Бүре
Бүре (лат. Canis lupus) — эттәр ғаиләһенә ҡараған һөтимәр йыртҡыс йәнлек. Был ғаиләгә ҡараған хайуандар араһында иң ҙуры. Уның оҙонлоғо 160, бейеклеге 90 сантиметрға, ауырлығы 40—45 килограмға барып етә. Ата бүре инә бүрегә ҡарағанда бер аҙ ҙурыраҡ, маңлайы киң, эре һөйәкле була. Башы, бигерәк тә муйыны ҙур. Тештәре һәм яңаҡтары шул тиклем көслө, хатта ҡапҡанға эләккәндә тимер сымдарҙы һәм пружиналарҙы өҙә. Йөнө ҡуйы. Башлыса бүре һоро төҫтә була. Урыҫтарҙа «серый волк» тигән әйтем дә бар. Һоро төҫлө булыуы менән аңлатылһа ла, араларында аҡ төҫлөләре лә осрай. Башҡорттар уларҙы күк бүре тип йөрөтә. Бүреләрҙең төҫө уларҙың ҡайҙа йәшәүенә лә бәйле. Мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта — күк төҫлөләре, көньякҡа табан-һоролары осрай.
Бүре | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярым төрҙәр | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ҡарағыҙ:
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ярым төрҙәр ареалы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Йәшәгән урыны
Бүреләр элек Көньяҡ, Көнсығыш һәм Төньяҡ Американан башҡа бөтә төбәктәрҙә лә киң таралған булған, ләкин кешеләрҙең аяуһыҙ ҡырыуы арҡаһында улар Көнбайыш Европала бөтөнләй бөтөрөлгән. Ҡушма Штаттарҙың күпселек төбәктәрендә һәм Японияның байтаҡ утрауҙарында юҡ ителгән.
Бүре биологик яҡтан бөтә тәбиғәт шарттарында, Ер шарының күпселек өлөшөндә йәшәй. Шуныһы: ул кешеләр булған ергә тартыла. Әммә йылғаларҙан, күлдәрҙән алыҫ китмәй, сөнки һыуға мохтажлыҡ кисерә. Һәр өйөрҙөң һәм парҙың айырым биләмәләре була. Үҙҙәренсә уның сиген дә билдәләйҙәр. Башлыса биләмәләрен һейҙек менән уратып алалар. Сит еҫ аңҡыған ергә башҡаһы инергә тейеш түгел. Биләмә сиктәренең диаметры ҡышын хатта 30—60 саҡрымға барып етә. Яҙын, парлашҡан осорҙа, бүреләр биләмәһенең диаметры 40—50 саҡрым була.
Йәшәү өсөн был йәнлектәр теләһә ҡайҙа оя ҡора. Таулы урындарҙа мәмерйәләрҙе, ҙурыраҡ тишекле ҡаяларҙы үҙ итһәләр, урмандарҙа ҡыуышлыраҡ урынды һайлайҙар, хатта бурһыҡ, төлкө өңдәренән дә тартынмайҙар.
Бүре эт ғаиләһенә ҡараған йәнлектәрҙең иң аҡыллыһы һанала: өйөрҙөң ойошоуы, унда һәр береһенең уҙ урынын белеуе быны иҫбатлай. Ҡулға эйәләштерелгән бүре иһә бөтә нәмәгә лә, эткә ҡарағанда, тиҙерәк өйрәнә, хәрәкәттәрҙе лә тиҙерәк иҫендә ҡалдыра.
Һунарҙа улар шул тиклем дәррәү эш итә, быға хатта белгестәр ҙә аптырай. Табыш артынан барғанда бер-береһе артынан, эҙҙәренә баҫып тигәндәй, сылбыр рәүешендә китһәләр, уға килеп етеү менән тиҙ генә һәр ҡайһыһы уҙ урынына «һибелә». Һунарҙа еҫ тойоу һәм ишетеү һиҙемләүенә ышаналар. Байтаҡ аранан да һунарсы менән мылтыҡһыҙ кешене айыра алалар.
Бүре — хәрәкәтсән йыртҡыс. Сапҡанда сәғәтенә һигеҙ-туғыҙ саҡрым араны үтһә, табышын эҙәрлекләгәндә йәки һунарсынан ҡасҡанда сәғәтенә 60 саҡрымға тиклем 20 минут буйы саба һәм көнөнә 30—50 саҡрым юл үтә ала. Оҙонлоҡҡа иһә биш метрға тиклем һикерә.
Бүреләр үҙ биләмәләренең бер генә мөйөшөндә тормай. Һәр урында 1—6 тәүлек кенә булалар. Һунарға йөрөгәндә лә бүренең айырым «маршруты» була. Быны ул йылдар буйы үҙгәртмәҫкә мөмкин.
Һунар
Бүре бик көслө йәнлек. Алты йыртҡыстан торған өйөр оло мышыны йыға ала. Хатта ул Һарыҡ-кәзәне елкәһенә һалып та эҙәрлекләүҙән ҡотола. Ике бүренең үҙҙәре йыҡҡан атты һаҙлыҡлыраҡ урындан бейек ярға һөйрәп мендергән осрағы ла була. Был йыртҡыс ҙур йәнлектәр менән генә туҡланмай. Эргә-тирәһендәге бөтә януарҙар араһынан ул табышын эҙләй. Сысҡандар күбәйеп китһә, уларҙы тота, ҡуяндар бар икән, уны эләктерә. Дала яғында хатта сиңерткәләр менән тамаҡ туйҙыра. Ауылдарға яҡын урындарҙа йорт хайуандарына һөжүм итә, эттәрҙе һәм бесәйҙәрҙе лә аямай. Бүре ашауға талымһыҙ. Бүрене башҡа йәнлектәргә һөжүм итеүенә ҡарап, «йыртҡыс» тиҙәр, әммә бүре үләндән, еләк-емештән дә баш тартмай.
Был йәнлектәр, нигеҙҙә, төндә һөжүм итә. Табышты тамаҡтарына төшөрөүҙәренең бер нисә алымы бар. Яңғыҙ бүре, мәҫәлән, уға шым ғына яҡынлаша һәм ҡапыл һикерә. Өйөр һунар иткәндә иһә «ҡыуып индереү» ысулын ҡуллана. Был осраҡта йыртҡыстарҙың төп маҡсаты — көтөүҙе ҡапыл ҡурҡытып, араларынан иң көсһөҙ бер-икәүһен һайлап ҡалдырыу. Әгәр ҙә табыш артынан ҡыуыу 200—300 метрҙан да ашһа, өйөр туҡтай: көстәрен бушҡа әрәм итмәйҙәр.
Өйөргә ярты тонналы мышыны йәки боланды йығыуы бер ни тормай. Табышты эләктергәс, иң башта өйөр башлығы тамағын туйҙыра. Ул иттең яҡшыһын ғына ашай, малдың ҡанын эсә. Һуңынан, өйөрҙә тотҡан урындарына ҡарап, башҡалары өлөш бүлешә. Ашап туйғас, улар һыуһынын ҡандырыр һәм табыштарының ҡанынан йөндәрен йыуыр өсөн яҡындағы йылғаға һәм күлгә төшә. Бер аҙ ял иткәс, тағы ашарға киләләр. Әгәр ҙә өңдәрендә уларҙы имеҙгән инә бүре ҡалһа, ата бүре сей килеш ҡорһағында иҙелгән килеш биш килограмға яҡын ит алып ҡайта ала.
Ғаилә
Ғүмеренең байтаҡ өлөшөн ғаиләлә, һуңынан ғаиләнән хасил булған өйөрҙә үткәрә. Был һунар итеү өсөн ҡулайлы булыу менән аңлатыла. Өйөрҙөң төп нигеҙен үрсем биреүсе парҙар тәшкил итә. Был бүреләр тоғролоҡтарын ғумер буйы, береһе үлгәнсә һаҡлай. Тоҡомдарын дауам иттереү ваҡыты етһә, улар өйөрҙән айырылып тора. Ҡышын иһә ололарға һәм көсөктәргә яңы тыуған йәштәр ҡушыла. Шулай итеп, алты — ун ике йәнлектән торған өйөр барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә ул артыҡ ҙурайып китһә, ике һәм унан да күберәк өлөшкә бүленә. Йәш төркөм иһә яңы ер эҙләп китә.
Бүре өйөрөндә, ғәҙәттә, ике параллель — ата һәм инә бүреләр өсөн айырым иерархия урынлаштырыла. Һәр береһенең башында башлыҡ була. Уны белгестәр «альфа» тип атай. Ата «альфа» бөтә өйөргә лә хужа. Инә башлыҡ ҡайһы бер осраҡтарҙа бөтә өйөрҙөң иғтибар үҙәгендә була. Мәҫәлән, ҡышын нәҡ ул дөйөм олоуҙы (башҡа өйөр менән аралашыуҙы, ҡурҡыныс янауын, табыш тураһында иҫкәртеүҙе һәм башҡаларҙы аңлата) башлап ебәрә.
Өйөрҙә һәр ваҡыт социаль статус билдәләнеп тора: иерархияның түбәндәрәк баҫҡысында торғандар гелән өҫкәрәк үрләргә тырыша. Шуға башлыҡ һәр саҡ үҙ урынын иҫбатлай, әммә был өйөр эсендә талашҡа килтерә тигән һүҙ түгел. Бөтә мөнәсәбәттәр айырым ымдар, ырылдауҙар һәм йәнлектәрҙең кәүҙәләренең тотошо аша алып барыла. Өйөрҙәр бер-береһе менән бик һирәк осраша. Күрешкәндә лә һуғышып бармайҙар. Аралашыуҙары ым һәм ырылдау менән сикләнә. Хатта һирәк кенә осраҡта өйөрҙәрҙең берләшеүе ихтимал.
Ымдар аша аралашыу
Ымдар һәм кәүҙәнең тотошо аша аралаша, тинек. Әллә ҡайҙа китмәй, эттәргә иғтибар менән ҡараһаҡ та, бүреләрҙең үҙ-ара нисек аңлашыуын төҫмөрләргә мөмкин. Мәҫәлән, шатлыҡтарын, сәләмләүҙәрен белдерһәләр, ҡойроҡтарын һелкәләр (ә былай бүреләрҙең ҡойроғо күпселек ваҡытта хәрәкәтһеҙ йөрөй), артҡы аяҡ араһына ҡыҫһалар — ҡурҡыуҙы һәм буйһоноуҙы, арҡаһы менән тигеҙ итеп һуҙылһа, көс һәм бойондороҡһоҙлоҡто аңлата. Бүре ирендәрен һелкеткеләһә, ҡолаҡтарын шымартһа (ҡыҫһа) — асыу билдәһе һ.б. Олоуҙың да үҙенсәлектәре була. Ата бүре менән инә бүре, бер йәшлектәр һәм унан ҙурыраҡтар, кесерәктәр — һәр береһе төрлөсә олой. Был тауыштарының төрлөлөгөнән генә килмәй, өйөрҙә тотҡан социаль урындарына ла ҡарай.
Бүре көсөктәре инә һөтөн өс-дүрт ай имә. Көсөктәр ике-өс айлыҡ булғас, уларға әсәһе ярым эшкәртелгән итте ашата һәм сей иткә өйрәтә башлай. Көсөктәр өс-дүрт айлыҡ саҡтарынан уҡ өлкәндәрҙең хәрәкәтен ҡабатлай. Ә дүрт-биш айлыҡтары сысҡан һымаҡ ваҡ йәнлектәргә һөжүм итеп ҡарай. Йәштәре тулғансы улар «икенсе ролдә» йөрөй. Бүренең ғүмеренә килгәндә, тәбиғәт шарттарында һирәк кенә һигеҙ-ун йыл йәшәйҙәр, ә зоопарктарҙа егерме йәшкә еткәндәре лә осрай.
Башҡорт халҡында бүрегә табыныу
Башҡорт халыҡ ижады ҡомартҡыларында бүре боронғо ырыу башлығы булып һүрәтләнә. «Баш», «ҡорт» тамырҙарын башҡорт этнонимының барлыҡҡа килеүе менән бәйләйҙәр. Бөрйән, тәңгәүер, үҫәргән ырыуҙарына ҡараған көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында ата-бабаларының Көньяҡ Уралға килеп төпләнеүҙәре, йәшәү өсөн яңы урынды күрһәткән бүре тураһында легендалар бар. Хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Башбүре ауылы, Башҡортостандың Хәйбулла районы Һаҡмар Бүреһе (рәсми исеме Һаҡмар — Наҙарғол) ауылы халҡы үҙҙәрен бүре тоҡомо тип иҫәпләй. 17—18 быуаттарҙа тотем бүре башы һүрәте көньяҡ-көнсығыш башҡорттарында улус старшиналарының тамғаһы булған. Бүренең аҙау тештәре, тырнаҡтары, йөнө сихри көскә эйә, тип иҫәпләнә. Уларҙы күҙ тейеүҙән, ауырыуҙан һаҡлаусы булараҡ сәңгелдәккә, балаларҙың кейеменә тағып ҡуйғандар. Бүре башын йорт нигеҙе аҫтына күмеү йолаһы ла бар. Бүре үтен күкрәк ауырыуы, йүткергәндә, ҡотороу менән ауырығанда дарыу итеп ҡулланғандар.
Бүре төрлө халыҡ мифологияһында
Ҡарағыҙ: Бүре культы
Бүре төрлө халыҡ мифологияһында төрлөсә һүрәтләнә: ҡайһы бер милләт вәкилдәре уны изге тип һанай, ҡайһыһы, киреһенсә, ҡара көскә тиңләй. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар.
Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар.
Украиндар мифологияһына күҙ һалһаҡ, бүреләр йылына бер тапҡыр балалай. Ә биш тапҡыр инә булғандарҙың көсөктәре һеләүһенгә әйләнә. Күп халыҡта һеләүһен һәм айыу ҙа ҡара көс әһелдәре тип йөрөтөлә. Насраниҙарҙың (христиандар) пасхаль Всемощная тип аталған көнөндә олоған бүре ит ашаған Раштыуанан алып Бөйөк постҡа тиклемге көндәр һаны тиклем бала таба икән.
Йәғни ул бүре «сит», «ят» тигән мәғәнәлә лә йөрөй, әҙәм затына ят булған ҡара көстәр (мәйеттәр, шайтандар һ.б.) менән йәнәш тора. Ошо хаҡтағы легендаларҙа, шайтан бүрене балсыҡтан яһаған йәки ағастан юнған, тип әйтелә, әммә уға йән бирә алмай. Аллаһы Тәғәлә генә йән бирә. Был һын ҡапыл шайтандың үҙенә ташлана һәм уның аяғын тешләй. Бүренең балсыҡтан әүәләнеүе уны йыландар менән «туғанлаштыра», сөнки йыландарҙы шайтан бүрене яһағандан ҡалған балсыҡтан, ағас юнысҡыларынан барлыҡҡа килтергән, имеш.
Мифологияла бүрене, ҡара көс булараҡ, тәре менән ҡыуыуҙары ла һүрәтләнә. Шулай уҡ сит ил баҫҡынсыларын да бүре өйөрөнә тиңләйҙәр. Ҡайһы бер милләт вәкилдәре ағас олонондағы ҡара бәшмәкте һәм ағастың ҡара үҙәген «бүре» тип атай. Кеше тәненә сыҡҡан шеште бүре һөйәге менән йәки бүре ите ашаған кеше ярҙамында дауалайҙар. Хатта туйҙағы кейәү йәки килен яғынан килгән туғандарҙы «бүре өйөрө» тип йөрөтәләр.
Мифологияла бүрене ҡара көскә тиңләү ҡапма-ҡаршы итеп һүрәтләнә: беренсенән, ошо көс уны ҡыуа һәм ашай. Икенсенән, шайтан үҙе эргәһендә һәр ваҡыт берәй бүрене эйәртеп йөрөтә. Бүренән һаҡланыу өсөн төрлө им-том, уларҙың башлығы тип иҫәпләнгән изгеләргә һәм ендәргә мөрәжәғәттәр ҙә бар. Йыртҡыстың тешен, тырнаҡтарын бетеү итеп муйындарына аҫҡандар, йөрәген, күҙҙәрен дауалау сараһы булараҡ файҙаланғандар. Әйтәйек, сабыйҙың һөт теше сыға башлаһа, бүре тешен баланыҡына тейҙергәндәр. Ҡойроғон ауырыу кеше тағып йөрөр булған. Шулай уҡ сирләй яҙып йөрөгән кешене бүрегә яҡын исемдәр, ҡушаматтар һаҡлай тип уйлағандар. Ат ҡолонлаһа ла, һыйыр быҙаулаһа ла: «Был быҙау түгел, был — бүре», — тигәндәр. Юрауҙарҙан, әйтәйек, ошондайҙары ла бар: ауылға бүре инһә — уңыш булмай; бүре үрсеһә — һуғышҡа һ.б. Ҡыҫҡаһы, уның кире яҡтары тураһында донъя халыҡтары мифологияһында мәғлүмәт етерлек..
Халык әйтһә, хаҡ әйтә…
Айыу балаһын итәккә һалһаң да илекмәҫ, Бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.
Айырылғанды айыу ашар, бүленгәнде бүре ашар.
Ас бүре тотолмаҫ, туҡ бүре ҡотолмаҫ.
Береккән көтөү бүренән ҡурҡмай.
Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай.
Бүрене аяғы туйҙыра.
Бүренән ҡурҡҡан урманға бармаҫ.
Ҡамаулы ҡуйҙы бүре ашамаҫ.
Эт өрә торор, бүре йөрөп торор.
Әҙәбиәт
- Статья из «Жизни Животных» Альфред Брем.
- В. В. Иванов. Волк // Мифы народов мира; Г. Бедненко. Образ Волка у индоевропейцев 2007 йыл 29 сентябрь архивланған.
- Герб с изображением волка.
- Между человеком и волком 2013 йыл 14 октябрь архивланған. // Русский репортёр № 15 (143), 22 апрель 2010
Тышҡы һылтанмалар
- Позвоночные животные России: Волк 2020 йыл 28 ноябрь архивланған.
- Подвиды волков 2007 йыл 18 октябрь архивланған.
- Информация о волках
- Особенности волчьего бега 2010 йыл 5 октябрь архивланған.
- Особенности волчьей охоты(недоступная ссылка)