Боронғо төркиҙәр

Боронғо төркиҙәр (күктөркиҙәр; ҡыт. 突厥 — tūjué) — Төрки ҡағанатының башында Ашина ырыуы торған етәксе (гегемон) ҡәбиләһе. Урыҫ телле тарихнамәлә уларҙы билдәләү өсөн йыш ҡына совет тарихсы-этнологы, шәрҡиәтсе Лев Николаевич Гумилёв тәҡдим иткән төркөт (Төрки телдәрҙәге — төрк һәм монгол телендәге күплек суффиксы -өт) термины ҡулланыла. Физик тип буйынса боронғо төркиҙәр (төркөт ҡәбиләһе) монголоидтар[1][2].

Тарихы

Тан империяһы ҡулъяҙмаһы «Таншу»ла Ашина ырыуының сығышы тураһында артабанғыса бәйән ителә. Табғастар төньяҡ Ҡытайҙы яулаған осорҙа еңелгән ҡәбиләләр араһында Ашинаның «биш йөҙ ғаиләһе» була. Был «биш йөҙ ғаилә» IV быуатта ҡытайҙарҙан хуннулар һәм сяньбиҙәр тарафынан яулап алынған Шэньсиның көнбайыш өлөшөндә йәшәгән «төрлө халыҡтарҙың буталыуынан» барлыҡҡа киләләр. Ашина ырыуы Хэсины (Ордостан көнбайышҡа табан Хуанхэ һәм Наньшань араһында урынлашҡан өлкә) биләгән хунну кенәзе Муганюға буйһонған. 439 йылда табғастар хуннуларҙы еңеп Хэсины Вэй империяһына ҡушҡас, «Ашина кенәзе биш йөҙ ғаиләһе менән жужандәргә ҡаса һәм Алтай тауҙарының көньяғына барып урынлаша, жужандәргә тимер сығара» [3].

Боронғо ҡытай хроникаларына нигеҙләнепәүге урыҫ синологы Н. Я. Бичурин боронғо төркиҙәр менән монголдарға ҡараған төшөнсәләрҙең буталыуына иғтибар иткән[4]

Ҡытай сығанаҡтарына ярашлы төркөт ҡәбиләһе (ҡыт. tūjué) хунну ҡәбиләһенән барлыҡҡа килә[5][6]. Византия сығанаҡтарында төрки ҡәбиләләр скифтар (Σκύθαι) тип атала[7][8]. Пехлеви сығанаҡтарында турҙар исеме аҫтында төрки ҡәбиләләр телгә алына[9].

Таулы Алтай үҙәгендә телес ырыуы айырым ҡәүем булараҡ XVIII быуатҡа ҡәҙәр һаҡланып ҡалған, бынан һуң улар теленгиттарға ҡушыла.

Л. Н. Гумилёв Б. Х. Кармышеваның этнографик тикшеренеүҙәрендә нигеҙләнеп хәҙер үзбәктәр составында булған төркиҙәр ҡәбиләһен Урта Азияла төркөт ҡәүеменең туранан-тура тоҡомо тип атай[10].

Хужалығы

Төркиҙәр араһында дала кешеләре лә, ҡала һәм ҡәлғә кешеләре булыуы тураһында урта быуат ғәрәп әҙәбиәтендә күп һанлы дәлилдәр һаҡланған. Төркиҙәр игенселек, балыҡсылыҡ, һөнәрселек, баҡсасалыҡ менән шөғөлләнгән. Игенселек, ер эшкәртеү һәм аҙыҡ-түлек төрҙәренең барлыҡ төп төшөнсәләрен аңлатыусы төрки сығышлы күп кенә һүҙҙәр Мәхмүт Ҡашғариның «Диуану лөғәт әт-төрк» («Төрки һүҙҙәренә аңлатма»; XI б.) тигән хеҙмәтендә һаҡланған[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Артамонов М. И. История хазар // Л.: Изд-во Гос. Эрмитажа, 1962. — С. 155. 2020 йыл 22 октябрь архивланған.
  2. Сорочан С. Б. Византийский Херсон: вторая половина VI-первая половина Х вв. : очерки истории и культуры, Часть 2. — С. 1248.
  3. Какого бы происхождения ни были те «пятьсот семейств», которые объединились под именем Ашина, между собою они объяснялись по монгольски до тех пор, пока перипетии военного успеха не выбросили их из Китая на Алтай. Однако столетнее пребывание в тюркоязычной среде, разумеется, должно было способствовать быстрой перемене разговорной речи, тем более что «пятьсот семейств» монголов были каплей в тюркском море. Надо полагать, что к середине VI в. и члены рода Ашина и их спутники были совершенно отюречены и сохранили следы монголоязычия лишь в титулатуре, которую принесли с собой. Слияние 500 семейств Ашина с местным населением оказалось настолько полным, что через сто лет, к 546 году, они представляли ту целостность, которую принято называть древнетюркской народностью Ашина. Тюркоязычная среда в то время уже успела распространиться далеко на запад от Алтая, в страны, где жили гузы, канглы, или печенеги, древние болгары и гунны

    Гумилев Л. Н. Древние тюрки. М.-Л., Наука, 1967.

  4. Дом Тугю, по-монгольски называется, как ниже увидим, Дулга [Тукюе]. Ориенталисты западной Европы пренебрегли уверением китайской истории, а обратили внимание на созвучность тугю с тюрки, и приняли в основание, что монголы, известные под народным названием дулга, были тюрки; а как предки дулгаского Дома происходили из Дома хуннов, то и хунны были народ тюркского же племени. Сие-то смешение монголов с тюрками повело ученых западной Европы к превратным понятиям о народах монгольского племени, обитавших в Средней Азии в древние времена

    Бичурин Н. Я. Собрание сведении о народах, обитавших в Средней Азии в древние времена. — Москва-Ленинград: Академия наук СССР, 1950. — С. 220.

  5. Бичурин Н. Я. Собрание сведений о народах Средней Азии. — Москва-Ленинград:: Академия наук СССР, 1950. — С. 220.
  6. Савинов Д. Г. Народы Южной Сибири в древнетюркскую эпоху.
  7. G. Moravcsik, Byzantinoturcica II, p. 236–39
  8. Византийские историки Дексипп, Эвнапий, Олимпиодор, Малх, Петр Патриций, Менандр, Кандид, Ноннос и Феофан Византиец.
  9. Авеста в русских переводах. — Санкт-Петербург, 1997. — С. 457. — ISBN 5-88812-039-1.
  10. Гумилёв Л. Н. Л. Н.  Древние тюрки. — М.: 1967. 504 с.
  11. Асадов Ф. М. Арабские источники о тюрках в раннее средневековье. — 1993. — ISBN 5—8066—0343-1.

Әҙәбиәт

  • Ганиев Р. Т. Восточно-тюркское государство в VI - VIII вв. — Екатеринбург: Издательство Уральского университета, 2006. — С. 152. — ISBN 5-7525-1611-0.

Ҡалып:Кёк-тюрки

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.