Биктимер (Ырымбур өлкәһе)

Биктимер (рус. Биктимирово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.

Ауыл
Биктимер
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Һарыҡташ

Координаталар

51°54′20″ с. ш. 56°03′04″ в. д.

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1776

Халҡы

258[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 241 828 002

ОКТМО коды

53 641 428 106

ГКГН номеры

0074723

Биктимер (Рәсәй)
Биктимер
Биктимер
Биктимер (Ырымбур өлкәһе) (Ырымбур өлкәһе)
Биктимер

Географик урынлашыуы

Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.

Тарихы

Биктимер ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың сәнкем ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса ауылға Нөгөш буйынан Һаҡмар үҙәненә күсеп килгән Биктимер, Аҡкилде һәм Ҡолбәк нигеҙ һала. Икенсе риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар. Биктимер ауылы кешеләре тарафынан Һунарсы (Үрге Сәнкем) һәм Сәнкем-Биктимер (Түбәнге Сәнкем) ауылдары нигеҙләнгән. Сәнкем-Биктимер ауылы халҡы үҙ сиратында Яңы Ғафар (Яңауыл) һәм Солтанбай (Уртауыл) ауылдарына нигеҙ һала[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1776 йылда телгә алына[3].

1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.

Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.

Халҡы

Ауыл башҡорттарының иҫәбе[3]
1795183418661900
226360377346
Халыҡ иҫәбе
2010[1]
258

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 42 % тәшкил итә[5].

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
  2. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45, 47. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  3. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  4. 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
  5. Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.

Әҙәбиәт

  • Вахитов Г. И. Село Биктимирово. — Уфа: Информреклама, 2004. — 216 с.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.