Баян
Этимология
Баян исеме башҡорт телендә бай; монгол телендә аҡыллы һунарсы; ғәрәп телендә асыҡ, аныҡ; аңлатыу, әйтеү, белдереү (баян әйтеү) мәғәнәһен аңлата[1]
Билдәле кешеләр
Әхсән Баян (тулы исеме Әхсән Фәтхелбаян улы Баянов, 8 декабрь 1927 йыл — 7 май 2013 йыл) — журналист, шағир, прозаик һәм драматург. Татарстан Республикаһының халыҡ шағиры (2004) һәм Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999), Татар АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1977).
Ситдиҡов Баян Ғариф улы (рус. Ситдиков Баян Гарифович; 14 ғинуар (27 ғинуар) 1916 йыл) — 11 сентябрь 1979 йыл) — ғалим-фармаколог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2], медицина хеҙмәте полковнигы. 1946 йылдан Силәбе дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, 1973 — 1979 йылдарҙа фармакология кафедраһы мөдире. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1971). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры.
Фамилияла
Баянов Илмир Мәсүил улы (1966) — ғалим-физик. 1992 йылдан хәҙерге Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы уҡытыусыһы, 1996 йылдан дөйөм физика кафедраһы мөдире; 2009 йылдың ноябренән — Германияның Вольфсбург ҡалаһының Ғәмәли фәндәр университеты уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (2008).
Баянов Мөкамил Ғаязетдин улы (14 декабрь 1929 йыл) — ғалим-зоолог. 1961 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1971 йылдарҙа биология факультеты деканы, 1985 — 2000 йылдарҙа зоология кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1984), профессор (1985). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2000).
Баянов Рим Ғәли улы (15 ғинуар 1930 йыл — 10 февраль 1996 йыл) — башҡорт театр актёры, режиссёр. БАССР-ҙың халыҡ артисы (1980).
Баянов Баязит Фәтхелислам улы (Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24 ғинуар 1909 йыл — 10 октябрь 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир - яҙыусы, журналист, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1944).
Ауылдар
Таушишмә (Баян) — Көйөргәҙе районындағы ауыл.
Халыҡ ижадында
Ҡуҙый Күрпәс һәм Баян Һылыу — XIX быуат уртаһында яҙып алынған, XIII — XIV быуаттарҙағы ҡаҙаҡ лиро-эпик поэмаһы.
Топонимикала
Баян-Чаган — Рәсәйҙәге йылға. Алтай Республикаһы, Алтай крайы биләмәләрендә аға.
Баян ҡош, сыбар һайыҫҡан, шыршы һыйыҫҡаны (рус. Кедровка, лат. Nucifraga caryocatactes) — турғайҙар төркөмөнә ҡараған ҡош. Рәсәйҙең ылыҫлы урмандарында йәшәй.
Баяновка — Рәсәй йылғаһы. Свердловск өлкәһе биләмәләрендә аға.
Иҫкәрмәләр
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- http://chel-portal.ru/enc/Sitdikov_Bayan_Garifovich
Сығанаҡтар
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ