Аҡыҡ
Аҡыҡ — ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге аҫыл таш.
Аҡыҡ | |
---|---|
Шымартылған аҡыҡ | |
Формула | SiO2 |
Сингония | Тригональная |
Төҫө | ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары |
Һыҙат төҫө | Аҡ |
Ялтырауығы | Балауыҙ төҫө |
Үтә күренеүсәнлеге | Просвечивает в тонких срезах |
Ҡатылығы | 6,5 - 7 |
Йәбешеүсәнлеге | Юҡ |
Һыныусанлығы | Неровный, реже - скорлуповатый |
Тығыҙлығы | 2,58 - 2,64 г/см³ |
Һыныу күрһәткесе | 1,530 - 1,539 |
Халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынсаса аҡык бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер (көрән), хризопраз (йәшел). Һыҙыҡлылар: төрлө составлы оникстар. Таплылар: гелиотроп (ҡыҙыл таптар йәки йәшел фондағы һыҙыҡтар), моховиктар (ҡара йәки йәшел ҡушылдыҡлы һөттәй аҡ).
Башҡортостан территорияһында аҡык ҙур запастары Силәбе өлкәһе сигендә (Магнитогорск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ) табылған. Биҙәү һәм ярым аҫыл таш.
Аҡыҡ башҡорт мифологияһында
- Ҡурсалау маҡсатынан йәш килендәргә аҡыҡ ҡашлы йөҙөк, беләҙек йөрөтөргә ҡушҡандар. [1]
Литература
- Шуман В. Мир камня. Драгоценные и поделочные камни. — М.: Мир, 1986. С.120.
Иҫкәрмәләр
- Мифологический словарь башкирского языка (Ф.Г.Хисамитдинова, 2010)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.