Ангара

Ангара́ (бүр. Ангар мүрэн)[3] — Көнсығыш Себерҙәге йылға, Йәнәсәйҙең уң ҡушылдығы, Байкал күленән сыҡҡан берҙән-бер йылға[4]. Рәсәй Федерацияһының Иркутск өлкәһе һәм Красноярск крайы территориялары буйлап аға.

Ангара
бүр. Ангар мγрэн
Характеристика
Оҙонлоғо 1779 км
Бассейн 1 039 000 км²
Һыу сығымы 4530[1] м³/с
Һыу ағымы
Инеше Байкал
 · Бейеклеге 456[2] м
 · Координаталар 51°52′00″ с. ш. 104°49′10″ в. д.
Тамағы Йәнәсәй
 · Бейеклеге 76 м
 · Координаталар 58°06′ с. ш. 93°00′ в. д.
Урынлашыуы
Һыу бассейны Йәнәсәй Кара диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Иркутск өлкәһе,Красноярск крайы
РДҺР 16010100112116200000012
Ангара (Себер федераль округы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Ангара Викимилектә

География

Оҙонлоғо — 1779[5] км. Бассейн майҙаны 1039 мең[5] км², шул иҫәптән Байкал күле бассейны майҙанын һанамайынса — 468 мең км²[1][6].

Ангара инешенә һыу сығымы — 1 855 м³/с, Братскта — 2814 (14200-гә тиклем), Богучаныла — 3515 м³/с, тамағында — 4 530 м³/с тәшкил итә[1][6][7][8].

Төп ҡушылдыҡтары:

  • уң — Илим, Чадобец, Иркинеева, Каменка, Ката, Куда, Оса, Ида;
  • һул — Тасеева, Иркут, Китой, Белая, Ока, Ия, Кова, Мура[9].

Йылғала 4 гидроэлектростанция төҙөлгән, улар Ангара ГЭС каскадын тәшкил итә: Иркутск, Братск, Усть-Илимск һәм Богучаны ГЭС-тары.

Ангара буйындағы ҡалалар: Иркутск, Ангарск, Усолье-Сибирское, Свирск, Братск, Усть-Илимск.

Иҫкәрмәләр

  1. Angara At Tatarka, R-Arcticnet V4.0
  2. Река Ангара, RussiaDiscovery
  3. Откуда пошла Ангара. Ангара. Байкальский край — информационно-краеведческий портал 2018 йыл 29 июнь архивланған.
  4. Байкальское озеро // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  5. «Река АНГАРА» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  6. Angara At Irkutskaya GES, R-Arcticnet V4.0
  7. Angara at Boguchany 2009 йыл 24 ноябрь архивланған., UNESCO: Water resources
  8. Angara At Bratskaya GES, R-Arcticnet V4.0
  9. А. А. Соколов Глава 23. Восточная Сибирь // Гидрография СССР. — 1954 г..

Әҙәбиәт

Һылтанмалар



Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.