҙҙан арыныу менән (йәғни апрель, май айҙарында), һыу температураһы 4° С-та уҡ ыуылдырығын сәсә.

Ҡомло, ҡырсынлы һайлыҡтарҙа инә балыҡ оялар эшләй.Үрсеме — 1 — 36 мең. Уртаса 10 мең тирәһе. Ыуылдырығы асыҡ һары төҫтә була. Диаметры — 3 — 4 мм.

Яралғы үҫеше 3 — 4 аҙна тирәһе дауам итә. Личинкалары ояла оҙаҡ тормай, таралышып бөтә.

Статусы

Бәрҙенең ите йомшаҡ, ҡылсығы аҙ, шуға уға күпләп һүнар итәләр.

Бәрҙеле йылғалар кәмегәндән-кәмей, ҡайһы бер ҡушылдыҡтар бөтөнләй ҡороған һәм ҡороу өҫтөндә.

Бәрҙеләрҙе яһалма үрсетеү хәҙергә алып барылмай, ә йыртҡыстарса тотоуға юл ҡуйыла.

Башҡортостанда бәрҙе тотоу тыйылған, сөнки бәрҙе балығы беҙҙә һаҡлауға мохтаж.

Был балыҡ Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына (категория — IV) һәм Рәсәй Ҡыҙыл китабына (категория — II) индерелгән.

Әҙәбиәт

  • Нафиҡов Шамил. Һыу буйында балыҡсы.— Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1997.— 176 бит.
  • Галеева А. Х. Красная книга // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8 .
  • Баянов М. Г. Редкие виды животных // Башкирская энциклопедия . — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

  1. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.