Борсаҡ
Борсаҡ (лат. Písum) — ҡуҙаҡлылар ғаиләһендәге бер йәки күп йыллыҡ үлңсел үҫемлектәр ырыуы; бөртөклө-ҡуҙаҡлы күльтура. Юғары аҡһымға бай үҫемлек. Аҙыҡ түлектә борсаҡ ярма, он, йәшел борсаҡ, ярҙырылған ботсаҡ булараҡ ҡулланыла. Йәшел масса, сенаж, ашлыҡ, һалам мал аҙығы булараҡ ҡулланыла.
Борсаҡ | |||||||||||||||||||||
Борсаҡ. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz», 1885 китабынан ботаник иллюстрация | |||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||
Pisum L. | |||||||||||||||||||||
|
Ботаник яҙма
Үрмәләп уҫә торған һабаҡлы үҫемлек. Япраҡтары ҡаурыйға оҡшаш, мыйыҡтары ярҙамында башҡа үҫемлектәргә үрмәләп үҫә. Сәскәһе — өс елкәнле бағана. Емеше — ике өлөштән торған яҫы яҡлы ярым борсаҡ. Борсаҡтары сфера формаһында, бер яғында мөйөшсөл урыны бар. Сәскә формулаһы: [1]
Орлоҡтарында 25-30 % протеин, 50-56 % углевод, 1,5 % май, 3,5 % клетчатка бар. Борсаҡ ашлығы ҡатнаш аҙыҡ сәнәғәтендә киң ҡуланыла. 1 аҙыҡ берәмлегенә күсереп иҫәпләгәндә, 150 г -дан артык үҙләштерелә торған протеин тура килә. Азот туплауға һәләтле булғанлыҡтан, борсак бүтән үҫемлектәр өсөн ҡиммәтле элгәр культура булып тора. Уртаса өлгөрөшлө сорттар өсөн вегетация осоры 68-86 көн. Борсаҡ өсөн иң яҡшы тупраҡ — әселеге әҙ балсыҡсыл һәм һауа менән яҡшы туйындырылған нейтраль тупраҡ. Фосфорлы һәм калийлы ашламаларҙы күберәк үҙләштерә. Арҡылыға-буйға йә иһә тар рәтле алым менән сәсәләр, орлоҡларҙы сәсеү нормаһы 1,5-3,5 ц/га, сәсеү тирәнлеге 4-10 см. Борсаҡты июль аҙағында йыйалар.
Ҡоротҡостары − борсаҡ ҡуңыҙы, босаҡ бете, борсаҡ емешашары; ауырыуҙары — аскохитоз, күгәрек, онсол ысыҡ.
Иҫкәрмәләр
- Фёдоров Ал. А., Артюшенко З. Т. Атлас по описательной морфологии высших растений. — Л.: Наука, Ленингр. отд., 1975. — С. 12. — 352 с.
Сығанаҡ
- Борсаҡ. Татар энциклопедияһы(недоступная ссылка) (тат.)
Әҙәбиәт
- Горох // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)