Адай (Аҡтаныш районы)
Адай[2] (Әҙебай; татар. Адай, рус. Адаево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы ауылы.
Адай | |
Дәүләт |
![]() |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Кузякинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423735 |
География
Ауыл Түбәнге Кама һыуһаҡлағысы буйында, Аҡтаныш ауылынан көнбайышҡа табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала[4]. 1747 йылдан билдәле.
XX быуат башында мәсет, ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ике 4-класлы мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составында була[3].
Халҡы
1816 йылда ауылда 141 мишәр иҫәпләнгән[4].
1795 | 1859 | 1870 | 1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
106 | 341 | 365 | 548 | 751 | 910 | 931 | 985 | 715 | 756 | 629 | 607 | 693 | 577 | 380 | 337 |
Иҫкәрмәләр
- ОКТМО (урыҫ)
- Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 381. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- Татарская энциклопедия.
- Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 233. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.