Аҡсәйет

Аҡсәйет (рус. Аксаитово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 794 кеше[2].

Ауыл
А3сёйет
башҡ. Аксаитово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле

Ауыл советы

Аҡсәйет

Координаталар

56°21′49″ с. ш. 55°35′46″ в. д.

Нигеҙләнгән

XVIII быуат урталары

Халҡы

794[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452830

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 810 001

ОКТМО коды

80 650 410 101

ГКГН номеры

0665532

А3сёйет (Рәсәй)
А3сёйет
А3сёйет
Аҡсәйет (Башҡортостан Республикаһы)
А3сёйет

Почта индексы — 452830, ОКАТО коды — 80250810001.

Ауылға нигеҙҙе Ирәкте ырыуы башҡорттары һалған.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь79439140349,250,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (97 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 21 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 7 км

Урамдары

  • Азин урамы (рус. Азина улица)
  • Гагарин урамы (рус. Гагарина улица)
  • Йылға буйы урамы (рус. Заречная улица)
  • Киров урамы (рус. Кирова улица)
  • Колхоз урамы (рус. Колхозная улица)
  • Мөхәмәҙуллин урамы (рус. Мухамадуллина улица)
  • Мөхәмәтйәновтар урамы (рус. Мухаметьяновых улица)
  • Чапаев урамы (рус. Чапаева улица)
  • Шакирьяновтар урамы (рус. Шакирьяновых улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • башҡ. Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[4]

Тарихы

XVIII быуат башында Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ биләмәләрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә) ауылға нигеҙ һалған. Аҡсәйет ауылына исем биргән антропоним аңлашылмаған сәбәптәр арҡаһында ревизияла иҫәпкә алынмаған, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773-1775) йылдарында Ирәкте улусы халҡы пугачевсылар яҡлы булыуы яҡшы билдәле. Улар араһында, башҡорттарҙан тыш, 4 яһаҡлы татар ҙа булған. 1834 йылғы ревизия һөҙөмтәләре буйынса, бында 22 ир-егет һәм 20 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән 4 типтәр йорто ла булған. Уларҙың ата-бабалары бында Өфө провинция канцелярияһының 1747 йылдың 24 июнендәге указы буйынса ҡабул ителгән. Үрҙә телгә алынған 4 яһаҡлы пугачевсылар яҡлы татар типтәрҙәр ҡатламына күсә, йәғни улар үҙҙәренең общинаһынан (ауылдан ғына түгел) ғына түгел, ә үҙҙәренең ҡатламынан сыға. Шулай итеп улар, «яңы типтәр» ҡатламдың бөтә хоҡуҡтарын һәм бурыстарын үҙ өҫтөнә алған. Татар типтәрҙәре Аҡсәйет ауылында «башҡорттар менән бергә» йәшәгән. Ауыл был датанан күпкә алдараҡ барлыҡҡа килгән.[5]

1834 йылғы ревизия буйынса 4 татар типтәрҙәренең исемдәре билдәле. 1)53 йәшлек Абдрахман Ҡантутанов һәм уның туғандары: 50 йәшлек Әбдрәхим (уның улы Зәйнәғәбдин, 2 йәш), 36 йәшлек Байрамғол. 2) Ибраһим Мусин (1749-1832 йылдар); уның улдары: 55 йәшлек Хисаметдин, 43 йәшлек Ниғмәтулла (уның улдары: Зәйнулла, Әхмәтулла); уларҙың туғандары: 35 йәшлек Ғәлиулла (уның балалары: 4 йәшлек Фазуллайәш, 7 йәшлек Вәлиулла); 30 йәшлек Вәлиәтмөхәмәт; 21 йәшлек Ғәлиша (уның улы Ғәбделшафиҡ). 3) Рафиҡ Мусин (1772-1819 йылдар), 19 йәшлек улы Ардыуан. 4) Ғалим Рафиҡов, 39 йәш; улдары: 9 йәшлек Мөхәмәтәмин, 3 йәшлек Сәфәрғәлий, 2 йәшлек Мөхәмәтрәхим. Фәхритдин Рафиҡов, 53 йәш (улдары: 21 йәшлек Мөхәмәтсадиҡ, 3 йәшлект Дәүләтбай).[5]

1811 йылда 41 йортта 123 башҡорт күрһәтелгән (VI ревизия ҡатын-ҡыҙҙарҙы иҫәпкә алмаған). VIII ревизии 136 башҡорт һәм 147 башҡорт ҡатын-ҡыҙы булыуын билдәләй. Типтәрҙәр һаны: 42 кеше йәки 14,8%. 1850 йылда 280 башҡорт иҫәпләнә, 1859 йылда - 254 кеше. 26 кеше кәмеүен Сорғолдо ауылы барлыҡҡа килеүе менән аңлатып була, 1843 йылда унда 8 ғаилә күсеп ултыра. Артабан Аҡсәйеткә күсеп килеүселәр арта. 1870 йылда 503 кеше теркәлгән.

1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында милләте билдәләнмәгән 1454 кеше теркәлгән. Ул ваҡытта 293 хужалыҡ булған. 1920 йылда ауыл Урал өлкәһе составында була. Биш йылдан һуң дөйөм йорт-хужалыҡтар һанын ғына күрһәтелгән (234).[5]

Документтарҙа, аҡсәйет-ирәктеләр икенсе башҡорт улусы Урандың аҫаба ерендә йәшәгән, тип телгә алына.[6]

1842 йылда 283 кешенең һәр береһенә 3,4 бот ужым һәм 3,9-шар бот яҙғы иген сәселгән. Ауылда тирмән булмаған, тирмән 1870 йылда теркәлгән. Ул ваҡытта иһә 52 йорттоң һәр хужалығына 2,1 йылҡы малы, 2,8-шәр һыйыр, 2-шәр һарыҡ, 1,7 кәзә тура килгән. Ауылда 10 умарта һәм 5 солоҡ булған.[5]

Мәсет XIX быуат башынан алып билдәле. Шул быуаттың 70-се йылдарында 90-сы йортло ауылда 2 «училище», йәғни мәсет эргәһендә 2 мәктәп-мәктәп эшләгән.[7]

Билдәле шәхестәре

Видиофольмдар

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ревизия мәғлүмәттәре

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.