Атлас тауҙары

Атлас тауҙары (ғәр. جبال الأطلس; атамаһы грек. Ἄτλας — грек мифологияһы титаны Атлас исеменән барлыҡҡа килгән) — Африканың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан ҙур тау системаһы. Атлас тауҙары Марокконың атлантик яр буйынан Алжир аша Тунис яр буйына ҡәҙәр һуҙылған[2][3][4].

Атлас
ғәр. جبال الأطلس
Атлас тауҙары төньяҡ-көнбайыш Африканың картаһында (ҡыҙыл менән билдәләнгән)
Атлас тауҙары төньяҡ-көнбайыш Африканың картаһында (ҡыҙыл менән билдәләнгән)
Характеристикалар
Майҙаны775 340 км²
Оҙонлоғо2092 км
Киңлеге1019 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеТубкаль 
Бейек нөктәһе4167[1] м
Урынлашыуы
31°03′42″ с. ш. 7°54′57″ з. д.
Африка
Красная точка
Атлас
 Атлас тауҙары Викимилектә
Атлас һырттары

Тәүҙә Атлас тип боронғо Мавритания сиктәрендә урынлашҡан тау системаһының көнбайыш һәм үҙәк өлөштәрен атағандар. Һуңыраҡ Котей (Спартель) морононан Габес ҡултығына тиклем булған бөтә тау системаһын берләштереп был исем менән атай башлайҙар[5].

Һырттарҙың оҙонлоғо — 2092 км. Иң бейек нөктәһе — Тубкаль тауы (4167 м), Марокконың көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Атлас тауҙары һырттарҙан (Телль-Атлас, Юғары Атлас, Урта Атлас һәм Сахара Атласы), эске яйлаларҙан (Бейек яйлалар, Марокко Месетаһы) һәм тигеҙлектәрҙән тора.

Атлас тауҙары урта диңгеҙ һәм атлантик яр буйҙарын Сахара сүллегенән айырып тора. Бында башлыса ғәрәптәр һәм бәрбәрҙәр йәшәй.

Иҫкәрмәләр

  1. Peakbagger.com
  2. Тунис. Справочная карта. Масштаб 1:1 000 000. Омск, Роскартография, 2004
  3. Большая советская энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — 3 издание. М.: Сов. энциклопедия, 1970. — Т. 2. — С. 380.
  4. Словарь современных географических названий / (Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. — Электронное издание. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  5. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. М.: Недра, 1986. — С. 28.

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.