Боронғо төрки һүҙлеге
Боронғо төрки һүҙлеге - рус. «Древнетюркский словарь» — боронғо төрки телдәр һәм һөйләштәр (диалекттар) лексикаһынан торған фундаменталь һүҙлек.
Боронғо төрки һүҙлеге | |
Атамаһы | Древнетюркский словарь |
---|---|
Мөхәррир | Тенишев Әҙһәм Рәхим улы һәм Щербак, Александр Михайлович[d] |
Нәшер итеүсе | Наука[d] |
Нәшер ителеү урыны | Санкт-Петербург |
Ил |
![]() |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле һәм Төрки телдәр |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1969 |
Төҙөлөү тарихы
«Боронғо төрки һүҙлеге»н төҙөү 1958 йылда башлана. Бының инициаторы совет лингвист-төркиәтсеһе А. К. Боровков (1904—1962) була. 1958—1962 йылдарҙа ул һүҙлек төҙөүселәргә етәкселек итә. Көтмәгәндә вафат булғас, редколлегияға төркиәтселәр В. М. Наделяев], Д. М. Насилов, Э. Р. Тенишев, А. М. Щербак инә.
Туплау эше 1965 йылда тамамлана, артабан мөхәррирләү дауам итә.
Һүҙлек 1969 йылда Ленинграта «Наука» нәшриәтендә донъя күрә[1]
Иҫкәрмәләр
- Институт восточных рукописей РАН // Древнетюркский словарь
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.