Бирйән йылғаһы

Бирйән йылғаһы — Башҡортостандың Белорет районы Урал тауы биләмәһендә урынлашҡан Бирйән һыртынан ағып сыға. Инйәр йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Ул Белорет районының Йөйәк ауылынан 6 саҡрым өҫтәрәк килеп ҡоя. Инйәрҙең был киҫемендә Бирйән шаршыһы иң ҡаты, иң ҡурҡынысы.

Бирйән
башҡ. Бирйән
Характеристика
Һыу ағымы
Инеше Белорет районы
Тамағы Инйәр
 · Координаталар 54°24′30″ с. ш. 57°26′21″ в. д.
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
Район Белорет районы

Кама бассейны округына инә, сығанаҡ башынан алып тамағына тиклем Эҫем һыу хужалығы участкаһы, Ағиҙел йылға бассейны тармағы. Кама йылғаһының йылға бассейнына инә.

Һыу объекты системаһы: ИнйәрЭҫемАғиҙелКамаВолгаКаспий диңгеҙе

Этимологияһы

Бирйән — төп фараз: бир (ҡылым) һәм йән һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән атама. Һыртында Һынташ тигән ҡая бар. Ололар һөйләүенсә, ул борон башҡорттарҙың табыныу урыны булған. Һынташ — бейеклеге ҡырҡ метр самаһындағы ҡая. Йыраҡтан ҡарағанда бәһлеүән кешегә оҡшатырға була. Ҡаяның бер яғынан башына тиклем менеп була. Элегерәк уның башында тәңкәләр ҡалдырып китер булғандар. Күрәһең, уның төбөндә ҡорбан салғандарҙыр. Бирйән атамаһы шул һынға салынған ҡорбандың йәнен биргәндән килеп сыҡҡан тип фараз итәләр.

Бүре һәм йән тигәндән килеп сыҡҡан тигән фараз да бар[1].

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

  1. www.rgo-rb.ru
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.