Алыҫ Көнсығыш федераль округы
Алыҫ Көнсығыш федераль округы (рус. Дальневосточный федеральный округ) — 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма.
ФО үҙәге | Владивосток ҡ. |
---|---|
Майҙаны | 6 215 900 км² (36,4 % РФ-нан) |
Халҡы | ↘6 194 969[1] кеше (1 ғинуар 2016) |
Халыҡ тығыҙлығы | 1,04 кеше/км² |
Субъекттар һаны | 9 |
Ҡалалар һаны | 68 |
Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Юрий Трутнев |
Рәсми сайт | www.dfo.gov.ru |
Хоҡуҡи-административ торошо
Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып иҫәпләнмәй, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[2].
Халҡы һәм милли составы
2002 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда 2002 йылдың 9 октябренә ҡарата Алыҫ Көнсығыш федераль округында 6 692 865 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 4,61%-ын тәшкил итә.
Милли состав:
- Урыҫтар — 4 964 107 (78,88 %)
- Сахалар — 469 897 (7,47 %)
- Украиндар — 154 954 (2,46 %)
- Корей халҡы — 56 973 (0,91 %)
- Татарҙар — 40 003 (0,64 %)
- Эвенкиҙар — 27 030 (0,43 %)
- Белорустар — 24 502 (0,39 %)
- Эвендар (ламуттар) — 22 172 (0,35 %)
- Үзбәктәр — 19 561 (0,31 %)
- Әрмәндәр — 19 157 (0,30 %)
- Әзербайжандар — 16 150 (0,26 %)
- Башҡорттар — 6 784 (0,11 %)
2010 йылдағы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә[3] ҡарағанда, ошо округта 6 293 129 кеше йәшәгән. Шулай итеп, һигеҙ йыл эсендә Алыҫ Көнсығыш федераль округы халҡы 400 000 кешегә кәмегән.
Иң ҙур ҡалалары
- Владивосток
- Хабаровск
- Амурҙағы Комсомольск
- Яҡутск
- Благовещен
- Петропавловск-Камчатский
- Южно-Сахалинск
- Находка
- Уссурийск
- Артём
- Магадан
- Биробиджан
- Белогорск
- Нерюнгри
- Свободный
- Арсеньев
- Улан-Удэ
- Чита
Округ составы
№ | Флаг | Федерация субъекты | Административ үҙәк | Майҙаны (км²) | Халҡы (кеше) | ТТП (млрд. һум.) | ТТП (кешеҙә, һум.) |
---|---|---|---|---|---|---|---|
1 | ![]() |
Амур өлкәһе | Благовещен | 361 913 | ↘805 689[1] | 136,784 | 167 441 |
2 | ![]() |
Йәһүд автономиялы өлкәһе | Биробиджан | 36 266 | ↘166 120[1] | 26,695 | 154 600 |
3 | ![]() |
Камчатка крайы | Петропавловск-Камчатский | 464 275 | ↘316 116[1] | 78,248 | 244 106 |
4 | ![]() |
Магадан өлкәһе | Магадан | 462 464 | ↘146 345[1] | 41,948 | 275 325 |
5 | ![]() |
Приморье крайы | Владивосток | 164 673 | ↘1 929 008[1] | 319,359 | 164 004 |
6 | ![]() |
Саха (Яҡутстан) Республикаһы | Яҡутск | 3 083 523 | ↗959 689[1] | 304,986 | 319 163 |
7 | ![]() |
Сахалин өлкәһе | Южно-Сахалинск | 87 101 | ↘487 293[1] | 335,878 | 681 015 |
8 | ![]() |
Хабаровск крайы | Хабаровск | 787 633 | ↘1 334 552[1] | 273,212 | 203 573 |
9 | ![]() |
Чукот автономиялы округы | Анадырь | 721 481 | ↘50 157[1] | 30,699 | 604 549 |
10 | ![]() |
Байкал аръяғы крайы | Чита | ||||
11 | ![]() |
Бүрәт Республикаһы | Улан-Удэ |
Тасурилама
Алыҫ Көнсығыш федераль округтың майҙаны 6 215 900 километр квадрат, ул бөтә Рәсәйҙең 36% майҙанын тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
- Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год . Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
- Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)
- Всероссийская перепись населения 2010 года. Официальные итоги с расширенными перечнями по национальному составу населения и по регионам. 2021 йыл 9 декабрь архивланған.: см. 2012 йыл 18 октябрь архивланған.