Балауыҙ
Балауыҙ — үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһында киң таралған юғары майлы кислоталарҙан һәм иң юғары молекулалы спирттарҙан торған ҡатмарлы эфир.
Бал ҡорто балауыҙы
Эшсе ҡорттарҙың ҡорһаҡ аҫтында урынлашҡан балауыҙ биҙҙәре бүлеп сығарған матдә; ул 200-ҙән ашыу төрлө матдәләрҙән һәм берләшмәнән тора.
Кәрәҙ
Балауыҙ табағы Балауыҙ заводтарында йәки оҫтаханаларында күҙәнәкләп эшләнгән яһалма кәрәҙ.
Әҙәбиәт
Г. Д. Зәйнуллина. Умартасылыҡ һүҙлеге. Өфө-2001 йыл. 155 бит
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.