Алтын Солоҡ

Алтын Солоҡ (рус. Золотая борть) — Бөрйән районындағы ҡурсыулыҡ, Башҡорт ҡыр (бөрйән) бал ҡортон һаҡлау өсөн булдырылған. Ҡурсыулыҡтың майҙаны — 91 мең кв. м. «Алтын Солоҡ» Башҡортостан ҡурсаулыҡтары биләгән ерҙәрҙең ундан бер өлөшөн алып тора. Шүлгәнташ ҡурсаулығы менән бергә Юнесконың Бөтә донъя ҡомартҡылары объекттарының исемлегендә буласаҡ Башҡорт Уралы комплекслы биосфера резерваты составына инә.

Алтын Солоҡ
Категория МСОПкатегория МСОП IV: заказник[d] (Территория управления видами или местообитаниями)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны90 мең 680 гектар 
Нигеҙләнгән ваҡыты[[1997 йыл]] 
Урынлашыуы
53°54′36″ с. ш. 57°09′11″ в. д.
Рәсәй
Точка
Алтын Солоҡ
Мәсем тауы ҡаяһынан күренеш

Алтын-Солоҡ заказнигы (тыйыулыҡ) 1997 йылда ойошторола. Бында солоҡ бал ҡортонан тыш һирәк осраған, юҡҡа сығып барған үҫемлектәр һәм хайуандар ҙа һаҡлана. Был ҡурсыулыҡта мәҙәни-тарихи әһәмиәткә эйә объекттар урынлашҡан: Шүлгәнташ мәмерйәһе (Капово), уның 3 км һаҡлау зонаһы, Бөрйәндең иң юғары нөктәһе булған Мәсем тауы.

Ҡурсаулыҡҡа юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Уның территорияһында барит-полиметаллик рудалар табылған[1].Берәй фирма был ерҙәрҙе үҙләштерергә тотонмаҫ тип бер кем дә гарантия бирә алмай.

Иҫкәрмәләр

  1. Барит(недоступная ссылка)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.