Беренсе йәмиғ мәсете

Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете — Башҡортостан Республикаһында һәм Өфө ҡалаһында иң төп мәсеттәрҙең береһе. Адресы: Башҡортостан, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы 48-се һанлы йорт. Мәсет бинаһы мәҙәни ҡомартҡы тип иғлан ителгән.

Мәсет
Беренсе йәмиғ мәсете
Өфө ҡалаһының беренсе йәмиғ мәсете
ИлРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РеспубликаБашҡортостан Башҡортостан
ҠалаӨфө Өфө
АдресыТуҡай урамы, 52
Диниә назараты, мөхтәсибәтРәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты
Мәсет төрөЙәмиғ мәсете
Архитектура стилеклассицизм
Төҙөлөштө башлаусыҒәбдрәхимов Ғәбдесәләм
Шәфҡәт итеүселәрМ. Таһиров, Хазмитев
Төҙөлөү датаһы1830 йыл
Последний имамВ. М. Тимерғәлиев ( 2006 йылдан)
СтатусРәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300109000
Көмбәҙҙәр һаны1
Манаралар һаны1
Манара бейеклеге27,9 м
Материалкирбес
Торошоэшләй
ТәрәүихДаY
ИфтарДаY
КитапханаДаY
МәҙрәсәДаY

Тарихы

Беренсе йәмиғ мәсете. С. М. Прокудин-Горский фотоһы, 1910 йыл.

Мәсет 1830 йылда Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө Ғәбдрәхимов Ғәбдесәләм тәҡдиме буйынса[1] Өфө ҡалаһының 2-се гильдия сауҙагәре Хоҙайсәйетов Мөьмин Таһир улы аҡсаһына төҙөлә.

1894—1911 йылдарҙа инженер-архитектор И. Мәлев проекты буйынса реконструкция уҙғарыла.

1920-се йылдарғаса Беренсе Өфө йәмиғ мәсете Рәсәй мәсеттәре араһында төп мәсет вазифаһы ролен башҡара.

Мәсеттә «Ғосмания» мәҙрәсәһе һәм дә ике класлы урыҫ-башҡорт училищеһы булған.

1960 — 1992 йылдарҙа Беренсе йәмиғ мәсете Өфө ҡалаһында эшләп килгән берҙән-бер мәсет иҫәпләнгән.

Имам-хатибтар

Ҡыҙыҡлы факттар

Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсете маркала

Халыҡ телендә Туҡай мәсете тип йөрөтөлә[2]. Бының ике төрлө версияһы йәшәй. Беренсе версия мәсет Стәрлебаш районы биләмәһендә йәшәүсе күренекле дини эшмәкәрҙәр биргән Туҡаевтар нәҫеле менән бәйле, тиҙәр. XIX быуатта Стәрлебаш мәҙрәсәһе Рәсәй мосолмандарының дини мәркәзе булған.[3]. Икенсе версия буйынса, мәсет урынлашҡан урам ошо исем менән аталғанға күрә, шулай аталып йөрөтөлә, тиҙәр.

Әҙәбиәт

  • В память столетия Оренбургского Магометанского Духовного Собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб., 1892.
  • Васильева О. В., Латыпова В. В. и др. Дорога к храму: история религиозных учреждений г. Уфы. Уфа, 1993.

Һылтанмалар

Ҡалып:Рәсәй мәсеттәре

Иҫкәрмәләр

  1. Азаматов Д. Д. Габдрахимов, Габдессалям. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 218. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  2. В Тукаевской мечети отметили рождение пророка(недоступная ссылка)
  3. Ахмеров А. Ю., Актуальные проблемы мусульманского образования и воспитания
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.