Бәйғәт мәсете

Бәйғәт мәсете (ғәр. مسجد البيعة; рус. Мечеть Байя) — Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә ҡалаһы эргәһендәге мәсет. Шулай уҡ Әл-Ғәҡәбә убаһындағы мәсет булараҡ та билдәле.

Мәсет
Бәйғәт мәсете
ғәр. مسجد البيعة

Бәйғәт мәсете
ИлСәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны
ПровинцияМәккә (административ округ)
ҠалаМәккә
йүнәлеш, мәктәпсөнни
Төҙөлөштө башлаусыӘбү Жәғәфәр әл-Мансур
Төҙөлөш ???—761 йыл йылдар
Торошоэшләй

Тарихы

Бәйғәт мәсете 761 йылда хәлифә Әбү Жәфәр әл-Мансур бойороғо буйынса әл-Бәйғәт тигән урында, Ғәрәфәт тауы менән Мина үҙәне араһындағы юлдан алыҫ түгел әл-Ғәҡәбә тауы битләүендә һалына[1].

Тап ошо урында 621 йылда Ғәүс һәм Хәзрәж ғәрәп ҡәбиләләре вәкилдәре һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән осрашҡан. Ун ике ансар (10 хәзрәжи һәм 2 ауси) Мөхәммәт Пәйғәмбәргә урлашмаҫҡа, зина ҡылмаҫҡа, балаларҙы үлтермәҫкә, яла яҡмаҫҡа һәм ғәйбәт һөйләмәҫкә тантаналы Бәйғәт (ант) килтерә[2]. Улар шулай уҡ Мөхәммәткә, Пәйғәмбәр булараҡ, буйһонорға, Аллаһ ихтыярын үтәргә, Рәсүлгә шатлыҡта ла, ҡайғыла ла тоғролоҡ һаҡларға ант иткән[3]. Ғәҡәбә янындағы ант һүҙмә-һүҙ Әл-Мүмтәхәнә сүрәһенең 12 аятынан өҙөктө ҡабатлай[1].

Атама шул Ғәҡәбә янында беренсе бәйғәткә бәйле килеп сыҡҡан.

Тасуирламаһы

Бәйғәт мәсете Мәккәнән көнсығышҡа табан, әл-Ғәҡәбәләге джәмрәнән 300 метр алыҫлыҡта, Джәмәрәт күперенең уң яғында урынлашҡан.

Мәсеттә асыҡ ихата бар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Watt W. Montgomery, 1960—2005
  2. В доисламской Аравии язычники часто закапывали заживо новорождённых девочек из-за их пола.
  3. Али-заде, 2007

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.