Айыу (Минзәлә районы)
Айыу (татар. Аю, рус. Аю, Медведево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Минзәлә районы ауылы.
Айыу | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Аюское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Аюское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423720 |
География
Ауыл Боростан йылғаһы буйында, Минзәлә ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
Ауылға байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1725 йылдан билдәле. Ауыл Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫке Мәлкен улусы составына керә.
Ауыл кешеләре 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында әүҙем ҡатнаша[2].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Минзәлә районы, 1944 йылдан — Матвеево районы, 1954 йылдан — йәнә Минзәлә районы составында була[2].
Халҡы
XX быуат башында башҡорттарҙан тыш ауылда типтәрҙәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре теркәлгән.
1859 | 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
334 | 371 | 529 | 700 | 708 | 632 | 593 | 647 | 779 | 662 | 452 | 455 |
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- Татарская энциклопедия.