Байғаҙы

Байғаҙы (рус. Байгазино) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл, Байғаҙы ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 360 кеше[1]. Почта индексы — 453580, ОКАТО коды — 80219809001.

Ауыл
Байғаҙы
рус. Байгазино
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Бөрйән районы

Ауыл советы

Байғаҙы

Координаталар

53°09′46″ с. ш. 57°43′30″ в. д.

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 219 809 001

ОКТМО коды

80 619 409 101

Байғаҙы (Рәсәй)
Байғаҙы
Байғаҙы
Байғаҙы (Башҡортостан Республикаһы)
Байғаҙы

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август478
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар210
1959 йыл 15 ғинуар192
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар302
2002 йыл 9 октябрь409
2010 йыл 14 октябрь36018117950,349,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[2].


2022 йылдың 1 мартына ҡарата Байғаҙы ауылында 375 кеше йәшәй, шуларҙан 167 ир-ат (44.66%) һәм 208 ҡатын-ҡыҙ (55.34%) тәшкил итә[3].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Собханғол): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 146 км

Ауыл тарихы

Ә.Әсфәндиәровтың «Башҡортостан ауылдары тураһындағы мәғлүмәттәр» китабында былай тип яҙылған: "Сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев (1770—1853) Һәүәнәк йылғаһы буйында ауыл нигеҙләй һәм уға үҙенең исемен ҡуша. Уның улдары Аллағол (уның улы Тәңребирҙе), Шәрәфетдин, Ишмырҙа Байғазиндар билдәле. 1816 йылғы иҫәп алыу материалдарынан күренеүенсә, Байғаҙы, Бикмөхәммәт, Килмөхәмәт, Рәхмәтулла Тимер ауылында, ә 1850 йылғы иҫәп алыу буйынса улар бала-сағалары менән Байғаҙыла йәшәгән. Байғаҙы ауылы ойошторолған йылда унда 168 кеше йәшәгән, 1859 йылда — 220, 1920 йылда — 478 кеше. 24 йорттан 22-һе күсмә тормош алып барған. Уларҙың 116 аты, 52 һыйыры, 47 һарығы, 14 кәзәһе булған. Ауылда бөтәһе 14 солоҡ ҡорто булған. Бында шуны ла әйтергә кәрәк: бөтә солоҡтарын һәм умарталарын йәшереү сәбәпле, улар иҫәпкә алынмаған. Ауыл халҡы 16 бот ужым һәм 320 бот яҙғы иген сәскән. 1900 йылда мәсет булған.

Рядовойҙар Хәйбулла Ташбулатов, Рәсүл Ишкилдин 1805—1807 йылдарҙа Наполеонға ҡаршы кампанияла ҡатнаша. Ниғмәтулла Юлъяҡшин — 15-се полк составында Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ике көмөш миҙал менән бүләкләнгән[4]. … д а у а м ы

1924 йылда Байғаҙы ауылында ике йыллыҡ мәктәп асыла. Дәрестәр ғәрәп телендә алып барыла. Ауылдың беренсе уҡытыусыһы — сәсән Мөхәмәтҡолов Сабирйән Мөхәмәтзакир улы. 1929—1930 уҡыу йылында Ғәлиәкбәрҙән Сәғитов Хаммат Ҡәйүм улы латин хәрефе буйынса дәрестәр бирә. Мәктәп 1951—1952 йылдарҙа 7 йыллыҡ, 1970 йылда 8 йыллыҡ булып китә. 1993 йылда дөйөм урта белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә[5].

Билдәле шәхестәре

Урамдары

  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Ураҙа урамы (рус. улица Уразы)
  • Сәлих Псянчин урамы (рус. улица Салиха Псянчина)
  • Дамулла Баязитов урамы (рус. улица Дамуллы Баязитова)
  • Урман урамы (рус. Лесная улица)
  • Һәүәнәк урамы (рус. улица Суваняк)[6].

Ер-һыу атамалары

  • Һәүәнәк йылғаһы
  • Сәңгелдәк йылға
  • Үргейылға
  • Күперлейылға
  • Түгелмә йылғаһы
  • Оло йылға
  • Бәләкәй йылға
  • Турыйылға

Тикшеренеү эше

Видеофильмдарҙа

Сығанаҡтар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Байғаҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 16 февраль 2022)


This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.