Алабуға
Алабуға (лат. Perca, рус. Окунь) — бәләкәй йылға балығы; сәнеске ҡанатлылар төркөмөнә ингән йәшкелт ала тәнле, ҡыҙыл ҡанатлы, һырты сәнескеле йыртҡыс балыҡ. [1]
Алабуға | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Тәүҙәге ареал Киңәйтелгән ареал
| |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Алабуға тураһында легенда
Алабуға төрки халыҡтарҙа тотем балыҡ, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла аласыбар үгеҙ йәки һыйыр. Башҡорттарҙың ырыу- ҡабилә этнонимында ла осрай. Аласыбар — Аҡбуҙат менән бергә һыу төбөнән сыҡҡан мал төҫө. Легендаларға ҡарағанда, Һәүбән артына боролоп ҡарағас, кире һыуға төшөп китеүсе, һәм унда балыҡҡа әүерелеүсе малдарҙың бер төпкөмө кире балыҡҡа әүерелә.
Һынамыштар
Яҙ көнө балыҡ тотҡанда алабуға менән юрыш күберәк тотолһа, бойҙай, арпа, арыш уңыр.
Иҫкәрмәләр
- Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.