Боҙборсаҡ
Боҙборсаҡ — ҡойма яуым-төшөмдөң башлыса түңәрәк боҙ киҫәктәренән торған төрө.
Боҙборсаҡ | |
Исем | hailstone һәм grêlon |
---|---|
Төҫ | аҡ |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | лёд[d] |
Непосредственной причиной является | hailing[d] |
Тарҡалыу температураһы | 0 °C |
Не включает | таш[d] |
Боҙборсаҡ Викимилектә |
Башҡорт телендә был атмосфера күренешенең "боҙ яуыу", "борсаҡ яуыу" тигән атамалары ла осрай [1] .
Һүрәтләмәһе
Төрө, төҙөлөшө һәм ҙурлығына ҡарап боҙборсаҡтар бер-береһенән бик ныҡ айырыла. Боҙборсаҡтар миллиметрҙан алып сантиметрға тиклем ҙурлыҡтағы йомро йәки дөрөҫ формаһы булмаған боҙ киҫәктәренән тора[2]. 130 мм дәүмәлгә етеп, 1 кг-ға тиклем ауырлыҡта осрай. Боҙборсаҡтар 1 мм-ҙан да кәм түгел, үтә күренеп торған йәки еңелсә тоноҡ төҫтә була [3].
Метеорологияла боҙборсаҡты ярмалы ҡарҙан айырым ҡарайҙар. Боҙло ямғырҙар боҙборсаҡ төрөнә инмәй.
Борсаҡ, ҡағиҙә булараҡ, йылдың йылы ваҡытында , ғәҙәттә, йәшенле ҡойма ямғыр килгәндә яуа. Ҡайһы берҙә борсаҡ ҡатламы бер нисә сантиметр тәшкил итә. Яуыу ваҡыты: бер нисә минуттан ярты сәғәткә тиклем дауам итә, ғәҙәттә 5-10 минутта үтеп китә. Бик һирәк 1 сәғәт һәм унан да күберәк ваҡыт яуа. Күп ваҡыт йәйге осорҙа һәм көндөҙ яуа. Борсаҡтың төндә яуыуы — бик һирәк күренеш.
Боҙборсаҡты метеорологик күҙәтүҙәр тарихы
«Метеорологическое обозрение» тигән рәсәй журналында профессор А. В. Клоссовский («Труды метеор. сети ЮЗ России» 1889, 1890, 1891) тарфынан борсаҡтың бик ҡыҙыҡлы рәүештәре һәм төҫтәре һүрәтләнгән. Улар таблицала үҙ дәүмәлендә төшөрөлгән. Борсаҡтар Рәсәйҙең көньяҡ-көнбайышында йыйылған: фиг. I — Чернигов губ. 1876 й.; фиг. II — Херсон губ. шул уҡ й.; фиг. III, V, VI, VII, VIII, IX [«Град» таблицаһында 6 борсаҡтан торған төркөм (аҫта.) яңылыш XI һаны яҙылған, унда IX булырға тейеш], X, XI — Херсо губ. 1887 й.; фиг. IV — Таврия губ. 1887 й.; фиг. XII — Подольск губ.; фиг. XIII — Таврия губ. 1889 й.; фиг. XV — Минск губ. 1880 й.; фиг. XVI — Одессала 1881 й. Бигерәк тә IX (а, b, с, d, e, f, g, h, i) [1] фиг. ҡыҙыҡлы, улар Херсон губ., Елизаветград өйәҙенең Зеленовка ауылында, 1887 йылдың 19 авгусында, ҡояштың тулыһынса тотолған ваҡытынан 1 сәғәткә һуңға ҡалып көслө SW дауылы ваҡытында яуған (рис. в тексте); уртаһында ҡара-күк төҫтәге соҡор; уның ситендә фаянсҡа оҡшаған аҡ түңәрәк, урыны менән бысрағыраҡ; уны уратып аҡ фаянсҡа оҡшаған телсәләр һәм тыштан боҙ рәт теҙелеп киткән. IX b һәм с фигуралары ла шуға оҡшаған. Фиг. IX d — шар формалы, өҫтәндә үтә күренеп торған аҡ һыҙаттар. Фиг. IX — яҫы, бер аҙ ҡабарынҡы, аҡ төҫтә. IX h һәм и фигуралар — параллелепип һымаҡ, үтә күренмәле, йәки һөт кеүек, шулай уҡ аҡ фаянс төҫөндә.
Борсаҡтарҙан йыйылған һыуҙың химик анализы уларҙа органик матдәләр, балсыҡ киҫәктәре һәм кварц бөртөксәләре булыуын күрһәткән. Ҡайһы саҡ метероит туҙаны ла осраған. Ҡыҙғылт төҫ биргән ҡыҙыл туҙан да осрай.
Иң ғәҙәти дәүмәл — борсаҡтан күгәрсен йомортҡаһына тиклем ҙурлыҡта була. Шунан ҙурыраҡтар ҙа осрай. 1846 йылдың 11 авгусында Лифляндия губернаһында йоҙроҡ ҙурлыҡ борсаҡ яуған (К. Веселовский. «О климате России», 1857). 1863 йылда Зеландия утрауында хатта ҡыйыҡтарҙы һәм түшәмдәрҙе тишкән боҙ яуған. Өй эсенә килеп төшкән бер киҫәк 15 фунтҡа еткән. 1850 йылда Кавказда 25 фунҡа еткән боҙ яуған (Веселовский, «О климате России», с. 363). Войско Донское Ерендә бер мәл ике аршин әйләнәле боҙ яуған. Профессор Шведо мәҡәләһенән: «Что такое град» («Журн. русского физико-химич. общества» 1881). Миссионер Берлин (Berlyn) көнбайыш Монголияла («Ciel et Terre», т. X). 1889 йылда өс фут ҡалынлыҡта борсаҡ яуыуын яҙған; борсаҡтан һуң дилювиаль ҡойма ямғыр башланған. Борсаҡ температураһы йышыраҡ 0° тирәһе була, әммә ҡайһы саҡ −2, −4, −9° етә. Буссенго хәбәр итеүенсә, 1875 йылда Луара департаментында яуған борсаҡ температураһы −13° , ә һауала +26° булған («Compt. Rend.» T. LXXXIX).
Боҙборсаҡ яуыуҙы иҫкәртеү
Боҙ яуыуҙы иҫкәртеү өсөн:
- Боҙға ҡаршы ракеталар йәки снарядтар ҡулланалар
- осҡостан болот өҫтөнә реагенттар (ғәҙәттә, көмеш иодиды йәки ҡурғаш иодиды) һиптерәләр. Боҙ киҫәктәре ваҡлана һәм ергә төшкәнсе иреп бетә.
Иҫтәлекле факттар
Борсаҡ менән бергә көслө һауа ағымы күтәргән башҡа предметтар ҙа , мәҫәлән,таштар, ағас киҫәктәре һәм башҡалар килеп төшкөләй. 1883 йылдың 4 июнендә Вестмонландта (Швеция) борсаҡҡа ҡушылып сәтләүек ҙурлыҡ тау тоҡомдары яуған (Nordenskjold, изд. Vetenskaps Akademien 1884, № 6); Боснияла 1892 йылдың июлендә ямғырға һәм борсаҡҡа ҡушылып селбәрә ҡойолған («Метеорологический вестник» 1892, стр. 488).
Башҡортостандағы факттар
Башҡортостанда яҙ һәм йәй көндәрендә борсаҡ яуыуы йыш осрай. Йәй көнө яуған борсаҡ уңышты һәләк итеүе менән зыян килтерә.
- 2016 йылдың 28 майында Өфө районы Дмитриевка ауылында дауыл сығып, йәшенләп ямғыр, боҙборсаҡ яуған. Урындағы кешеләр әйтеүенсә, егерме минут эсендә томат үҫентеләренә зыян килгән, ҡайһы бер түтәлдәр бөтөндәй йыуылған [4]
- 2017 йылдың 7 майында Дүртөйлө ҡалаһында боҙборсаҡ яуған [5]
- 2017 йылдың 19 июлендә Ишембай ҡалаһының Көҫәпҡол ауылында йомортҡа ҙурлығы боҙборсаҡ баҡса үҫентеләрен юҡ иткән.Ошондай уҡ көслө яуым-төшөмдән Стәрлетамаҡ районының Максимовка ауылында ла йәшелсә түтәлдәре зыян күргән. Ошо уҡ кисте Хәйбулла районы Мәмбәт ауылында көслө дауыл урындағы мәктәп спорт залының ҡыйығын алып ташлай. Зыян күреүсе булмаған. Воздвиженка ауылында ла балалар баҡсаһы ҡаҙанлығының ҡыйығы зыянланған [6]
Шулай уҡ ҡара
- Ҡар
- Ҡар бөртөгө
- Рашҡы
- Аҡман-тоҡман (фольклорҙа)
Видео
Иҫкәрмәләр
- Русско-башкирский словарь. 1-й т. - Уфа, 2005 - 246-сы б.
- Град убийца 29 июня 2013 Кривой Рог Ужасный град который шел 15 минут — YouTube
- Боҙборсаҡ Дүртөйлө кешеләренең ялын боҙған (недоступная ссылка)
- Көслө боҙборсаҡ йәшелсәләрҙе зыянлаған (недоступная ссылка)
- Боҙборсаҡ Дүртөйлө кешеләренең ялын боҙған (недоступная ссылка)
- Боҙборсаҡ,көслө ел һәм йәшенле ямғырҙар 2017 йыл 24 июль архивланған.
Әҙәбиәт
- Пётр Иванович Броунов. Град, атмосферные осадки // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Женев Р. Град. Перевод с французского, Л., 1966.