Башҡорт өлкә бюроһы

Башҡорт өлкә бюроһы (Башҡорт халҡы союзы бюроһы) — Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү органы.

Тарихы

1917 йылдың 10 майында Мәскәүҙә 1-се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезының башҡорт делегацияһы тарафынан ойошторола. Башҡорт өлкә бюроһы Башҡорт милли хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн булдырыла.

1917 йылдың 26 июнендә исеме Башҡорт халҡы союзы бюроһы тип үҙгәртелә. 1917 йылдың май айы урталарында штаб-фатиры Ырымбурҙа урынлашҡан була. Июль айында 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайына делегаттарҙы һайлау үткәрелә. 20 июлдә Башҡорт мәркәз шураһы һайланғандан һуң эшмәкәрлеге туҡтатыла.

Составы

Башҡорт өлкә бюроһының мисәте

Башҡорт өлкә бюроһы ағзалары[1]:

Башҡорт халҡы союзы бюроһы ағзалары:

Башҡалар

Иҫкәрмәләр

  1. Ҡасимов С. Ф. Башҡорт өлкә бюроһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.