Благовещен (ҡала, Башҡортостан)

Благовещен — ҡала. Башҡортостандың Өфө ҡалаһынан төньяҡтараҡ 42 км алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Благовещен районының административ үҙәге.

Благовещен
Благовещен
Флаг
Нигеҙләү датаһы 1756
Рәсем
Рәсми атамаһы Благовещенск
Рәсми тел башҡортса‎ һәм урыҫ теле
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Благовещен районы һәм Благовещен ҡалаһы ҡала округы[d][1]
Административ-территориаль берәмек Благовещен ҡалаһы ҡала округы[d][1], Благовещен районы һәм Өфө кантоны
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 35 008 кеше (1 ғинуар 2018)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 120 метр
Майҙан 65 км²
Почта индексы 453430 һәм 453431
Рәсми сайт adm-blagrb.ru
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1756
Урындағы телефон коды 34766
 Благовещен Викимилектә

2009 йылда 33,8 кеше иҫәпләнә.

Тарихы

Ҡала тарихы 1756 йылда төҙөлгән баҡыр эретеү фабрикаһы менән бәйле (хәҙер Благовещен арматура заводы). Ошо уҡ йылда христиан байрамы Благовещения көнөндә сиркәүгә нигеҙ һалына һәм ҡасабаны Благовещен исеме менән йөрөтә башлайҙар.

Рәсәйҙә был ҡала 2004 йылдың 10 декабренән 14 декабренә тиклем милиция хеҙмәткәрҙәре ҡала кешеләрен туҡмағандан һуң билдәле булды.

Халыҡ һаны

Йыл Халыҡ һаны
1939 11,7
1959 12,9
1970 14,8
1989 27,7
2002 33,0
2008 33,6

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар27694130691462547,252,8
2002 йыл 9 октябрь32989155881740147,352,7
2010 йыл 14 октябрь34239160991814047,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәр

  • Гололобов Николай Михайлович (10.11.1928—27 май 2016), табип-хирург, медицина өлкәһе эщмәкәре. 1959—1989 йылдарҙа Благовещен үҙәк район дауаханаһының баш табибы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Благовещен ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы[3].
  • Киняшов Михаил Александрович (14.09.1924—2.06.1995), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының миномет расчеты командиры, гвардия кесе сержанты. Дан орденының тулы кавалеры. Ҡаланың почётлы гражданы.

Иҡтисад

Ҡалалағы төп иҡтисади ойошмалар:

  • Арматура заводы
  • «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте («Сибур Холдинг» ААЙ ҡулында)
  • «Волготанкер» базаһы
  • Өфө йылылыҡ электр станцияһы (Приуфимская ТЭЦ).
  • Благовещен тимер-бетоны
  • Ҡошсолоҡ фабрикаһы
  • Мебель фабрикаһы

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.