Бисер
Бисер (Бисура[1], Оҙон Ялан[2]; рус. Бичурино) — Пермь крайының Барҙы районындағы тарихи башҡорт ауылы, Бисер ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Почта индексы — 618156, ОКАТО коды — 57204813001.
Ауыл | |||||
Бисер | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||||
Муниципаль район | |||||
Координаталар |
56°50′46″ с. ш. 55°25′35″ в. д. | ||||
Телефон коды | 34261 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
Автомобиль коды |
59, 81, 159 | ||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Халыҡ һаны
2010 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 1373 кеше теркәлгән, шул иҫәптән 646 ир һәм 727 ҡатын-ҡыҙ[3]. 2005 йылда ауылда 1339 кеше йәшәгән[4].
Тарихы
1816 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 63 йортонда 380 кеше йәшәгән[5]. 1834 йылғы ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 78 йорттонда 537 башҡорт теркәлгән[5]. 1859 йылғы ревизияла ауылдың 165 йортонда 415 ир һәм 417 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән[5].
Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры Ильмакаев Ғабдулвали Ғабдулмазит улы йәшәгән[5].
1868 йылда Бисер ауылы йәмиғ мәсете эргәһендәге мәктәптә 40 малай һәм 25 ҡыҙ белем алған[5]. Мәктәп 1830 йылдан бирле эшләп килгән[5].
Тарихсы Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:
Башкиры д. Новобичурино по VIII ревизии 1834 г. |
Ауылдың билдәле шәхестәре
- Ғабдулвали Ғабдулмазит улы Ильмакаев — 1812 йылғы Ватан һуғышы ветераны, 1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә көмөш миҙал кавалеры.
Иҫкәрмәләр
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 364. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- Численность и размещение населения Пермского края . Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Пермскому краю. Дата обращения: 1 сентябрь 2012. Архивировано 18 октябрь 2012 года. (недоступная ссылка)
- Решение Земского Собрания Бардымского района от 24 июня 2005 г. №72 «О перечне населённых пунктов Бардымского муниципального района» . Нормативно-правовые акты Российской Федерации — Министерство юстиции Российской Федераци. Дата обращения: 14 октябрь 2012. 2016 йыл 14 март архивланған.
Һылтанмалар
- Йосопов Р. М., Черных А. В., Шитова С. Н. Пермь башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.