Бенин

Бенин (франц. Bénin [beˈnɛ̃]), тулы рәсми атамаһы — Бенин Республикаһы (фр. République du Bénin, 1975 йылға тиклем Дагомея) — Көнбайыш Африкалағы дәүләт. Илдең Гвинея ҡултығының Бенин ҡултығына сығыу юлы бар. Төньяҡта Буркина-Фасо һәм Нигер, көнсығышта — Нигерия, көнбайышта Того менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Порто-Ново булһа ла, хөкүмәт илдең иң ҙур Котону ҡалаһында. Бенин 12 административ департаментҡа бүленгән[5].

Бенин Республикаһы
Республика Бенин
République du Bénin (фр.)
Orílẹ̀-èdè Olómìnira ilẹ̀ Benin (йоруба)
Бенин гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Братство, Справедливость, Труд
(франц. 
Fraternité, Justice, Travail
Гимн: «L'Aube Nouvelle»
Үҙаллылыҡ датаһы 1 август 1960 ( Франциянан)
Рәсми тел француз
Баш ҡала Порто-Ново, Котону[i 1]
Эре ҡала Котону
Идара итеү төрө Президент республикаһы[1]
Президент Яи Бони
Территория
• Бөтәһе
101
112 622 км²
Халыҡ
• Һаны (2013)
• Халыҡ тығыҙлығы

9 877 292[2][3] чел. (89)
79 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2008)
  • Бер кешегә

13,035 млрд[4] долл. (140)
1608[4] долл.
ИЧР (2013) 0,436 (низкий) (166 урын)
Валюта Франк (Франк КФА (Африканского финансового сообщества)
Интернет-домен .bj
Код ISO BJ
МОК коды BEN
Телефон коды +229
Сәғәт бүлкәте +1
  1. Резиденция президента, правительства и иностранные посольства.

Этимологияһы

280 йыл дауамында илдең бөгөнгө территорияһында XIX быуат аҙағынан Франция колонияһы булған Дагомея дәүләте урынлашҡан булған, ә 1960 йылда, бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителгән ваҡытта, Дагомея Республикаһы исемен алған. «Дагомей» топонимының килеп сығышының бер нисә фаразы бар. Мәҫәлән, В. А. Никонов, топоним «Даг» шәхси исеменән һәм «эстә, эске органдар, эс йәки ҡорһаҡ» мәғәнәһенә эйә көнбайыш-судан һүҙенән, йәғни «Даг эсендә»; башҡа мәғлүмәттәр буйынса «Даг һарайы» тигәндән яһалыуы мөмкин, тигән фекерен белдерҙе[6]. 1975 йылда илде Бенин тип йөрөтә башлайҙар, ул хәҙерге Нигерия территорияһында XII—XIX быуаттар буйына йәшәп килгән бини халҡының (үҙатамаһы — бини, обини, эдо, едо) Ẹ̀dó-Bini короллегенә исем биргән этнонимына бәйле[7].

Тарихы

Борондан илдең төньяғында гурма ҡәбиләләре йәшәгән, һуңынан уларҙы хәҙерге Нигерия биләмәләренән килгән барба ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған. Илдең көньяғында фон һәм аджа ҡәбиләләре көн иткән. XV быуатта Бенинға тәүге европалылар — португалдар килә. XVI—XVII быуаттарҙа илдә француз, голланд, инглиз сауҙагәрҙәренең һәм ҡол һатыусыларҙың форттары һәм факториялары төҙөлә. XVII быуаттан Бениндың һәм күрше өлкәләрҙең яр буйҙары европалылар тарафынан Африкалағы иң эре ҡолдар һатыу төбәгенә әйләндерелә. Был яр буйы шуға күрә Ҡолдар яры тип атала.

XV быуатта Бенин ярында португалдар пәйҙә булған.

XVI—XVII быуаттарҙа Франция, Голландия, Англия сауҙагәрҙәре һәм эшселәре форттары һәм факториялары төҙөлә.

XVII быуаттан алып европалылар Бенин ярын һәм күрше өлкәләрҙе Африкалағы ҡолдар менән сауҙа иткән ҙур районға әүерелдергәндәр (яр буйҙарының исеме шунан алынған — Невольничий Берег).

XVII быуатта Бениндең хәҙерге биләмәләрендә Дагомея дәүләте барлыҡҡа килгән. Уның халҡы башлыса кәтмәнле игенселек менән шөғөлләнгән. Ижтимағи ҡоролошо — тәүтормоштан, ҡол биләүселек элементтары менән, феодаль ҡоролошҡа күсеү кимәлендә булған.

XVIII быуатта Дагомея идарасылары ҡолдар менән сауҙа итеү менән әүҙем шөғөлләнгән, ҡайһы бер баһалар буйынса, йыл һайын Европа сауҙагәрҙәренә 20 меңгә яҡын ҡол һатылған. Был Европа илдәренең күпселегендә XIX быуат уртаһына, ҡолдар менән сауҙа итеү тыйылған ваҡытҡа, тиклем дауам иткән.

Колониаль осор

Дагомея 1851 йылдан алып француз колонизаторҙарына ҡаршы тора, ләкин 1894 йылда тулыһынса буйһондоролған һәм Франция милкенә күсерелгән. 1904 йылда хәҙерге Бенин биләмәһе Франция Көнбайыш Африкаһы составына Француз Дагомеяһы колонияһы булараҡ индерелә (уның сиктәре Дагомея колонияға тиклемге дәүләте сиктәре менән тап килмәй). Француз колонизаторҙары сәнәғәт предприятиелары (һабын ҡайнатыу, тегеү һ. б.) булдыра, тимер һәм шоссе юлдары төҙөй башлай.

1946 йылда Дагомея Францияның сит ил территорияһы статусын ала. Губернатор ҡарамағында һайланған Генераль совет эшләй башлай. Уның составында Африка буржуазияһы, чиновниктар, интеллигенция вәкилдәре булған.

1958 йылдан алып — Франция берләшмәһе составындағы автономиялы Дагомея Республикаһы. Дагомеяның ул ваҡытта планлаштырылған һәм 1959—1960 йылдарҙа эшләп килгән Мали (Мали һәм Сенегал) федерацияһы составына инеүе тураһындағы бер ни тиклем ваҡыт тикшерелгән идея тормошҡа ашырылмаған.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоро

1960 йылдың 1 авгусынан — Дагомея Республикаһы бойондороҡһоҙ дәүләте. Шәхси диктатура урынлаштырған Мага Кутуку Юбер бойондороҡһоҙ Дагомеяның тәүге президенты булды.

1963 йылдың аҙағында (полковник Кристоф Согло етәкселегендә) беренсе хәрби түңкәрелеш була. Яңы конституция ҡабул ителә, күп партиялы система тергеҙелә, президент һәм парламент һайлауҙары үткәрелә. Президент итеп «социалистик юл» курсын иғлан иткән Марселен Жозеф Суру-Миган Апити һайлана.

1965 йылда — юғары офицерҙар төркөмө тарафынан ойошторолған икенсе хәрби түңкәрелеш. 1968 йылда көнбайышҡа яҡын курс уҙғарған Э. Зинсу президент итеп һайлана.

1969 йылдың декабре — өсөнсө хәрби түңкәрелеш. Власҡа Мага һәм Апити ҡайтарыла.

1972 йылдың октябрендә майор Матьё Кереку, марксистик-ленинсы идеологиялы бер партиялы система урынлаштырып һәм хөкүмәттең бурысы социализм төҙөү тип иғлан итеп, дүртенсе дәүләт түңкәрелеше ойоштора. 1974 йылдың ноябренән алып Бенинға Кереку етәкселек иткән Политбюро идара итә башлай.

1975 йылдың 30 ноябренән ил Бенин Халыҡ Республикаһы тип үҙгәртелә.

1977 йылдың 16 ғинуарында Боб Денар етәкселегендә ялланған һуғышмандар төркөмө дәүләт түңкәрелеше яһау маҡсатындағы һөжүм уңышһыҙ тамамлана.

1983 йылда илдең 15-40 йәшлек бөтә халҡы Революцион йәштәр ойошмаһы сафына индерелә (илдә уртаса ғүмер оҙайлығы 43 йәш тәшкил итә).

1989 йылдан Кереку марксистик принциптарҙан баш тарта, илдең рәсми исеменән «Халыҡ» һүҙен алып ташлай. 1991 йылда ирекле һайлауҙар үткәрелә.

Бер партиялы система юҡҡа сығарылғандан һуң, 1990 йылдың мартынан — Бенин Республикаһы.

Халҡы

2020 йылға Бенин халҡының йәш-енес пирамидаһы

Бенинда һуңғы халыҡ иҫәбен алыу 2013 йылдың 11-25 майында үткәрелә[8]. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2013 йылда ил халҡы һаны 9 983 884 кеше тәшкил итә[9].

Халыҡтың йыллыҡ артымы — 2,9 % (түллелеге — бер ҡатынға 5,4 тыуыу).

Уртаса ғүмер оҙонлоғо — 59 йәш.

Иммун дефициты вирусы (ВИЧ) менән зарарланыу — 1,2 % (2007 йылға баһа).

Этник составы: 60-тан ашыу халыҡ, фон (яҡынса 65 %), дагомей, барба, сомба, йоруба, буса һәм башҡалар ҡараған күп һанлы көнсығыш эве халыҡтары.

Телдәре: француз (рәсми), фон һәм йоруба (башлыса илдең көньяғында), илдең төньяғындағы төрлө ҡәбиләләр телдәре.

Диндәре: христиандар 48,5 %, мосолмандар 27,7 %, вудуистар 11,6, башҡа диндәгеләр 2,6 %, атеистар 5,8 %, традицион дини инаныуҙар 2,6 % (2013 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса). Күпселек христиандар — католиктар (25,5 %), протестанттар 13,5 % тәшкил итә[10].

15 йәштән өлкән халыҡтың грамоталылығы — 34,7 %, ир-егеттәрҙең 48 % һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың 23 % (2002 йылдың халыҡ иҫәбен алыу буйынса).

Географияһы

Географик яҡтан ил биш тәбиғи өлкәгә: яр буйы өлкәһенә, яйла зонаһына («Ла терре де барре»), төньяҡта урманлы саван менән ҡалҡыу яйлаһына, төньяҡ-көнбайышта ҡалҡыу өлкәһенә («Атакора») һәм төньяҡ-көнсығышта уңдырышлы Нигер тигеҙлектәренә бүленгән. Илдең дөйөм майҙаны 114,763 мең км² тәшкил итә.

Климаты — илдең төньяғында субэкваториаль ике миҙгел — декабрҙән майға тиклем ҡоро һәм июндән ноябргә тиклем ямғырлы. Көньяҡ өлөшөндә, ике ямғыр һәм ике ҡоро миҙгелле, экваториаль климатлы.

Тығыҙ йылға селтәре. Төп йылғалар — Вема һәм Моно, икеһендә лә суднолар йөрөй.

Үҫемлек — башлыса акациялар, дум пальмалары, карите ағастарынан торған бейек үләнле саванна. Яр буйында мәңге йәшел тропик урмандар, шулай уҡ майлы (масличный) пальма һәм тик ултырмалары (посадки) үҫә.

Хайуандар донъяһы ярайһы уҡ бай. Саваннала арыҫлан, пантера, гепард кеүек эре йыртҡыстар һәм антилопалар йәшәй. Саванна филдәре һәм буйволдар осрай.

Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтары

Ил ятҡылыҡтары араһында нефть, мәрмәр запастары бар.

Административ-территориаль бүленеше

1999 йылда илдең административ бүленеше үҙгәртелә. Алдан ғәмәлдә булған алты провинцияның (Атакора, Атлантик, Боргу, Веме, Зу, Моно) һәр береһендә яңы административ берәмек бүленеп сыға. Шулай итеп, хәҙер ил үҙ эсенә 77 коммуннаны алған 12 департаментҡа бүленгән.

Бенин департаменттары
Атамаһы урыҫ телендә Атамаһы француз телендә Административ үҙәге Коммуналар һаны Майҙаны, км²[9] Халҡы (2013), кеше[9] Тығыҙлығы кеше/км² Карта
1 Алибори Alibori Канди 6 26 242 0868 046 33,1
2 Атакора Atacora Натитингу 9 20 499 0769 337 37,5
3 Атлантический Atlantique Вида 8 03233 1 396 548 432,0
4 Боргу Borgou Параку 8 25 856 1 202 095 46,5
5 Коллин Collines Даса-Зуме 6 13 931 0716 558 51,4
7 Куффо Couffo Догбо-Тота 5 02404 0741 895 308,6
6 Донга Donga Джугу 5 11 126 0542 605 48,8
8 Литораль Littoral Котону 1 00079 0678 874 8 593,3
9 Моно Mono Локоса 6 01605 0495 307 308,6
10 Веме Ouémé Порто-Ново 9 01281 1 096 850 856,2
11 Плато Plateaux Сакете 5 03264 0624 146 191,2
12 Зу Zou Абомей 9 05243 0851 623 162,4

Сәйәси ҡоролошо

Бенин — күп партиялы системаһы булған президент республикаһы. Бенин Президенты бер үк ваҡытта дәүләт башлығы һәм хөкүмәт башлығы ла булып тора. Башҡарма власть менән хөкүмәт идара итә. Закондар сығарыу власы хөкүмәттеке лә, парламенттыҡы ла. Суд власы бойондороҡһоҙ. Бениндың ғәмәлдәге конституцияһы 1990 йылда ҡабул ителә.

Economist Intelligence Unit-ҡа ярашлы, 2018 йылда ил (Economist) демократия индексы буйынса гибрид режим булараҡ классификациялана[11].

Климаты

Илдең төньяҡ өлөшөндә субэкваториаль, көньяҡ өлөшөндә экваториаль, (марттан июлгә тиклем һәм сентябрь аҙағынан ноябрь башына тиклем) ике ямғыр миҙгелле. Был осорҙа һауа торошо: 800—1300 миллиметр яуым-төшөмлө һәм бик юғары дымлы була. Уртаса айлыҡ һауа температураһы +24 °C-тан +27 °C-ҡа тиклем тирбәлә. Илдең төньяғында ҡоро (декабрҙән апрель-майға тиклем) һәм ямғырлы (июндән ноябргә тиклем) миҙгелдәр асыҡ күҙәтелә. Ғинуарҙа уртаса температура +25 °C-тан, июлдә +32 °C-ҡа тиклем, яуым-төшөм көньяҡҡа ҡарағанда аҙыраҡ — 750—1250 миллиметр, ҡоролоҡ йышыраҡ була. Илгә килеү өсөн иң уңайлы осор — декабрҙән мартҡа тиклем, был ошо ваҡытта уңайлы климат шарттары менән генә түгел, ә ошо осорҙа уҙғарылған күп һанлы байрамдар менән дә бәйле.

Иҡтисады

Бенин — насар үҫешкән аграр дәүләт[12]. Иҡтисад тәбиғи ауыл хужалығына (кукуруз, тапиока, ямс) һәм мамыҡ үләне үҫтереүгә нигеҙләнгән. Мамыҡ төп тауар культураларының береһе булып тора, 2014 йылда мамыҡ етештереү 600 мең стандарт 480 фунт төккә (217,72 килограмм) еткән[13], донъяла 17-се урын. Мөһимлеге буйынса икенсе урында кешью сәтләүеге тора[14] 2015/2016 йылдарҙа сәтләүектең килем күләме 125 мең тонна тип баһаланған.

Илдә нефть һәм газ ятҡылыҡтары бар, әммә улар файҙаланылмай. Башҡа билдәле тәбиғәт ресурстары — тимер мәғдәне, алтын, фосфориттар, мәрмәр һәм (эшкәртеү күләме ҙур булмаған) урман.

Бенинда халыҡ-ара алтын табыу компанияларының разведка эштәре 39 мөһим алтын ятҡылығын асыҡлаған (уларҙың күбеһе спутник ярҙамында табылған)[15] Алтын табыу күләме йылына яҡынса 500 килограмм тәшкил итә[16].

Электр энергияһы күбеһенсә Гананан индерелә.

Экспорт[17] тауарҙары (2016 йылда 1,11 миллиард доллар) — алтын, мамыҡ, кешью сәтләүеге, емеш-еләк, пальма майы, урман материалдары, нефть продукттары (реэкспорт).

Төп һатып алыусылар (2016 йылда) — Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре (27 %), Һиндостан (17 %), Ливан (6,6 %), Мали (6,6 %), Ҡытай (5,3 %).

Импорт (2016 йылда 1,8 миллиард доллар) — аҙыҡ-түлек (башлыса дөгө һәм ит продукттары), сәнәғәт тауарҙары, яғыулыҡ һәм башҡалар.

Төп тәьмин итеүселәр (2016 йылда) — Ҡытай (27 %), Таиланд (11 %), Һиндостан (10 %), Франция (5,3 %).

Бенин властары, тәү сиратта, туристик бизнесты үҫтереү өсөн сит ил инвестицияларын йәлеп итергә планлаштыра.

Транспорты

Каджехоун аэропорты Африка ҡалалары һәм унан ситтә бер нисә пункт менән һауа бәйләнешен тәьмин итә. Бенинда тимер юлдар бар, ләкин уларҙың селтәре, 1000 мм-лы колея менән тоташтырыу проекттары һәм пландары булһа ла, әлегә күрше илдәрҙең тимер юлдары менән тоташтырылмаған. Юлдарҙың күпселеге грунт япмаһы менән ҡапланған, әммә тиҫтәләп шоссе ла бар.

Һаулыҡ һаҡлау

1980-се йылдар дауамында халыҡтың 30%-тан кәмерәге медицина хеҙмәтләндереүе алыу мөмкинлегенә эйә ине. 5 йәшкә тиклемге балаларҙың үлем кимәле Бенинда донъялағы иң юғарыларҙың береһе булған. Сабыйҙар үлеме кимәле 1000 яңы тыуған сабыйға 203 үлем тәшкил иткән. Өс әсәнең береһе генә медицина хеҙмәтләндереүе үтеү мөмкинлегенә эйә ине. Бамаконың һаулыҡ һаҡлауҙы реформалаштырыу буйынса башланғысы хәлде ярайһы уҡ үҙгәртергә мөмкинлек бирҙе[18]. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен реформалаштырыуға комплекслы ҡараш стратегияһы медицина хеҙмәтләндереүе күрһәткестәрен, шулай уҡ уның һөҙөмтәлелеген һәм хаҡын яҡшыртыу мөмкинлеген бирҙе[19].

Мәҙәниәте

Бенин әҙәбиәтенең, француз теле төп тел булып киткәнгә тиклем, тәрән ауыҙ-тел ижады традициялары булған[20]. 1929 йылда Феликс Кучо Бениндың «Ҡол биләүселек» тигән тәүге бенин романын яҙа.

Киң мәғлүмәт саралары

ORTB (Office de Radiodiffusion et Télévision du Bénin Дәүләт телерадиокомпанияһы — «Бениндың радиотапшырыуҙар һәм телевидение идаралығы») 1972 йылдың 20 октябрендә ойошторола. 1953 йылдың 7 мартында Radio Dahomey булараҡ SORAFOM Бениндың (ORTB-ға ингән) La chaîne nationale радиостанцияһы булараҡ асыла, 1983 йылдың 1 апрелендә уның Radio Parakou төбәк радиостанциялары селтәре эш башлай. 1978 йылдың 31 декабрендә Бениндағы тәүге ORTB Télévision nationale телеканалы сафҡа баҫа.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Гангнихессу
  • Уида (дәүләт)

Иҫкәрмәләр

  1. Атлас мира. Государства и территории мира. Справочные сведения. — Роскартография, 2010. — С. 15. — ISBN 978-5-85120-295
  2. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Дата обращения: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  3. Department of Economic and Social Affairs Population Division (2009). «World Population Prospects, Table A.1» (.PDF) (United Nations). Проверено 2009-03-12.
  4. Benin. International Monetary Fund. Дата обращения: 1 октябрь 2009. Архивировано 22 август 2011 года.
  5. Бенин — Кругосвет энциклопедияһынан. Любовь Прокопенко
  6. Никонов, 1966, с. 114
  7. Поспелов, 2002, с. 64
  8. United Nations Statistics Division. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 17 март 2017 года. 2017 йыл 17 март архивланған.
  9. The population of Benin (ингл.). City Population. Дата обращения: 22 август 2014. Архивировано 22 август 2014 года.
  10. Benin. Всемирная книга фактов ЦРУ. Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 18 июнь 2021 года.
  11. Democracy Index 2018: Me too? Political participation, protest and democracy. The Economist Intelligence Unit (The EIU). Дата обращения: 25 ғинуар 2019. Архивировано 10 ғинуар 2019 года.
  12. Бенин // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. М.: Рипол-классик, 2011. — С. 84. — (Словари нового века). 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.
  13. Производство хлопка в странах за 2014 год. Дата обращения: 23 декабрь 2018. Архивировано 19 ноябрь 2018 года. 2018 йыл 19 ноябрь архивланған.
  14. Глобальный рынок кешью: производство и переработка. Дата обращения: 23 декабрь 2018. Архивировано 23 декабрь 2018 года.
  15. Золото в Африке: факты, о которых Вы, возможно, не знали. Дата обращения: 23 декабрь 2018. Архивировано 23 декабрь 2018 года.
  16. По данным портала www.krugosvet.ru. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 25 март 2020 года.
  17. Внешняя торговля Бенина на портале https://atlas.media.mit.edu. Дата обращения: 23 декабрь 2018. Архивировано из оригинала 3 июнь 2019 года.
  18. Bamako Initiative revitalizes primary health care in Benin. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 20 декабрь 2013 года.
  19. Implementation of the Bamako Initiative: strategies in Benin and Guinea. Дата обращения: 3 октябрь 2017. Архивировано 12 май 2007 года.
  20. Литература Бенина. Дата обращения: 16 август 2010. Архивировано 13 август 2011 года.

Әҙәбиәт

  • Дэвисон Б. Чёрная мать. Африка: годы испытаний. Пер. с англ. М.: «Наука», 1964.
  • Кузнецов В. А., Лунев Н. И. Дагомея. М.: Мысль, 1974. 132 с. Серия «Социально-экономические проблемы развивающихся стран».
  • Никонов В.А. Краткий топонимический словарь / ред. Е.И.Белёв. М.: Мысль, 1966. — 509 с. 32 000 экз.
  • Новейшая история Африки. М.: «Наука», 1968.
  • Народная Республика Бенин. Справочник. М.: «Наука», 1989.
  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. 3000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Decalo S. Historical Dictionary of Benin. Metuchen, NJ, Scarecrow Press, 1995.
  • Eades J.S., and Allen C. Benin. Oxford, Clio, 1996.
  • The World of Learning 2003, 53rd Edition. L.-N.Y.: Europa Publications, 2002.
  • Africa South of the Sahara. 2004. L.-N.Y.: Europa Publications, 2003.
  • Страны Африки и Россия. Справочник. М., 2004.

Һылтанмалар

Ҡалып:Францияның диңгеҙ аръяғы экспансияһы Ҡалып:Франк телле илдәр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.