Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы — Башҡортостан Республикаһының маҡтаулы исеме, дәүләт наградаһы. 1939 йылдың 22 октябрендә рәсми рәүештә «Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы» исеме индерелгән. 1990 йылдың 13 октябренән «Башҡорт ССР-ның халыҡ артисы» исеме тип үҙгәртелгән. Хәҙерге исеме «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары тураһында»ғы 1996 йылдың 18 апрелендәге УП-228-се Указ нигеҙендә ҡабаттан рәсми рәүештә раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы | |
Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы | |
Нигеҙләү датаһы | 18 апрель 1996 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Түбәнерәк дәрәжә | Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Башҡортостан Республикаһының артистары |
Ни өсөн бирелә?
Был исем хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы Башлығы тарафынан республиканың художестволы мәҙәниәтенә ҙур өлөш индергән һәм киң билдәлелек яулаған спектаклдәр, кинофильмдар, телеспектаклдәр, телефильмдар, эстрада, концерт, цирк программалары, телевизион һәм радиоәҫәрҙәр ижад итеп, сағыу образдар тыуҙырған, юғары оҫталыҡҡа эйә булған артистарға, режиссерҙарға, балетмейстерҙарға, дирижерҙарға, хормейстерҙарға, музыкаль башҡарыусыларға һәм башҡа сәнғәт әһелдәренә бирелә.
Ҡағиҙә булараҡ, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» йәки «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандан һуң биш йыл үткәс кенә бирелә.
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булыусыға был маҡтаулы исемдең бирелеүе тураһында Башҡортостан Республикаһының Грамотаһы һәм «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән күкрәк билдәһе тапшырыла. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһе күкрәктең уң яғына тағыла.
Күкрәк билдәһенең һүрәтләнеше
«Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» билдәһе түңәрәк формала, «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән алтын менән ялатылған яҙыулы. Билдәнең кире яғы шыма. Аҫҡы өлөшөндә башаҡтар көлтәһе, уртала — ҡурай сәскәһе. Ҡурай сатыры республика халыҡтарының берҙәмлеген символлаштыра, ә сәскә таждары Башҡортостан территорияһында йәшәгән өп тарихи ырыуҙар һанына тап килә. Башаҡтар бәйләме байлыҡты, башҡорт еренең уңдырышлылығын символлаштыра. Билдә элмәк һәм балдаҡ ярҙамында Башҡортостан Республикаһы флагының дуртмөйөшлө төҫлө ҡалыбына беркетелгән. Һәр төҫ билдәле бер мәғәнәгә эйә; күк — асыҡлыҡты, тоғролоҡто, аҡ — тыныслыҡты, сафлыҡты һәм дуҫлыҡты, йәшел — тормоштоң сәскә атыуын һәм яңырыуын белдерә.
Маҡтаулы исемгә лайыҡ булғандар
- Әминов Рим Фәйзрахман улы
- Әмиров Алмас Хәдис улы
- Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы 1990
- Ғәлимов Айҙар Ғәни улы — 2011
- Ғәниев Фәдис Рәхимйән улы — 2008
- Ғүмәров Илдар Ибраһим улы — 1999
- Дилмөхәмәтова Шәүрә Ишмулла ҡыҙы
- Заһитов Рәүис Хәбир улы
- Зыязитдинов Рим Сәләх улы
- Зыязитдинова Гөлшат Ибраһим ҡыҙы
- Иҙрисов Миңдулла Сәлимйән улы
- Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы
- Ҡорбанғәлиева Суфия Шәрәфулла ҡыҙы
- Көсөков Раил Фазыл улы
- Мәһәҙиев Риза Рафаил улы
- Сәйетов Илдар Ширҡәт улы
- Сәлихов Рафаэль Ғирфан улы
- Үтәшев Хөрмәтулла Ғаззали улы
- Хәйруллина Минзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы
- Хәсәнова Венера Ғиниәт ҡыҙы
- Хисамова Рәмзиә Ислам ҡыҙы
- Хисамова Тәнзилә Динислам ҡыҙы
- Шәрипова Гөлсәсәк Тәбрис ҡыҙы
- Шевчук Юрий Юлианович
- Юнысова Эльвира Әхтәм ҡыҙы
- Яруллин Хәмит Ғатаулла улы