Байкал аръяғы крайы
Байкал аръяғы крайы (Байғал аръяғы крайы; рус. Забайкальский край, бүр. Үбэр Байгалай хизаар) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә.
Рәсәй Федерацияһы субъекты | |||||
Байкал аръяғы крайы
| |||||
| |||||
| |||||
Административ үҙәк |
Чита | ||||
12-се | |||||
- Барлығы |
431 892 км² | ||||
- Барлығы |
↘1 083 012[1] (2016) 2.51 кеше/км² | ||||
ТТП |
54-се | ||||
- Барлығы (ағым. хаҡ.) |
162,1[2] млрд. һум (2010) 126,0 мең һум | ||||
Федераль округ |
Себер | ||||
Иҡтисади район |
Көнсығыш Себер | ||||
Губернатор |
Константин Ильковский | ||||
Край ҡануниәт йыйылышы рәйесе |
Наталья Жданова | ||||
75 | |||||
RU | |||||
Сәғәт бүлкәте |
YAKT[d] һәм Азия/Чита[d][3] |
Административ үҙәге — Чита ҡалаһы.
Географияһы
Край Байкал арьяғында урынлашҡан. Төньяҡта — Иркутск өлкәһе һәм Саха Республикаһы, көнбайышта — Бүрәт Республикаһы, көньяҡта — Монголия һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы, көнсығышта — Амур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 431 892 км².
Тарихы
Чита өлкәһе 1937 йылдың 26 сентябрендә Көнсығыш Себер өлкәһен Иркутск һәм Чита өлкәләренә бүлеү менән барлыҡҡа килә.
2007 йылдың 23 июлендә Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округы Рәсәй Федерацияһының яңы субъектына — Байкал аръяғы крайына берләшә.
Билдәле шәхестәре
- Нефёдова Тамара Ивановна (1951—28.10.2005), журналист. 1973 йылдан «Вечерняя Уфа» гәзите хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2002 йылдан — бүлек мөдире. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы, 1995 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005). Хада-Булаҡ ҡасабаһынан[4].
Халҡы
Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, край халҡы 1 083 012 (2016) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 2.51 кеше/км2 (2016). Ҡала халҡы — 67.64 % (2015).
Чита өлкәһе һәм Агинск Бүрәт автономиялы округында 1989 йылда — 2138, 2002 йылда — 1228 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].
Иҫкәрмәләр
- Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
- https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
- Башҡорт энциклопедияһы — Нефёдова Тамара Ивановна (Тикшерелеү көнө: 6 март 2021)
- Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Константинов А. В., Константинова Н. Н. История Забайкалья (с древнейших времен до 1917 года). — Учебное пособие по региональному компоненту образования. — Чита: Изд-во ЗабГГПУ, 2002. — 248 с. — ISBN 5-85158-217-0.
- Кулаков В. С. География Забайкальского края. — Учебное пособие. — Чита: Экспресс издательство, 2009. — ISBN 9785956601266.
- Читинской области — 70 лет. Чита, 2007.