Аҡъяр (Хәйбулла районы)

Аҡъяр (рус. Акъяр) — Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районындағы ауыл, район үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 6941 кеше булған[3]. Ауыл аша ОрскСибайМагнитогорск автомобиль юлы үтә. ОКАТО коды — 80255815000.

Ауыл
Аҡъяр
рус.  Акъя́р
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципальный район

Хәйбулла

Сельское поселение

Аҡъяр

Координаталар

51°51′49″ с. ш. 58°12′38″ в. д.

Нигеҙләнгән

1843

Элекке исеме

Хәйбулла

Майҙаны

6,57 км²

Климат тибы

умеренно континентальный

Халҡы

6941[1] кеше (2010)

Тығыҙлығы

1056,46 кеше/км²

Конфессиональ составы

мосолмандар

Этнохороним

аҡъярҙалылар[2]

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34758

Почта индексы

453800

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 255 815 001

ОКТМО коды

80 655 415 101

ГКГН номеры

0013356

Аҡъяр (Рәсәй)
Аҡъяр
Аҡъяр
Аҡъяр (Хәйбулла районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аҡъяр

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь69413265367647,053,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл тарихы

Ҡуcҡар ауылы халҡы Ташлы йылғаһы тамағында элекке йәйләү ерҙәрендә бер-береһенән алыҫ булмаған өс утарға нигеҙ һала: Биребаш, Шыҡыр, Кутанай. 1834 йылда Ырымбур губернаторы В.А. Перовскийҙың тораҡ пункттарҙы эреләтеү тураһында бойороғо сыға. Ошо бойороҡ нигеҙендә Ташлы йылғаһы буйынан өс утар бөгөнгө Аҡъяр урынына күсерелә. Күсенеүҙе әүҙем ойоштороусыларҙың береһе отставкалағы старшина аҡһаҡал Хәйбулла Уралов (1781-1852) була. Яңы урынға тәүгеләрҙән булып 1843 йылда Ғәбделйәлил Юлдашбаев күсеп ултыра. 1848 йылдан алып ауыл тулы ҡанлы тормошо менән йәшәй. 1850 йылда ауылда 26 йортта 180-дән ашыу кеше иҫәпләнгән. Был ауылда йәшәүсе ҡайһы бер кешеләрҙе билдәләп үтергә мөмкин: Ишкилде, Ғәйетҡолдо, Кейепҡолды, Һағынбай Күсәковтың улы Шәмғол; отставкалағы урядник 4-се тирмә старшинаһы ярҙамсыһы Ғәли Байғусҡар улы Йәғәфәров (1793 йылғы) , уның улдары: урядник Исмәғил, Хәсән, Ғүмәр, Абдулла, Арыҫланғәли; Йәнгелде Байғусҡар улы Йәғәфәров, уның улдары: Мөхәмәтҡунафиә, Рахманғол, Мирзағәли; Яҡуп Байғусҡаров; Хөсәйен Дәүләтбаев; «ауыл башлығы» Ибраһим Юламан улы Дәүләтбаев.

1859 йылда Хәйбулла ауылы Ырымбур өйәҙе 4-се башҡорт кантоны 4-се Үҫәргән йортона ингән, ауылда 79 йорт һәм 552 кеше иҫәпләнгән.[4]

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» тигән китапта ошондай яҙыу бар:«Орский уезд, 2-й стан, № 773 дер. Хайбуллина (Акзярь), башк., расположена у р. Таналык, между правой стороной старо-линейного тракта и левой почтового тракта из г. Орска в г. Верхнеуральск. Расстояние от уездного города 92 версты, от становой квартиры 39 верст, число дворов 76, число жителей: муж. 273, жен. 246. В деревне имеется мечеть.»[5]

Йылына ике тапҡыр Хәйбулла ауылында йәрминкәләр үткәрелгән: тәүгеһе 20-28 февралдә, икенсеһе 10-16 ноябрҙә. 1881 йылда ауылда 104 йорт һәм 936 кеше, 1897 йылда 172 ихата һәм 1000-дән ашыу кеше иҫәпләнгән.

4-се Үҫәргән улусында 64 ауыл булған, шуларҙың 34-е башҡорт ауылы. Быуат башында халыҡ артҡан, шуға күрә 4-се Үҫәргән улусын 4 улусҡа бүлгәндәр:

  1. 4-се Үҫәргән улусы (үҙәге Һабыр ауылы)
  2. 2. Федоровка улусы
  3. 3. Һамар улусы
  4. 4. Хәйбулла - Үҫәргән улусы

1917 йылда Аҡъяр ауылында 309 йорт һәм 1579 кеше иҫәпләнгән.

1926 йылда Хәйбулла-Үҫәргән улусында 41 ауыл иҫәпләнә, уға Һамар улусынан 5 ауыл һәм Түңгәүер улусынан 20 ауыл беркетелә. Бындай составта Хәйбулла улусы (Үҫәргән һүҙе яҙылмаған) 1930 йылға тиклем булған. 1930 йылдың авгусында Хәйбулла районы ойошторола. Уға Хәйбулла улусы һәм 4-се Үҫәргән (Һабыр) улусының 120 ауылы инә. Аҡъяр ауылы район үҙәгенә әйләнә.[4]

Билдәле шәхестәре

  • Бағышаев Зәйнулла Абдулғәлим улы (16.01.1946), ғалим-педагог, юғары хәрби мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1967 йылдан СССР Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре хеҙмәткәре; 1979 йылдан Эске ғәскәрҙәрҙең Һарытау юғары хәрби училищеһы уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992 йылдан — конституцион һәм административ хоҡуҡ кафедраһы начальнигы. 1997 йылдан Өфө юридик институты начальнигы урынбаҫары; 1999 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта һөнәри белем буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Рәсәй Федерацияһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты. Педагогия фәндәре докторы (2004), профессор (2004). II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры (2006).
  • Луценко Панна Афанасьевна (29.11.1938), педагогик хеҙмәт ветераны, 1976—1998 йылдарҙа Аҡъярҙағы 2-се урта мәктәптең директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
  • Мырҙагилдина Клара Ғәзиз ҡыҙы (11.12.1933—1989), китапханасы, 1968—1989 йылдарҙа Күмертау ҡалаһының үҙәк балалар китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының (1976) һәм РСФСР-ҙың (1985) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[6].
  • Нураева Бибинур Ғәйнетдин ҡыҙы (10.02.1909—11.08.1991), журналист. СССР Журналистар союзы һәм КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1964).
  • Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы (ҡыҙ фамилияһы Ҡәйепова; 23.03.1958), уҡытыусы-логопед, методик ҡулланмалар авторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).

Рәсемдәр

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)
  • Рахимов. Р. История башкирских деревень Хайбуллинского района.// Ватандаш, 1998 г., № 9. Стр. 18—42.
  • Кусимова Т. Х., Биккулова С. А. Башкирские имена. — Уфа: Башкирское издат-во «Китап», 2001. — 224 с.
  • Список населенных мест. Часть II. Оренбургская губерния. 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.