Бәләбәй районы

Бәләбәй районы (рус. Белебеевский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге – Бәләбәй ҡалаһы. Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышда, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының сағыштырмаса бейек өлөшөндә урынлашҡан. 1930 ойошторолған. Майҙаны 1869 км². Район үҙәге — Бәләбәй ҡалаһы (57,2 мең кеше, 1995).

Бәләбәй районы
Бәләбәй районы
Флаг
Нигеҙләү датаһы 20 август 1930[1]
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәк Бәләбәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Сәғәт бүлкәте YEKT һәм UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 101 896 кеше (2010)[2][3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 388 метр
Сиктәш Бишбүләк районы
Майҙан 1911,2 км²
Рәсми сайт belebey-mr.ru
Урынлашыу картаһы
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Belebeyevsky District[d]
 Бәләбәй районы Викимилектә

Районда 15 ауыл биләмәһе, 2 ҡала биләмәһе бар. Ауыл халҡының уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 9 кеше. Район територияһында Аксаково ҡасабаһы (2,9 мең кеше) урынлашҡан. Күпселек урыҫтар, татарҙар һәм сыуаштар йәшәй.

Билдәле шәхестәре

Географияһы

Ер аҫты байлыҡтарынан нефть (Бәләбәй, Өҫән-Ивановка, Илькин, Елизаветин ятҡылыҡтары), эзбизташ (Красно- Зарницкий, Междугорный), ҡом (Алексеевка, Сысоевка, Бәләбәй), ҡом-ҡырсынташ (Туҙлыҡыуыш), кирбес сеймалы (Бәләбәй) запастары табылған. Ыҡ (ҡушылдыҡтары Өҫән, Рә), Дим (ҡушылдыҡтары Мәнәүез, Ыҫлаҡ, Ҡорҫаҡ) һәм Ағиҙел (ҡушылдығы Сәрмәсән) йылғалары гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә.

Ере һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупрағынан, һелтеһеҙләнгән, карбонатлы һәм типик ҡара тупраҡтан ғибәрәт. Йүкә, саған, имән, ҡайын, уҫаҡ урманы һәм айырым урындарҙағы ҡарағайлыҡ райондың 39% майҙанын биләй.

Бәләбәй һәм Өҫән-Ивановка урман хужалыктарында һары умырзаяны, май ынйыһын, 300 йәшлек һәм 90—125 йәшлек ҡарағайҙар үҫкән ботаник тәбиғи ҡомартҡыларҙы һаҡлап алып ҡалыу маҡсатында заказниктар ойошторолған.

Иҡтисады

Райондың ауыл хужалығы игенселек, һөт-ит малын үрсетеү, сусҡасылыҡ, ҡошсолоҡ буйынса махсуслашҡан. Районда М.Горький исемендәге тоҡомсолоҡ совхозы, Краснознаменка ҡошсолоҡ фабрикаһы бар. Климат һәм ҡымыҙ менән дауалай торған С.Т.Аксаков исеменде һәм “Глуховская" шифаханалары эшләй. Сәнәғәт предприятиелары һәм уҡыу йорттары район үҙәгендә урынлашҡан.

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

ЙылХалыҡ һаны
1939 71 430 [9][3]
1959 35 738 [10][3]
1970 28 486 [11][3]
ЙылХалыҡ һаны
1979 21 253 [12][3]
1989 16 623 [13][3]
2002 17 360 [14][3]
ЙылХалыҡ һаны
2010 101 896 [2][3]
2018 96 826 [15]
2019 96 057 [16]

Транспорты

Район территорияһын Һамар—Өфө—Силәбе тимер юлы һәм Аксаково—Туймазы автомобиль юлы киҫеп үтә. Район ауылдарында 36 дөйөм белем биреү мәктәбе, шул иҫәптән 15 урта мәктәп; 24 дөйөм китапхана, 42 клуб учреждениеһы, 3 дауахана бар. К.Ивановтың мемориаль йорт-музейы (Ыҫлаҡбаш ауылы), Әҙәби-художество музейы (Надеждино ауылы) һәм М.Цветаева музейы (Өҫән-Ивановка ауылы) эшләй.

Иҫкәрмәләр

  1. http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/2-statya/7404-belebeevskij-rajon
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года
  3. Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  4. Генералы и адмиралы. С. И. Куваев. Информационный портал города Белебея (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 сентябрь 2017)
  5. Башҡорт энциклопедияһы — Кузнецов Александр Павлович(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2018)
  6. Башҡорт энциклопедияһы — Михайлов Александр Алексеевич 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)
  7. Прощальное слово. Муниципальный район Ермекеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт.2018, 17 марта 2022 йыл 23 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 август 2018)
  8. Башҡорт энциклопедияһы — ФАЗЛЫЙ Камил (ысын исеме Фазлетдинов Камил Нәжми улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 февраль 2018)
  9. перепись населения СССР 1939 года
  10. перепись населения СССР 1959 года
  11. перепись населения СССР 1970 года
  12. перепись населения СССР 1979 года
  13. перепись населения СССР 1989 года
  14. Всероссийская перепись населения 2002 года
  15. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  16. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.