Башҡорт теленең орфографияһы

Башҡорт теленең орфографияһы — башҡорт телендә телмәрҙе яҙма рәүештә биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи йәһәттән формалашҡан ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.

Башҡорт теленең орфографияһы

Башҡорт теленең орфография ҡағиҙәләре түбәндәге принциптарға нигеҙләнә:

  • Фонетик — хәреф әйтелгән өнгә тап килә;
  • Морфологик — морфема, әйтелешкә бәйһеҙ рәүештә, бер төрлө яҙыла;
  • Традицион — һүҙ тәүҙә үк ҡабул ителгәнсә яҙыла.

Тарихы

Башҡорт теленең тәүге орфографик ҡағиҙәләре ХХ быуаттың 20-се йылдарында СССР Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Орфография комиссияһы тарафынан тикшерелә һәм төгәлләнә. Комиссияла Ф. Сәйфи-Өфөлө, Г. Шонаси, С. Л. Рәмиев, Ғ. Ф. Вилданов, Х. Кәримов, Ш. Ә.Манатов, Ш. Ә.Хоҙайбирҙин, Дауыт Юлтый һәм башҡалар эшләй. Башҡорт орфографияһының тәүге ҡағиҙәләре фонетик принципҡа нигеҙләнә.

1924 йылда З. С. Рәмиев ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙма өсөн башҡорт орфографияһы проектын төҙөй һәм өндәрҙе яҙыуҙа биреү, аффикстарҙы, киҫәксәләрҙе, бәйләүестәрҙе, теркәүестәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен тасуирлай.

Башҡорт орфографияһының башҡа варианттарын 1924 йылда Ғ. Ф. Вилданов, Х. Ғ. Ғәбитов, Н. Т. Таһиров; 1925 йылда Г. Х. Алпаров тәҡдим итә. Был ҡағиҙәләр беренсе башҡорт грамматикаһы дәреслектәрендә файҙаланыла.

1928 йылда БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Ғ. Й. Дәүләтшин һәм Х. Хәбиров эшкәрткән башҡорт орфографияһын раҫлай.

Латин алфавиты нигеҙендәге башҡорт орфографияһы Яңы башҡорт алфавиты комитеты тарафынан эшләнә. 1930 йылда БАССР Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы фонетик һәм морфологик принциптар нигеҙенә ҡоролған башҡорт орфографияһы ҡағиҙәләрен ҡабул итә.

1934 йылда «Башҡорт комплекслы ғилми-тикшеренеү институты» тел белгестәре әҙерләгән кириллица нигеҙендә эшләнгән орфография проекты баҫыла һәм Өфө ҡала конференцияһында тикшерелә. Был орфографияла Көнбайыш Европа һәм рус теленән ингән алынмаларҙың дөрөҫ яҙылышы ҡарала, интернациональ һүҙҙәрҙә О, У хәрефтәре яҙылышы индерелә, алфавиттан йомшаҡ Ж өнөн билдәләү өсөн ҡулланылған хәреф алына, башҡорт телендә ҡушма һүҙҙәрҙең ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу аныҡлана һәм башҡалар.

1936 һәм 1938 йылдарҙа эшләнгән принциптар БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән раҫлана.

1939 йылда кириллицаға күскәндән һуң, БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән башҡорт теле фонетикаһына һәм грамматик төҙөлөшөнә яҡын булған башҡорт орфографияһы раҫлана. 1950 йылда башҡорт әҙәби теле орфографияһының яңы редакцияһы раҫлана.

1981 йылда БАССР Юғары Советы Президиумы Ҡарары менән башҡорт әҙәби теле орфографияһына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерелә.

Орфографияны эшләгәндә хәрефтәрҙең фонетик системаға тап килмәү проблемаһына; башҡорт теле диалекттарына хас тел билдәләрен һайлауға; сингармонизм закондарының үтәлеүенә бәйле мәсьәләләр хәл ителә[1]:

  • һүҙ структураһында сиратлашҡан морфонемаларҙы берләштереүсе фонемаларҙың сиратлашыуы; һуҙынҡы морфонемаларҙың сиратлашыуы сингармонизм законы менән бәйләнгән; тартынҡыларҙың сиратлашыуы тамыр морфемаларҙың башында һәм аҙағында: [ҡ—м]: «ҡырын-мырын» [ҡ]ырын-[м]ырын, [п—б]: «яп» я[п] — «ябыу» я[б]ыу һ.б., аффикстар башында һәм аҙағында бара: [д—ҙ]: «замандаш» заман[д]аш — «яуҙаш» яу[ҙ]аш, [ҡ—к]: «ҡуйҙыҡ» ҡуйҙы[ҡ] — «кейҙек» кейҙе[к]; күпселек сиратлашыуҙар ассимиляция һөҙөмтәһе булып тора;
  • һуҙынҡыларҙың һан һәм сифат яғынан үҙгәреүе менән һыҙатланған нигеҙҙең ҡыҫҡартылыуы: «халыҡ» ха[лыҡ] — «халҡым» ха[лҡ]ым, «алты» ал[ты] — «алтмыш» ал[тм]ыш, «һары» һа[ры] — «һарғылт» һа[рғ]ылт һ.б., редупликация осрағында — беренсе ижектең бер өлөшө: «туп-тулы» ту[п]-ту[лы], «йоп-йомро» йо[п]-йо[мро] һ.б.; алынма һүҙҙәрҙә аҙаҡҡы [д], [т] төшөп ҡала: «поезд» пое[зд] — «поезға» пое[зғ]а, «власть» вла[ст’] — «власҡа» вла[сҡ]а һ.б., [л], [н] — алмаштарҙа: «ул» у[л] ~ «уны» (у[н]ы, «мин» ми[н] — «миңә» ми[ң]ә һ.б.;
  • морфемалар төкәлгән урынға (асемантик — һан мәғәнәһе булмағандар) фонема килеп инеүенән ғибәрәт булған морфема үҫеүе: «икешәр» ике-[ш]-әр, «олоғай-» оло-[ғ]-ай, «кеҫәһе» кеҫә-[һ]-е, «әбей-һәбей» әбей-[һ]әбей һ.б.;
  • ике бер иш фонема йәнәш килгәндә, уларҙың береһенең төшөп ҡалыуы күҙәтелә: «ҡапҡа артында» — ҡапҡ[а]ртында, «ҡара» һәм «ағас» — «ҡарағас» ҡар[а]ғас, «артист» һәм -тар (күплек күрһәткесе) — «артистар» артис[т]ар һ.б.

Хәҙерге ваҡытта башҡорт теленең орфографияһы проблемалары менән Өфөлә урынлашҡан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты шөғөлләнә.

Башҡорт орфографияһының төп ҡағиҙәләре

Башҡорт теленең хәҙерге заман орфографияһы фонетик принципҡа нигеҙләнгән, шул уҡ ваҡытта морфологик, традицион һәм график принциптар ҙа иҫәпкә алына.

  • Яҙыуҙа өндәрҙе биреү ҡағиҙәләренең принциптары: фонетик — фонемаларҙың позицион сиратлашыуы ҡағиҙәһе (нигеҙҙең һуңғы тартынҡылары [ҡ], [к], [п] һуҙынҡынан башланған аффикс ҡушылғанда яңғыраулана): «ҡалаҡ» — «ҡалағы»; график: ҡайһы бер алынма һүҙҙәр (интернационализмдар һ.б.) рус орфографияһы буйынса яҙыла: «архив», «велосипед» һ.б.; морфологик: һүҙ аҙағындағы ассимиляцияға дусар булған [н] тартынҡыһы яҙыуҙа үҙгәрмәй: «алдынғы» — алды[ңғ]ы һ.б.; традицион: «ғаилә», «мәғариф» һ.б.;
  • яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрен айырыуға, тексты ваҡлауға (синтаксик принцип) бәйле баш һәм юл хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу һ.б.;
  • лексик-морфологик принципҡа нигеҙләнгән һүҙҙәрҙе ҡушып, айырым һәм дефис аша яҙыу ҡағиҙәләре — ике компоненттың береһе ҡыҫҡартылған һүҙ берләшмәһе: «драмтүңәрәк», «пединститут»; һүҙьяһалыш-грамматик принцип: парлы һүҙҙәр дефис аша яҙыла: «берҙән-бер», «асыҡтан-асыҡ»; дифференциациялаусы принцип: омофондар араһында сик билдәләү: «ҡартайыу» — «ҡарт айыу» һ.б.;
  • һүҙҙең ижек структураһы үҙенсәлектәре менән бәйләнгән Һүҙ киҫәктәрен бер юлдан икенсеһенә күсереү ҡағиҙәләре: «баҡ-са-лар» һ.б.;
  • график ҡыҫҡартмалар ҡағиҙәһе: һүҙҙең тәүге хәрефтәрен төшөрөп ҡалдырмау, ҡыҫҡартылған хәрефтәр һаны 2-нән кәм булмаҫҡа тейеш, ҡыҫҡартыуҙың «й», «ъ», «ь» хәрефтәре менән тамамлана алмауы: «киҫәксә» — «киҫ.» һ.б.

Әҙәбиәт

Башҡорт теленең орфографияһына ғалимдар Ҡ. З. Әхмәров, Т. Ғ. Байышев, Ә. Ғ. Бейешев, Ж. Ғ. Кейекбаев, Ә. И. Харисов, Ә. Ә. Юлдашев һәм башҡаларҙың хеҙмәттәре бағышланған.

  • Н. Ф. Суфьянова, З. К. Ишмухаметов, «Орфографический словарь башкирского языка» (на баш. яз.). Уфа: НИ «Башкирская энциклопедия», 2002. — 352 с.
  • К. Ахмеров «Орфографический словарь башкирского литературного языка / Башҡорт әҙәби теленең орфография hүҙлеге».

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.