Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге (ингл. Asia-Pacific Economic Cooperation, APEC) — региональ сауҙа һәм капитал һалыуҙарҙы еңеләйтеү һәм либералләштереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн Азия-Тымыҡ океан төбәгенең 21 экономикаһы форумы. Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең маҡсаты — иҡтисади үҫеште арттырыу һәм төбәк илдәре берләшмәһен нығытыу.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге
Asia-Pacific Economic Cooperation

ағзалар
Ағза

21 экономика

Штаб-фатир

Сингапур Сингапур

Ойошма төрө

Иҡтисади форум

Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Нигеҙләү

1989, Австралия Канберра

Бөтөрөлгән
-
Сайт

www.apec.org

 Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге Викимилектә

Ҡатнашыусы иҡтисадтарҙа донъя халҡының яҡынса 40 % йәшәй, уларға 54 % тиерлек Эске тулайым продукт һәм донъя сауҙаһының 44 % тура килә[1].

Тарих

Форум 1989 йылда Канберра ҡалаһында Австралия һәм Яңы Зеландия премьер-министрҙары тәҡдиме менән барлыҡҡа килә.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге ниндәйҙә булһа ойошма структураһыҙ йәғни ҙур бюрократик аппаратһыҙ ирекле кәңәш йыйыны булараҡ ойошторола. Сингапурҙа урынлашҡан ойошманың Секретариатында ҡатнашыусы экономикаларҙың вәкилдәренән 23 илсе, һәм тағы ла урындағы хеҙмәткәрҙәр эшләй.

Башта министрҙар кимәлендәге йыл һайын уҙғарылған кәңәшмәләр Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең юғары органы була. 1993 йылдан ҡатнашыусы экономикаларҙың лидерҙарының осрашыуҙары ойоштороу эшмәкәрлегенең төп төрө булып китә. Был саммиттарҙа йыл эсендәге форум эшмәкәрлегенең дөйөм һығымтаһын барлаусы һәм артабанғы эшмәкәрлектең перспективаларын билдәләүсе декларациялар ҡабул ителә. Шулай уҡ ҙур аралыҡ менән тышҡы эштәр һәм иҡтисад министрҙары сессиялары уҙғарыла.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге төп органдары: консультацион эш советы, эксперттарҙың өс комитеты (сауҙа һәм инвестициялар буйынса комитет, иҡтисади комитет, административ-бюджет комитеты) һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары буйынса 11 эш төркөмө.

Ағзалары

     хәҙерге экономикалар      кандидат экономикалар
Ҡатнашыусы экономикалар Инеү датаһы
АвстралияАвстралия 1989
Америка Ҡушма ШтаттарыАҠШ 1989
БрунейБруней 1989
ИндонезияИндонезия 1989
КанадаКанада 1989
Корея республикаһыКорея Республикаһы 1989
МалайзияМалайзия 1989
СингапурСингапур 1989
ТаиландТаиланд 1989
ФилиппинФилиппин 1989
Яңы ЗеландияЯңы Зеландия 1989
ЯпонияЯпония 1989
ГонконгГонконг, Ҡытай[2] 1991
Ҡытай РеспубликаһыҠытай Тайбэйы[3] 1991
Ҡытай Халыҡ РеспубликаһыҠытай Халыҡ Республикаһы[4] 1991
МексикаМексика 1993
Папуа — Яңы ГвинеяПапуа — Яңы Гвинея 1993
ЧилиЧили 1994
ВьетнамВьетнам 1998
ПеруПеру 1998
Рәсәй ФедерацияһыРәсәй Федерацияһы 1998

Хәҙерге ваҡытта Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә башлыса Тымыҡ океан буйлап яр һыҙығы булған 21 дәүләт инә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы хуплауы менән был халыҡ-ара ойошмаға Тайвань ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегендә ҡатнашыусы илдәр урынына ҡатнашыусы экономикалар термины ҡабул ителгән.

Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә инергә теләк белдергән кандидат-экономикалар: Бангладеш, Камбоджа, Колумбия, Коста-Рика, Макао, Монголия, Лаос, Пакистан, Панама, Һиндостан, Шри-Ланка, Эквадор. Утрауҙағы дәүләт Гуамдың ойошмаға инеү өсөн ғариза биреүенә АҠШ ҡаршы сыҡҡан.

Саммиттар

Сантьяго, Чили, 2004 йыл.
Ханой, Вьетнам, 2006 йыл.
Сидней, Австралия, 2007 йыл.
Пекин, Ҡытай, 2014 йыл.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең осрашыуҙары
Дата Дәүләт Урыны
1-се6—7 ноябрь 1989Австралия АвстралияКанберра
2-се29—31 июль 1990Сингапур СингапурСингапур
3-сө12—14 ноябрь 1991Корея Республикаһы Корея РеспубликаһыСеул
4-се10—11 сентябрь 1992Таиланд ТаиландБангкок
5-се19—20 ноябрь 1993Америка Ҡушма Штаттары АҠШСиэтл
6-сы15—16 ноябрь 1994Индонезия ИндонезияБогор
7-се18—19 ноябрь 1995Япония ЯпонияОсака
8-се24—25 ноябрь 1996Филиппин ФилиппинСубик
9-сы24—25 ноябрь 1997Канада КанадаВанкувер
10-сы17—18 ноябрь 1998Малайзия МалайзияКуала Лумпур
11-се12—13 сентябрь 1999Яңы Зеландия Яңы ЗеландияОкленд
12-се15—16 ноябрь 2000Бруней БрунейБандар-Сери-Бегаван
13-сө20—21 октябрь 2001Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХРШанхай
14-се26—27 октябрь 2002Мексика МексикаЛос Кабос
15-се20—21 октябрь 2003Таиланд ТаиландБангкок
16-сы20—21 ноябрь 2004Чили ЧилиСантьяго
17-се18—19 ноябрь 2005Корея Республикаһы Корея РеспубликаһыПусан
18-се18—19 ноябрь 2006Вьетнам ВьетнамХаной
19-сы8—9 сентябрь 2007Австралия АвстралияСидней
20-се22—23 ноябрь 2008Перу ПеруЛима
21-се14—15 ноябрь 2009Сингапур СингапурСингапур
22-се13—14 ноябрь 2010Япония}Иокогама
23-сө12—13 ноябрь 2011Америка Ҡушма Штаттары АҠШГонолулу
24-се9—10 сентябрь 2012Рәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыВладивосток
25-се5—7 октябрь 2013Индонезия ИндонезияБали
26-сы10—11 ноябрь 2014Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХРПекин
27-се18—19 ноябрь 2015Филиппин ФилиппинМанила
28-се2016Перу ПеруЛима
29-сы2017Вьетнам ВьетнамДа-Нанг

Иҫкәрмәләр

  1. APEC Secretariat website 2008 йыл 18 май архивланған.
  2. Гонконг ойошмаға 1991 йылда, Бөйөк Британияның колонияһы булып, «Гонконг» исеме аҫтында инә. 1997 йылда Гонконг ҠХР-ҙың махсус административ районы булып китә һәм «Гонконг, Ҡытай» атмаһын ҡабул итә.
  3. Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәхәс һөҙөмтәһендә Ҡытай Республикаһы (Тайвань) ойошмаға «Ҡытай Тайбэйы» атамаһы менән ҡабул ителә.
  4. Ҡытай Халыҡ Республикаһы был осраҡта тик континенталь Ҡытайҙың ғына мәнфәғәттәрен сағылдыра, сөнки Гонконг һәм Аомынь айырым экономикалар тип иҫәпләнә.

Әҙәбиәт

 (инг.)

  • Fazzone, Patrick B. (2012). «The Trans-Pacific Partnership—Towards a Free Trade Agreement of Asia Pacific?». Georgetown Journal of International Law 43 (3): 695–743. ISSN 1550-5200.

 (инг.)

  • Patrick Ziltener (2005): „Pazifische Drift – Die APEC zwischen Bi- und Multilateralismus“, in: Blätter für deutsche und internationale Politik, 12, S. 1465-1474 (нем.)

Һылтанмалар

This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.