Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы
Бикҡужина Тутыя Әғзәм ҡыҙы (1 октябрь 1926 йыл — 3 сентябрь 2008 йыл) — ғалим-педагог. 1965—2000 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1972), доцент. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Әбет ауыл, Мәләүез районы, БАССР |
Вафат булған көнө |
3 сентябрь 2008 (81 йәш) |
Гражданлығы | |
Биографияһы
- Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина 1926 йылда Мәләүез районы Әбет ауылында тыуа.
- 1943 йылда хеҙмәт юлын Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылы мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай.
- 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтын тамамлай.
- Ғафури районында уҡытыусы булып эшләй.
- 1958 йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай.
- Күмертау ҡалаһының Маяҡ ҡасабаһындағы 1-се һанлы интернат-мәктәбендә эшләй.
- 1965 йылдан алып ғүмеренең аҙағынаса Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡыта.
Ғилми эшмәкәрлеге
1972 йылда башҡорт телен уҡытыу методикаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Методиканың ошо өлкәһе буйынса 70-тән ашыу уҡытыу-методик ҡулланма, программа, фәнни мәҡәлә авторы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- Внеклассная работа по башкирскому языку : 5-9-е кл. : Пособие для учителя / Т. А. Биккужина. — Уфа : Башк. изд-во «Китап», 1997. — 132,[2 с.; 20 см; ISBN 5-295-02045-2 : Б. ц.]
Һылтанмалар
- ХХ Быуат мәғрифәтсеһе Тутыя Әғҙәм ҡыҙы Бикҡужина
- #педагогикхеҙмәтветерандары. Тутыя Әғзәм ҡыҙы Бикҡужина (Тикшерелеү көнө: 27 сентябрь 2021)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.