Ағиҙел (бейеү ансамбле)

АғиҙелСалауат ҡалаһының “Нефтехимик" ял һәм ижад үҙәгенең халыҡ бейеүҙәре ансамбле.

«Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле
Йылдар

1962

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ҡала

Салауат

Тарихы

1962 йылда ойошторолған ансамбль Башҡортостан Республикаһының алдынғы ижади коллективы булып тора, 1965 йылда “халыҡ ансабле" исемен ала. Рәсәй Федерацияның атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы (2011). 1986 - 2015 йылдарҙа бейеүҙәр ансамблдең үҙ оркестры оҙатыуында башҡарыла.

Беренсе юғары награданы ансамбль 1967 йылда Мәскәүҙә ала, Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт фестивале дипломанты була. Ансамбль бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрендә лә еңеү яулай.[1]

«Ағиҙел» бейеү ансамбле репертуарында донъя халыҡтары бейеүҙәре һәм стилләштерелгән халыҡ бейеүҙәре бар. Коллектив 40-тан ашыу төрлө бейеү башҡара. 60 йыл эсендә ансамбль 170-тән ашыу бейеү башҡарған, Германияла, Италияла, Ҡытайҙа, Испанияла, Португалияла, Грецияла, Бельгияла, Францияла, Төркиәлә, Сицилияла гастролдәрҙә булған, зона, республика, бөтә Союз, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәр, конкурстар һәм смотрҙар лауреаты исемен алған.

Үҙешмәкәр халыҡ ижадын үҫтереүҙәге ҙур уңыштары һәм Башҡортостандың бейеү сәнғәтенә 2010 йылда ҙур өлөш индергәне өсөн коллектив республикала беренселәрҙән булып «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды, 2016 йылда ансамбль үҙенең исемен ҡабаттан раҫланы (2016 йылдың 23 ноябрендәге 2563-сө бойороҡ). 2023 йылда коллектив йәнә маҡтаулы исем алды.

Салауат ҡалаһының «Нефтехимик» мәҙәниәт һарайына «Газпром Нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбленә (художество етәксеһе - Силин Дмитрий Валерьевич) «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеме бирелде. Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова 2023 йылдың 10 ғинуарындағы 11-се бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.[2]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.