Ботаника
Ботаника (бор. грек. βοτάνη — "ботанэ", "йәшеллек, үлән, үҫемлек") — биологияның төп тармаҡтарының береһе, үҫемлектәр тураһында комплекс фән. Ботаника үҫемлектәр батшалығын, автотроф прокариоттарҙы, һәм бәшмәктәрҙе, уларҙың эске һәм тышҡы төҙөлөшөн, үҫешен, Ер шарында таралыуын, тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен һәм бер-береһе менән бәйләнештәрен өйрәнә.
Ботаника | |
Өйрәнеү объекты | үҫемлектәр |
---|---|
Һештег | Botany |
Модель элементы | Альгология |
Вики-проект | Проект:Үҫемлектәр |
Ботаника Викимилектә |
Тарихы
Кеше үҙенең үҫемлектәр донъяһынан айырым йәшәп булыуы мөмкин түгеллеген иртә аңлаған, шуның өсөн үҫемлектәр тураһындағы практик белемдәрҙең барлыҡа килеүе, кеше цивилизацияһының иң боронғо этаптарына тура килә. Беренсе булып үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт Боронғо Көнсығыш яҙмаларында иҫкәртелә. Гректар ботаникаға нигеҙ һалып, фәнгә әйләндерәләр. К. Линней боронғо грек философ һәм тәжрибәсе Теофрасты «ботаника атаһы» тип атай. Урта быуаттарҙа тәбиғи фәндәрҙең абруйы төшә, ботаника XVI быуаттан һуң ғына әүҙем үҫешә башлай. XVIII – XIX быуаттарҙа ботаника айырым фәндәргә бүленә башлай, һәм XX быуаттың беренсе яртыһында үҫемлектәр тураһында комплекс фәнгә әйләнә.
Тикшеренеү предметы
Ботаника үҫемлектәрҙең тышҡы һәм эске төҙөлөшө ҡанундарын (морфология һәм анатомия) өйрәнә: систематикаһын, геологик ваҡыт (эволюция) эсендә үҫешен һәм туғанлыҡ бәйләнештәрен (филогения), ер өҫтөндә үткән замандарҙа һәм хәҙерге ваҡытта таралыу үҙенсәлектәре (үҫемлектәр географияһы), тирә-яҡ мөхит менән бәйләнештәрен (үҫемлектәр экологияһы), үҫемлектәр япмаһы барлыҡҡа килтереүен (фитоценология, йәки геоботаника), үҫемлектәрҙе хужалыҡта ҡулланыу мөмкинлектәрен һәм ысулдарын (ботаника ресурстары фәне, йәки иҡтисади ботаника) үҙ эсенә ала.
Ботаникала:
- тикшереү объекттары буйынса фикология (альгология) — ылымыҡтар тураһындағы фән, микология — бәшмәктәр, лихенология тураһында — лишайниктар , бриология — мүктәр тураһында һәм башҡа фәндәр .бар;
- микроскопик организмдарҙы өйрәнеү, нигеҙҙә, үҫемлектәр донъяһынан (бактериялар, актиномицеттар, ҡайһы бер бәшмәктәр һәм ылымыҡтар) махсус фәнгә — микробиологияға бүленә.
- Үҫемлектәрҙең вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тыуҙырған ауырыуҙары менән фитопатология шөғөлләнә.
Үҫемлектәр систематикаһы
Төп ботаника дисциплинаһы, үҫемлектәр систематикаһы.
Үҫемлектәр донъяһының төрлөлөгөн эҙмә-эҙ буйһоноусы тәбиғи төркөмдәргә — таксондарға (классификация) бүлә. Уларҙың атамаларының рациональ системаһын (номенклатура) төҙөй, улар араһындағы туғанлыҡ (филогения) мөнәсәбәттәрен асыҡлай.
Элек систематика үҫемлектәрҙең тышҡы морфологик үҙенсәлектәренә һәм уларҙың географик таралыуына нигеҙләнә. Әммә хәҙер систематика үҫемлектәрҙең эске төҙөлөшө билдәләрен, үҫемлектәр күҙәнәктәренең структур үҙенсәлектәрен, уларҙың хромосома аппаратын, шулай уҡ үҫемлектәрҙең химик составын һәм экологик үҙенсәлектәрен киң ҡуллана.
Үҫемлектәрҙең (флораның) төрөн билдәләүҙе, ҡағиҙә булараҡ, флористия тип атайҙар. Айырым төрҙәрҙең, ырыуҙарҙың һәм ғаиләләрҙең таралыу урындарын (өлкәләрен) билдәләү хорология (фитохорология) тип атала. Ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫемлектәрен өйрәнеү айырым дисциплинаға — дендрологияға бүленә.
Үҫемлектәр морфологияһы
Систематика менән тығыҙ бәйләнештә үҫемлектәр морфологияһы тора. Ул үҫемлектәрҙең индивидуаль (онтогенез) һәм тарихи (филогения) үҫеш процесында формаһын өйрәнә.
Морфология тар мәғәнәлә үҫемлектәрҙең тышҡы төҙөлөшөн һәм уларҙың өлөштәрен өйрәнә. Киңерәк мәғәнәлә үҫемлектәр анатомияһын: уларҙың эске төҙөлөшөн, бәбәгенең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеүсе эмбриологияны, үҫемлек күҙәнәктәренең төҙөлөшөн өйрәнеүсе цитологияны үҙ эсенә ала.
Үҫемлектәр морфологияһының ҡайһы бер бүлектәре үҫемлектәрҙең ғәмәли йә теоретик әһәмиәте менән бәйле айырым дисциплиналарға бүленә:
- органография — үҫемлектәрҙең өлөштәрен һәм органдарын тасуирлау,
- палинология — һеркә һәм үҫемлектәр спораларын өйрәнеү,
- карпология — емештәрҙең тасуирламаһы һәм классификацияһы,
- тератология — үҫемлектәр төҙөлөшөндә аномалияларҙы һәм деформацияларҙы (терат) өйрәнеү.
Үҫемлектәрҙең сағыштырма, эволюцион, экологик морфологияһы бар.
Үҫемлектәр экологияһы
Үҫемлектәрҙең йәшәү мөхите менән мөнәсәбәтен өйрәнеү ботаниканың ҡайһы бер тармаҡтары менән шөғөлләнә, ҡайһы берҙә үҫемлектәр экологияһының дөйөм атамаһы аҫтында берләштерелә.
Экология тарыраҡ мәғәнәлә йәшәү мөхитенең үҫемлеккә йоғонтоһон, шулай уҡ үҫемлектәрҙең был мөхит үҙенсәлектәренә төрлөсә яраҡлашыуын өйрәнә. Ер өҫтөндә үҫемлектәр билдәле бер бергәлектәр, йәки фитоценоздар барлыҡҡа килтерә (урмандар, далалар, болондар, саванналар һ.б).
Был бергәлектәрҙе өйрәнеүҙе Рәсәйҙә геоботаника, йәки фитоценология тип аталған ботаника тармағы алып бара (сит илдәрҙә уны йыш ҡына фитосоциология тип атайҙар). Геоботаникала өйрәнеү объектына ҡарап урман фәне, болон фәне, тундра фәне, һаҙлыҡ фәне һ. б. айырыла.
Киңерәк мәғәнәлә геоботаника экосистема тәғлимәте, йәки биогеоценология менән бәйле. Ул үҫемлектәр япмаһының, хайуандар донъяһының, тупраҡтың һәм аҫтағы тау тоҡомдарының үҙ-ара бәйләнешен өйрәнә. Был комплекс биогеоценоз тип атала.
Үҫемлектәр географияһы
Үҫемлектәрҙең айырым төрҙәренең Ер шары өҫтөндә таралыуын үҫемлектәр географияһы өйрәнә. Ә үҫемлектәр япмаһының хәҙерге шарттарға һәм тарихи үткәндәргә ҡарап Ерҙә таралыу үҙенсәлектәрен ботаник география өйрәнә.
Палеоботаника
Ҡаҙылма үҫемлектәр тураһындағы фән — палеоботаника, йәки фитопалеонтология үҫемлектәр донъяһы үҫеше тарихын тергеҙеү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә.
Палеоботаника мәғлүмәттәре систематка, морфология (шул иҫәптән анатомия) һәм үҫемлектәрҙең тарихи географияһы мәсьәләләрен хәл итеү өсөн бик мөһим. Уның мәғлүмәттәре шулай уҡ геология (тарихи геология һәм стратиграфия) тарафынан ҡулланыла.
Иҡтисади ботаника һәм этноботаника
Ҡырағай үҫемлектәрҙең файҙалы үҙенсәлектәрен һәм уларҙы үҫтереү мөмкинлектәрен иҡтисади ботаника (иҡтисади ботаника, ботаника ресурстары фәне) өйрәнә.
Иҡтисади ботаника менән тығыҙ бәйле этноботаника — донъя халҡының төрлө этник төркөмдәренең үҫемлектәрҙе ҡулланыуы тураһындағы тәғлимәт. Ғәмәли ботаниканың мөһим тармағы булып ҡиммәтле үҙенсәлектәргә эйә булған үҫемлектәрҙең ҡырағай туғандарын өйрәнеү тора (мәҫәлән, ауырыуҙарға иммунитет, ҡоролоҡҡа ҡаршы тороу һ.б.).
Үҫемлектәр физиологияһы һәм үҫемлектәр биохимияһы
Үҫемлектәр физиологияһы һәм үҫемлектәр биохимияһы һәр ваҡыт ботаникаға бәйләнмәгән, сөнки үҫемлектәрҙә барған физиологик һәм биохимик процестарҙың күбеһе хайуан организмдарында барған процестарға оҡшаш йәки хатта оҡшаш ысулдар менән өйрәнелә.
Әммә үҫемлектәрҙең биохимияһы һәм физиологияһы үҫемлектәргә хас булған ҡайһы бер үҙенсәлекле һыҙаттары менән айырыла. Шуға күрә үҫемлектәрҙең физиологияһын һәм биохимияһын ботаниканан айырыу еңел түгел, бигерәк тә үҫемлектәрҙең физиологик һәм биохимик үҙенсәлектәрен таксономик билдәләр тип ҡарарға мөмкин, шуға күрә үҫемлектәр таксономдары ҡыҙыҡһына.
Ошо уҡ үҙенсәлектәр экология һәм геоботаника, үҫемлектәр географияһы һәм ботаника географияһы, иҡтисади ботаника һәм башҡа проблемаларҙы аңлау өсөн бик мөһим.
Үҫемлектәр генетикаһы дөйөм генетиканың бер тармағы тип тә ҡарала. Әммә уның ҡайһы бер бүлектәре (популяция генетикаһы, цитогенетика) систематика, бигерәк тә бигерәк тә үҫемлектәр экологияһы, геоботаника менән тығыҙ бәйләнгән.
Үрҙә һаналған ботаника бүлектәре араһындағы сиктәр күп осраҡта шартлы, сөнки уларҙың ысулдары йыш ҡына киҫешеп үтә, мәғлүмәттәре үҙ-ара ҡулланыла.
Физиологик анатомия һәм экологик физиология кеүек фәндәрҙең урынын билдәләү, йәки үҫемлектәрҙең систематикала (химиотерапия) ҡулланылған химик үҙенсәлектәрен сағыштырма биохимияһынан айырыу ауыр.
Етмәһә , ботаника бүлектәренең бик тар махсуслашыуы ла бар.
Ботаника башҡа бик күп фәндәр менән тығыҙ бәйләнгән:
- палеоботаника һәм индикацион геоботаника (ҡайһы бер үҫемлектәрҙең һәм уларҙың общиналарының үҙенсәлектәрен файҙалы ҡаҙылмалар күрһәткесе сифатында ҡулланыу);
- химия менән — биохимия һәм физиология, иҡтисади ботаника һәм фармакогноз аша;
- тупраҡ фәне һәм физик географияһы менән — экология һәм геоботаника аша; иҡтисади ботаника аша техник фәндәр менән.
Ботаника — ауыл хужалығының һәм урман хужалығының тәбиғи-тарихи нигеҙе, ҡалаларҙа, курорттарҙа һәм парктарҙа йәшел бина, аҙыҡ-түлек, туҡыма, целлюлоза һәм ҡағыҙ, микробиологик, ағас эшкәртеү сәнәғәте мәсьәләләрен хәл итә. Әммә ботаниканың иң мөһим бурысы булып кешелектең йәшәү мөхитен — биосфераны һәм, иң элек, үҫемлектәр донъяһын — фитосфераны үҫтереү һәм һаҡлау законлылыҡтарын өйрәнеү тора.
Бүлектәре
Хәҙерге көндә ботаника — ул һәр береһенең үҙ мәсьәләһе һәм үҙ тикшеренеү ысулы булған фәндәр системаһы.
- Семантика — ботаниканың иң мөһим өлөшө, ботаник дисциплиналар араһында иң ололарҙың береһе. Үҫемлектәр семантикаһы үҫемлекәрҙең классификацияһын һәм филогенияһын, йәғни таскондар затлығын өйрәнә.
- Морфология — үҫемлектәрҙең үҙенсәлеген һәм төҙөлөш тәртибен өйрәнә.
- Анатомия — үҫемлектәрҙең эске төҙөлөшөн (структураһын) өйрәнә.
- Эмбриология — үҫенте барлыҡҡа килеү тәртибен, артабанғы үҫентенең үҫешен өйрәнә.
- Физиология — үҫемлектәрҙә барған процестарҙы, мәҫәлән, фотосинтез, матдәләр транспортировкаһын, һыу әйләнешен, үҫеү һәм башҡаларҙы өйрәнә. Физиология морфология һәм биохимия менән тығыҙ бәйләнештә тора.
- Геоботаника — үҫемлектәр төркөмөнөң үҙенсәлектәрен, төҙөлөшөн һәм таралыуын өйрәнә.
- Үҫемлектәр географияһы — үҫемлектәрҙең Ер шарында элекке һәм хәҙерге таралыу үҙенсәлектәрен өйрәнә.
- Үҫемлектәр экологияһы — үҫемлектәрҙең бер-береһе менән һәм тирә-яҡ мөхит менән мөнәсәбәтен өйрәнә.
- Ботаник сығанаҡтарҙы өйрәнеү, йәки иҡтисади ботаника — үҫемлектәрҙе хужалыҡта ҡулланыу мөмкинлектәрен һәм юлдарын өйрәнә.
- Фитопатология — вирустар, бактериялар һәм бәшмәктәр тарафынан тыуҙырылған үҫемлектәр ауырыуҙарын өйрәнә.
Өйрәнеү даирәһе буйынса ботаника түбәндәге өлөштәргә бүленә:
- Карпология — емештәрҙе өйрәнә.
- Палинология — үҫемлектәрҙең һеркәләрен өйрәнә.
- Палеоботаника — ҡаҙылдыҡ үҫемлектәрҙе өйрәнә.
- Альгология — ылымыҡтарҙы өйрәнә.
- Микология — бәшмәктәрҙе өйрәнә.
- Бриология — мүктәрҙе өйрәнә.
- Лихенология — лишайниктарҙы өйрәнә.
- Птеридология — ҡаҙаяҡтарҙы өйрәнә.
- Дендрология — ағастарҙы һәм ҡыуаҡтарҙы өйрәнә һәм башҡалар.
Үҫемлектәрҙең биологик систематикаһы
Биноминаль йәки бинар номенклатура — биологик систематикала төрҙәрҙе латин телендә ике һүҙле атама (биномен) ҡулланып билдәләү ысулы.
Атама ике һүҙҙең ҡушылыуынан яһала: ырыу атамаһы исем алына һәм уға сифат һүҙе (эпитет) ҡушыла.
Русса атамала ырыу исеме һәр ваҡыт баш хәреф менән , уға ҡушылған сифат һүҙе һәр ваҡыт бәләкәй генә хәреф менән яҙыла (хатта исемгә ҡараған һүҙ киҫәге ҡулланылһа ла ла).
Башҡортса атамала киреһенсә, төр эпитеты алдан һәм ҙур хәрефтән башлап, ырыу исеме аҙаҡтан һәм бәләкәй хәрефтән яҙыла. Ҡара ҡарағат, Ҡыҙыл көртмәле, Себер ҡарағайы, Туғай клеверы.
Төрҙөң атамаһы (төр эпитет) ырыу исеменән айырым бирелергә тейеш түгел, сөнки ырыу исеме булмаһа, мәғәнәһеҙ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа ырыу атамаһын бер хәрефкә йәки стандарт ҡыҫҡартыуға ҡыҫҡартырға мөмкин.
Миҫалдар
Ғалимдар үҫемлектәрҙең ғилми атамаларын бөтә донъя ботаниктарына берҙәй аңлайышлы булған латин телендә йөрөтәләр. Мәҫәлән, русса Клевер ползучий, латынса Trifolium repens L.
Персик япраҡлы ҡыңғырау сәскә менән киң япраҡлы ҡыңғырау сәскәне Campanula (ырыу исеме) persicifolia ( төр эпитеты) һәм Campanula latifolia тип атайҙар.
Әҙәбиәт
- Ботаника // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Очерки по истории русской ботаники. — М., 1947.
- Русские ботаники. Биографо-библиографический словарь. // Сост. С. Ю. Липшиц. — Т. 1—4. — М., 1947—1956.
- Базилевская Н. А. и др. Выдающиеся отечественные ботаники. — М.: Гос. учебно-пед. изд-во Мин. просв. РСФСР, 1957.
- Развитие биологии в СССР. — М., 1967. — С. 21—158, 695—709.
- Базилевская Н. А., Белоконь И. П., Щербакова А. А. Краткая история ботаники. — М., 1968.
- Ботанический атлас / Под ред. Б. К. Шишкина. — М.—Л., 1963.
- Жуковский П. М. Ботаника. — 4-е изд. — М., 1964.
- Ботаника / Под ред. Л. В. Кудряшова. — 7-е изд. — Т. 1. — М., 1966.
- Викторов Д. П. Краткий словарь ботанических терминов. — 2-е изд. — М.—Л., 1964.