Башҡортостан Республикаһының Милли музейы
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы — Башҡортостан Республикаһының 50-нән артыҡ крайҙы өйрәнеү музейҙарын берләштергән фәнни-тикшеренеү музейы. 1864 йылда губерна статистика комитеты ҡарары менән Өфө губернаһы музейы буларак ойошторола. Бөгөнгө көнгә тиклем был музей туғыҙ исем алмаштыра. 1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһының Милли музейы тип атала.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы | |
Нигеҙләү датаһы | 23 апрель (5 май) 1864 |
---|---|
Нигеҙләүсе | Өфө губернаһы статистика комитеты[d] |
Менеджер/директор | Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Бойһонған ойошма (филиал) | Әбйәлил тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы[d], Аксаковтар ғаиләһе музейы[d] һәм Ауырғазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы[d] |
Бағышланған | археология, тарих, этнография, нумизматика, Тәбиғәт, биология һәм Башҡорт балы |
Майҙан | 5684,4 квадрат метр |
Адрес | Совет урамы, 14, ул. Совесткая, 14 һәм Sovetskaya street, 14 |
Рәсми сайт | museumrb.ru |
Башҡортостан Республикаһының Милли музейы Викимилектә |
Тарихы
Губерна музейын ойоштороуҙа Н. А. Гурвич, А. Б. Иваницкий, В. И. Власов, К. А. Бух, А. А. Пекер ҡатнаша. Музей коллекцияларының төп өлөшөн урындағы сәнәғәт өлгөләре, нумизматика, энтомология, ботаника, зоология, тарих-археология экспонаттары тәшкил итә.
Музейҙы тулыландырыуҙа төрлө йылдарҙа 3. Ш. Шакиров, Г. В. Вахрушев, Ғ. Ф. Уйылданов, К. С. Никифорук, М. И. Касьянов, Д. Ғ. Йыһановтар күп көс һала. Хәҙерге көндә музей 50-нән артыҡ филиалдарҙы берләштерә. 1991 йылда музей яңы бинаға күсә (Совет урамы, 14).
Башҡортостан Республикаһының Милли музейында 100 меңдән ашыу экспонат менән танышырға мөмкин.
В. Потаниндың хәйриә фондының музейҙарға ярҙам итеү программаларында ҡатнашҡаны юҡ.
Музейҙың бөгөнгө хәле
2001 йылда музейҙың Башҡортостан буйлап 57 филиалы эшләп килә. 2001—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты указы менән Милли музейҙа рекоеструкция һәм реставрация эштәре башлана.
2003 йылда БДУ-ның Сибай филиалы һәм БДУ-ның тарих факультеты студенттары өсөн практика үткәрелә музейҙа.
2002 йылда район методик берләшмәләре етәкселәре өсөн «Башҡортостан мәҙәниәте» предметы буйынса «Һынлы сәнғәттә Салауат Юлаев образы» исемле тематик сара ойошторола.
2003 йылдың 21 мартында Ҡала Мәҙәниәт һарайында музей фондынан алынған башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһе үткәрелә.
2003 йылда музей белгестәре әҙерләү өсөн БДПУ менән 5 йыллыҡ ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла.
Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм Милли сәйәсәт министрлығының 50 йыллығына арнап, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында фотостенд булдырыла.
2004 йылдың 17 июнендә Милли музейҙың яңы экспозицион залдар асыла.
2005 йылда музейҙы 61 631 кеше күрә, 1141 экскурсия ойошторола, 388 лекция уҡыла.
Музейға виртуаль экскурсия 2022 йыл 7 февраль архивланған. яһарға мөмкин.
Музей фондтары
- Археология фонды
- Документаль фонд
- Тәбиғәт тарихы
- Ҡиммәтле металдар фонды
- Һирәк китаптар фонды
- Текстиль фонды
- Метал. Фарфор. Быяла. Керамика фонды
- Ағас фонды
- Һынлы сәнғәт фонды
- Ҡорал фонды
Ҡаҙаныштары
- Себер-Урал күргәҙмәһендә этнография эштәре буйынса көмөш миҙал (1887)
- Чиагола (АҠШ) ауыл хужалығы темаһы буйынса күргәҙмәнең бронза миҙалы (1893). Экспонаттар Чикаго музейына бүләк итеп ҡалдырыла.
- Урал-Себер күргәҙмәһендә этнография коллекцияһы өсөн көмөш миҙал (1897)
- Ҡазан ҡалаһында нумизматик коллекцияһы өсөн Император ғаиләһенән Маҡтау ҡағыҙы (1910)
Филиалдары
- Әбйәлил районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- Ш. Ә. Хоҙайбирҙиндың йорт-музейы
- Дүртөйлө районы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- С. Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы
- Әхмәтзәки Вәлиди музейы
- Салауат Юлаев музейы
- Аксаковтар ғаиләһе музейы
- Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- Туймазы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
- В. И. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы
Етәкселәре
- Абзанов Ш. С.
- Вәлиуллин Ғәли Фәйзрахман улы (2006—2018)
- Зөлҡәрнәйев Марат Миңлеғәли улы (2018—2021)
- Ярмуллина Альбина Зөфәр ҡыҙы (2021—2022)
- Исхаҡов Рөстәм Әхмәт улы (2022 йылдан)
Галерея
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Валиуллин Г. Ф. Национальный музей Республики Башкортостан: история создания и развития. — Уфа: Китап, 2009. — 152 с.: ил. ISBN 978-5-295-04718-3
Һылтанмалар
- Вәлиуллин Ғ. Ф. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Башкортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһында музей тураһында(недоступная ссылка)
- Милли музейҙа яңы етәксе