Аллаһ

Аллаһ (ғәр. الله) — Исламда юғары илаһи зат.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ҡөрьәндә Аллаһ бер һәм берҙән-бер илаһи көс, донъяны яралтыусы һәм Ҡиәмәт көнөнән һуң Ахыры заманда хөкөм итеүсе тип әйтелә. Мөхәммәт ﷺ иһә ер йөҙөндә уның һуңғы Пәйғәмбәре (Нәби) һәм илсеһе (Рәсүл). Бына ошоно танып әйтелгән шаһитлыҡ итеү Исламда шәһәҙәт тип атала. Шәһәҙәт әйтеп, кеше мосолманлыҡ ҡабул итә.

Аллаһы Тәғәлә донъяны, мәхлүҡәтте (йән эйәләрен), тәбиғәтте, бәндәләрҙе яралтыусы, бар итеүсе.

Аллаһы Тәғәлә ер йөҙөндәге бәндәләрҙе бергә йыйып, үлеләрҙе терелтеп хөкөм итер, йә тамуҡта-йәһәннәмдә, йә иһә ожмах-йәннәткә юллар. Кешеләргә Аллаһ үҙенең барлығын ғүмәлдәре менән күрһәтә һәм белдерә. Донъялағы һәр бер әйбер — Аллаһ мөғжизәһе.

Ҡөрьән дә — Аллаһ мөғжизәләренең береһе. Аллаһ тураһындағы тәғлимәт — Ислам диненең асылы. Аллаһы Тәғәләнең берҙән-берлеге тураһындағы тәғлимәт (тәүхид) Исламдың төп ҡануны.

Истанбул, ая-Суфия мәсетендә Аллаһ шәмаилы

.

Ҡөрьәндә күп мәғлүмәт бар Аллаһ Тәғәлә хаҡында, уҡығыҙ Ҡөрьән!

Этимологияһы

Ғәрәп теле фәнендә Аллаһ һүҙе әл-Илаһ тигәндән килеп сыҡҡан тип һанайҙӘр, йәғни яңғыҙлыҡ исем артикле әл менән илаһ (إلٰهٌ ilah) ҡушылыуҙан барлыҡҡа килгән. Ул йәһүд телендәге Элоһим, арамейса Элаһ, сүриәсә Алаһ һәм аккадса Эл тигән һүҙҙәр менән тамырҙаш[1].

Шул уҡ ваҡытта мосолман ғөләмәләренең ҡайһы берҙәре «Аллаһ» — яңғыҙлыҡ исем, бер ниндәй семантик тамыры юҡ тип һанай (ғәйре мүштәҡ)[2].

«Аллаһ» һүҙе мосолмандарҙың барлыҡ дини китаптарында, политеизмды кире ҡағыуҙың бер дәлиле булараҡ, һәр саҡ берлектә ҡулланыла.

Аллаһ бер, Мөхәммәт ﷺ уның Рәсүле тип шәһәҙәт әйтеп, Ислам ҡабул итәләр.

Аллаһы тәғәләнең күркәм исемдәре
Исем Мәғәнәһе
АллаһАллаһ
Әр-РәхманШәфҡәтле
Әр-РахимРәхимле
Әл-МәликБатшаларҙың Батшаһы, Хөкөмдәр
Әл-ҠуддүсИзге, Кәмселекһеҙ
Әс-СәләмЙыһанды яратыусы
Әл-МүъминЫшаныслы, һәр төрлө бәләләрҙән Һаҡлаусы
Әл-МүһәйминҺаҡлаусы, йән эйәләренең яҙмышын билдәләүсе
Әл-ҒәзизБөйөк, Ҡөҙрәтле, еңелмәҫ
Әл-ЖәббәрҠөҙрәтле, Буйһондороусы
Әл-МүтәкәббирҒорур, Олуғтарҙың Олуғы, Бөйөктәрҙең Бөйөгө
Әл-ХалиҡҮҙе яратҡан йән эйәләренең яҙмышын Билдәләүсе
Әл-БәриҮҙ ҡөҙрәте менән Булдырыусы
әл-МүсаууирЯралтыусы, Бар итеүсе
Әл-ҒәффәрКисереүсе, берҙән-бер Ярлыҡаусы
Әл-КәһһәрБарыһынан өҫтөн
Әл-ВаһһабБүләк итеүсе
Әр-РаззаҡТуйындырыусы
Әл-ФәттахАсыусы
Әл-ҒалимҒалимдарҙың Ғалимы
Әл-ҠәбидКәметеүсе
Әл-БәситҘурайтыусы
Әл-ХафиҙТүбәнәйтеүсе
Әр-РафиКүтәреүсе, Ҙурлаусы
Әл-МүғиҙКөсәйтеүсе
Әл-МүҙиллКөсһөҙләндереүсе
Әс-СәмиғүБарыһын да Ишетеүсе
Әл-БәсирБарыһын ла Күреүсе
Әл-ХәкәмХөкөмдар
Әл-ҒәҙелҒәҙелдәрҙән Ғәҙел
Әл-ЛатифҮтә күреүсе, Алдан Белеүсе
Әл-ХәбирХәбәрҙар
Әл-ХәлимТыныс
Әл-ҒәҙимБөйөктәрҙең Бөйөгө
Әл-ҒәфурҒәфү итеүсе
Аш-ШәкүрШөкөр итеүсе
Әл-ҒәлийОлуғтарҙың Олуғы
Әл-КәбирБөйөк
Әл-ХафиҙҮҙе яралтҡандарҙың Һаҡсыһы
Әл-МүҡитЯрҙам итеүсе, ҡурсыусы
Әл-ХәсибҺәр нәмәне Иҫәпкә алыусы
Әл-ЖәлилХаҡ олуғлыҡ Эйәһе
Әл-КәримОло йомартлык Эйәһе
Әр-РаҡибКүҙәтеүсе
Әл-МүжибИзге теләктәрҙе Ҡабул ҡылыусы
Әл-ҮәсиғКиңлек Эйәһе
Әл-ХакимЗирәктәрҙең Зирәге
Әл-ҮәдудҮҙ ҡолдарын яратыусы
Әл-МәжидШөһрәтле
Әл-БәисТергеҙеүсе
Аш-ШаһидШаһит
Әл-ХаҡХаҡиҡи
Әл-ВәкилҮҙенә Һыйындырыусы
Әл-ҠауийКөслөләрҙең Көслөһө, еңеүсе
Әл-МәтинҠөҙрәтле, Ул башҡаларҙың ярҙамына мохтаж түгел
Әл-ХәмидМаҡтауҙарға лайыҡ, Данлыҡлы
Әл-МүхсыйХисап ҡылыусы, һәр нәмәнән Хәбәрҙар
Әл-МүбдийБашлаусы, Яралтыусы.
Әл-МүғыйдҠайтарыусы
Әл-МухйиТерелтеүсе
Әл-МүмийтҮлтереүсе, үлем менән Сикләүсе
Әл-ХәйиМәңге тере, Йәшәйешенең башы ла, аҙағы ла юҡ
Әл-ҠәйүмХаҡиҡый, Бойондороҡһоҙ, мохтажлыҡ Кисермәүсе
Әл-ҮәжидБай, Ул бар иткән һәр нәмә хаҡиҡый һәм камил
Әл-МәжидМәрхәмәтле, Уның бөйөклөгө лә гүзәл
Әл-ҮәхидБерҙән-бер
Әс-СәмәдТотороҡло, Мәңгелек,Уның бер нәмәгә лә ихтыяжы юҡ
Әл-ҠадирҠөҙрәтлеләрҙең Ҡөҙрәтлеһе
Әл-МүҡтәдирҠөҙрәтле, Үҙ ҡолдарына Мәрхәмәтле
Әл-МүҡәддимАлға сығарыусы
Әл-МүаххирБулырға тейешле ваҡиғаларҙы ахырға ҡалдырыусы
Әл-ӘүүәлБарыһынан Әүәлге
Әл-ӘхирАхырғы, Ул — мәңгелек, Уның йәшәйешенең сиге юҡ
Аз-ҘаһирАсыҡтан-асыҡ, Бар нәмәнән өҫтөн
Әл-БәтинЙәшерен, асыҡ һәм йәшерен нәмәләрҙе Белеүсе
Әл-ҮәлиХәким, бар йән эйәләре менән Идара итеүсе
Әл-МүтәғәлиБөйөктәрҙең Бөйөгө
Әл-БәррМәрхәмәтле, мәрхәмәт һәм шәфҡәт Күрһәтеүсе
Ат-ТәүүәбТәүбәне ҡабул ҡылыусы, Ярлыҡаусы, Тәүбә иттереүсе
Әл-МүнтаҡимГонаһлыларға яза Билгеләүсе
Әл-ҒәфүуҒәфү Итеүсе
Әр-РәуфМәрхәмәтле, тәүбәләрҙе Ҡабул ҡылыусы
Мәлик Әл-МүлкКүктәр һәм ер Батшаһы, Теләгәнен ҡылыусы
Ҙүл-жәләәли үәл-икраамБөйөклөк, камиллыҡ, хөрмәт Эйәһе
Әл-МүҡситِҒәҙел, камил тәртиптәр Урынлаштырыусы
Әл-ЖәмиғЙыйыусы,Туплаусы
Әл-ҒәнийБайлыҡ Эйәһе, Уның бер нәмәгә лә мохтажлығы юҡ
Әл-МәниғҠаршы сығыусы, тотҡарлаусы тимәктер
Әд-ДаррҺынауҙар ебәреүсе, Мәрхәмәт итеүсе, бәрәкәт Килтереүсе
Ән-НәфиғШәфҡәт Күрһәтеүсе
Ән-НурНур индереүсе, Яҡтыртыуы
Әл-ҺәҙиТура юлға күндереүсе
Әл-БәдиғЗирәк, Уға тиңдәр юҡ
Әл-БаҡыйУл — Мәңгелек
Әл-УариҫБар йыһан Уның ҡулында, Ул — уның Уариҫы
Әр-РәшидТура юлға күндереүсе
Әс-СабурСабыр, Уның түҙемлелеге һәм сабырлығы сикһеҙ

Аллаһы Тәғәләнең күркәм исемдәре

Ислам традицияһында Аллаһы Тәғәләнең атрибут исемдәре бар тип һанала. Бөтә был исемдәр Аллаһы тәғәләнең Үҙе яралтҡан донъяла белдерелгән сифаттарын һүрәтләй.

« Аллаһының гүзәл исемдәре бар. Шулар менән Уға доға ҡылығыҙ, Уның исемдәрен боҙоусыларҙы ҡалдырығыҙ. Улар эшләгән эштәренең язаһын алыр!
Әл-Әғрәф 7:180
»

Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ бер хәҙисендә: «Аллаһы Тәғәләнең 99 күркәм исем сифаттары бар, шул исемдәрҙе әйтеп доға ҡылығыҙ, ул исемдәр араһында шундай исем йәшерелгән, әгәр бәндә уны зекер итеп доға ҡылһа, теләге һис шикһеҙ ҡабул булыр», — тип әйтелә. Был исемдәр Исми Әғҙам доғаһында килтерелә [3]

Ислам дине

Аллаһы Тәғәләнең барлығын, берлеген танып, Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе ﷺ уның Рәсүле ﷺ тип таныусылар - мосолмандар. Улар Ислам диненең дөрөҫлөгөнә инана.

Ислам (ғәрәпсә الإسلام — Аллаһы тәғәләгә инаныу, тоғролоҡ. Ул донъя диндәре һанында; донъялағы киң таралған ибраһими диндәрҙең береһе[4]; Мөхәммәт Пәйғәмбәр тарафынан нигеҙләнгән дин[5]; Ислам дине Мөхәммәт Пәйғәмбәргә (570—632) иңгән Ҡөрьән китабы аша ҡанунлаштырылған [6]. Аллаһы Тәғәләнең, Пәйғәмбәре Мөхәммәт ﷺ аша кешеләргә ебәргән һуңғы илаһи дине. Аллаһы тәғәлә Мөхәммәт Пәйғәмбәр ﷺ аша кешеләргә Ҡөрьәнде иңдергән.

Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә

Исламдың дин ғилеме Аҡыдаға ярашлы, Ҡөрьән — Аллаһы Тәғәләнең Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ﷺ Ябраил фәрештә аша туранан-тура мөрәжәғәт итеүе. Ҡөрьән Ислам диненең нигеҙен тәшкил итә. Һәм мосолмандар уны — Аллаһы Тәғәлә һүҙе тип ҡабул итә. Иман —иғтиҡад тейешле ғәмәлдәр, кешеләр өсөн кәрәкле өгөт-нәсихәттәр Ҡөрьән-Шәрифтә әйтелә.[7]. Мөхәммәт Пәйғәмбәргә ﷺ иңгән «Аллаһының изге һүҙе» Ҡөрьән китабының нигеҙен тәшкил итә. Был китап 114 сүрәнән, һәр сүрә төрлө күләмле аяттарҙан тора.

Был һүҙҙең ғәрәп телендә яҙылышы: 1. әлиф 2. хәмзә вәсил 3. ләм 4.ләм 5. шәддә 6. юлдан өҫкө әлиф 7. һа (ғәрәп алфавитында 26-сы хәреф)
« Бисмилләһир-рахманир-рахим

1. Әйт: «Ул — бер яңғыҙ булыусы Аллаһ,

2. Аллаһ -мәңгелек,

3. Ул тыуҙырманы һәм тыуҙырылманы,

4. һәм бер кем дә Уға тиңдәш булманы!»

Әл-Ихлас 112:1—4
»

.

Ислам дине — ул Аллаһы Тәғәләгә генә табыныу һәм Уға тиңдәш - ширк тотмау. Аллаһы Тәғәләгә тиңдәш тотмау, тимәк, Унан башҡа бер кемде лә илаһ тип танымау тигәнде аңлата. Мосолман кешеһе тик Аллаһы тәғәләгә генә ғибәҙәт ҡылырға тейеш. Ғибәҙәт ҡылыу, тимәк, Аллаһы Тәғәләнең ҡушҡан әмерҙәренә буйһоноп, Ул тыйған нәмәләрҙән тыйылыу һәм Аллаһы Тәғәлә ҡушҡандарын үтәү тигәнде аңлата.[7]. Аллаһ тигән һүҙҙең шундай бер үҙенсәлеге бар: Аллаһ менән берәү ҙә Уны уртаҡлаша алмай, Аллаһы тәғәләнән башҡаға был исемдең бер кемгә лә бирелеүе мөмкин түгел. Шуның өсөн дә Ҡөрьән Кәрим Уның исеме менән башлана. Мосолман бары тик Уға ғына ғибәҙәт ҡылырға һәм Унан ғына ярҙам һорарға, Уның ғына ризалығын алыр өсөн тырышырға тейеш.

Аллаһы тәғәләнең бер исеме Әл-Ҡәһәр Был һүҙ "ҡәһәр һуҡһын, ҡәһәр төшкөрө" кеүек ғибәрәләр рәүешендә телебеҙгә инеп ҡалған. Юҡ итеүсе, һәләк итеүсе тигәнде аңлата. Аллаһ теләгән ваҡытта яралтҡандарын шул уҡ ваҡытта юҡ итә лә ала. Теләһә, тәүбә итмәгән гонаһтарҙы ла юҡ итә ала. Тарихтың төрлө дәүерҙәрендә йәшәгән төрлө-төрлө милләттәр тураһында ла мәғлүмәттәр бар. Әгәр Аллаһ был сифатын йыш ҡулланһа, ер йөҙөндә бик аҙ кеше ҡалыр ине. Ләкин Ул Рахим исеме менән мәрхәмәт итә. Аллаһ Ғәҙел, Уның хөкөмө ғәҙел. Кешеләр ҙә ғәҙеллек менән хөкөм итерҙәр, ләкин төрлө сәбәптәр арҡаһында һәр ваҡыт ғәҙеллекте тәьмин итә алмаҫтар. Аллаһы Тәғәлә иһә һәр ваҡыт ғәҙел, тоғро хөкөм итә.

Һәр кеше ҡылғанына ҡарап йә ожмах йәннәт менән бүләкләнер, йә гонаһтары өсөн тамуҡҡа (йәһәннәмгә) эләгер. Аллаһы Тәғәлә Рәхимле, гонаһлыларға, залимдарға, юлдан яҙыусыларға яза бирергә ашыҡмаҫ, гонаһтарын төҙәтергә ваҡыт бирер [7].

Аллаһы Тәғәлә яралтҡан мөғжизәләрҙең береһе - ул Ҡөрьән Кәрим[7].

Аллаһ Тәғәләнең атрибуттар бар. Мәҫәлән, Ҡөрьәндәң һәм хәҙистәрҙән килде Аллаһтың ике Ҡул бар (48 сүрәһе, 10 аят).

Дин дәресенән

Беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа торған кеше ҡулы менән яһалған һәр нәмәнең үҙ оҫтаһы - авторы бар.

Шуның шикелле, ер, ерҙәге үләндәр, урмандар, тауҙар, диңгеҙҙәр, йылғалар, күлдәр, шишмәләр, күк, күктәге ҡояш, ай вә йондоҙҙар ҙа үҙлектәренән генә булмағандар.

Ерҙәге инсандар, хайуандар, ҡош-ҡорттар ҙа үҙ-үҙҙәренән генә барлыҡҡа килмәгәндәр. Уларҙы ла яһаусы, икенсе төрлө әйтһәк, яралтыусы бар. Ул — Аллаһы тәғәләлер.

Аллаһы тәғәлә бер: Уға оҡшаш, Уға тиң һис бер нәмә, һис бер кем юҡ. Ул һәр нәмәнән олуғ, һәр нәмәнән өҫтөн. Ул һәр ваҡыт булған, һәр ваҡыт бар, һәр ваҡыт буласаҡ. Уға һис бер ваҡыт бөтөү юҡ.

Ул һәр нәмәне белә, һәр нәмәне күрә. Ул бығаса булған нәмәләрҙе лә, булып торган нәмәләрҙе лә, буласаҡ нәмәләрҙе лә белә. Уға йәшерен һис бер нәмә юҡ. Бәндәләрҙең күңелдәрендәге серҙәргә хәтле уға йәшерен түгел, билдәле.

Аллаһы тәғәләнең һәр нәмәгә көсө етә. Ул ни теләһә, шул була. Уның ҡөҙрәтенән килмәгән бер нәмә лә юҡ. Уның ҡөҙрәтенең ни дәрәжәлә киң булыуын белеү өсөн ошо донъяны иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ул бит уны юҡтан бар ҡылған. Уның бөтөүен теләһә, ул шунда уҡ бөтәсәк тә.

Аллаһы тәғәлә бәндәләренә ғәйәт дәрәжәлә мәрхәмәтле. Уның рәхмәтенең иге-сиге юҡ.

Уның рәхмәтенең ни дәрәжәлә киң булыуын белеү өсөн ошо беҙгә биргән ниғмәттәрен иҫкә төшөрөү ҙә етә. Ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ул беҙҙең файҙабыҙ өсөн яратҡан, шуларҙан файҙаланырға беҙгә ирек ҡуйған.

Аллаһы тәғәләнең рәхмәте бик киң булған кеүек, хөкөмө лә бик тоғро, бик ғәҙел: ул үҙенең ниғмәттәренә шөкөрана ҡылып, тәғәт вә ғибәҙәт ҡылған, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөгән кешеләргә киләсәктә лә, әхирәт көнөндә лә сикһеҙ ниғмәттәр бирәсәк.

Ләкин ниғмәттәренә шөкөрана ҡылмаған, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөмәгән кешеләргә әхирәттә ғазап та бирәсәк. Ул тоғро хөкөмө, ғәҙеллеге собәпле шулай итә.

Шулай булғас, Аллаһы тәғәләнең донъяла беҙгә биргән ниғмәттәренә шөкөрана ҡылып, дин һәм шәриғәт ҡушҡанса йөрөп, әхирәттә лә рәхәтлеккә, йәннәт нигмәттәренә ирешергә тырышырға тейеш. Аллаһы тәғәләнең беҙгә биргән олуғ ниғмәттәрен онотоп, уға шөкөрана ҡылмайынса, дин вә шәриғәт ҡушҡанса йөрөмәйенсә, әхирәт көндә бәхетһеҙлеккә осрауҙан, йәһәннәм ғазабына дусар булыуҙан һаҡланырға кәрәк[8]

Әҙәбиәт

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Бикбулат С. Дин дәрестәре: Ғәрәп яҙмаһындағы татарса текстан тәрж. — Өфө: Китап, 1996. — 80 бит. JSBN 5-295-01833-4
  • Был биттең сығанағы:

Иҫкәрмәләр

  1. Allah // Columbia Encyclopedia (инг.)баш.
  2. Батыр Р., 2007
  3. АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ 99 ГҮЗӘЛ ИСЕМДӘРЕ (ДОҒА-И ИСМИ ӘҒҘАМ).
  4. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  5. Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)
  6. Русско-башкирской словарь по этике (Уразбаева З. Г. 2009)
  7. Ислам: ЭС, 1991, с. 19
  8. Бикбулат С. Дин дәрестәре: Ғәрәп яҙмаһындағы татарса текстан тәрж. — Өфө: Китап, 1996. — 80 бит. JSBN 5-295-01833-4
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.