Бүре муйылы

Бүре муйылы - (Rhamnus), эт муйылы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Бүре муйылы

Эс китәргес бүре муйылы ботағы емештәре менән
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rhamnus L., 1753

Номенклатура тибы
Rhamnus cathartica L., 1753 Жостер слабительный

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  28561
NCBI  3609
EOL  32785
GRIN  10359
IPNI  33514

Ботаник ҡылыҡһырлама

Күп тармаҡлы ҡыуаҡ йәки 2—5 м бейеклектәге ағас, ике өйлө үҫемлек. Ботағы сәнскеле. Япрағы ябай, эллипс формаһынан алып түңәрәккә тиклем, сите ваҡ киртләсле-бысҡы тешле, ҡараһыу йәшел төҫтә, ҡапма-ҡаршы теҙелешле, емешле ботаҡтарҙа шәлкемгә йыйылғандар. Сәскәһе һарғылт йәшел, 4 ағзалы, ваҡ, япраҡ шәлкеме ҡуйынында урынлашҡан. Май—июндә сәскә ата. Емеше ҡара төҫтә, һутлы, төшлө (ғәҙәттә 3—4 төшлө), август — сентябрь өлгөрә.

Таралышы

Яҡынса 150 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда эскитәргес бүре муйылы үҫә. Һыубаҫар туғайҙа, киң япраҡлы урман ситендә, уба битләүҙәрендә үҫә; республиканың бөтә территорияһында таралған.

Файҙаланылыуы

Дарыу үҫемлеге, медицинала емеше ҡулланыла. Баллы, декоратив үҫемлек. Ҡайыры, үҙағасы һәм емеше төрлө төҫтәге буяуҙар алыу өсөн ҡулланыла ала.


Иҫкәртмәләр

    Әҙәбиәт

    • Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Б. К. Шишкин и Е. Г. Бобров. М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1949. — Т. XIV. — С. 641—674. — 790 с. 4000 экз.
    • Medan D., Schirarend C. The Families and Genera of Vascular Plants. — Springer, 2004. — Vol. VI. — P. 332. — 489 p. — ISBN 3-540-06512-1.
    • Bolmgren K. & Oxelman B. (2004). «Generic limits in Rhamnus L. s.l. (Rhamnaceae) inferred from nuclear and chloroplast DNA sequence phylogenies». Taxon 53: 383—390.

    Һылтанмалар

    This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.