Баҡыр йылан
Баҡыр йылан, еҙ йылан[1] (лат. Coronella austriaca, рус. Обыкновенная медянка) — туҙбаш йыландар ғаиләһендәге йыландар төрө, кеше өсөн хәүефе юҡ.
Баҡыр йылын | ||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||
Coronella austriaca Laurenti, 1768 | ||||||||||||||||
|
Европала, Көнбайыш Азияла таралған. Япраҡлы һәм ҡарағай урманнарында йәшәй, күберәк урман буйында, киҫелгән урындарҙа, ағаслы яландарҙа осорай. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 60—70 см, арҡаһы һарғылт-көрән йәки һоро көрән төҫтә, ҡара таплы 2—4 буй-буй рәте бар. Башы буйлап танау тишегенә ҡәҙәр күҙ аша тар ҡара һыҙыҡ үтә. Баҡыр йылан көндөҙ актив, ҡояш яҡшы яҡтырта һәм йылыта торған урындарҙы ҡулай күрә, ә төндә кимереүселәр һәм кәлтәләрҙең ташландык өндәренә, таш аҫтарына, ағас тамырҙары араһындағы бушлыҡтарға, серегән ағас түңгәктәренә ҡаса. Октябрь-ноябрьдә йоҡоға тала, март-апрельдә уяна. Июль-августта инә зат 12—17 см оҙонлоҡтағы 9—10 бала тыуҙыра. Кәҫәрткеләр, ваҡ кимереүселәр, урман һәм ер сысҡандары, ҡоштар менән туҡлана. Баҡыр йылан ағыулы түгел, табышты таҙа мускуллы кәүҙәһе менән уралып быуа, ә унан һуң йота. 20 йылға ҡәҙәр йәшәй. Кешене күргәс, ғәҙәттә тығыҙ йомғаҡ булып йомарлана, башын шуның эсенә йәшерә. Енси яҡтан 3 йылда өлгөрә.
Иҫкәрмәләр
- Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т. Г. Баишев, 1952)
Әҙәбиәт
- Дунаев Е. А., Орлова В. Ф. Разнообразие змей (по материалам экспозиции Зоологического музея МГУ). — М.: Издательство Московского Университета, 2003. — 376 с.