Автомобиль номеры

Автомобиль номеры (теркәү билдәһе, номер билдәһе) — транспорт сараһының (автомобиль һәм башҡа ҡоро ер транспорт сараларының) шәхси теркәү билдәһе. Ғәҙәттә, был номер бирелгән илдең (йәки территорияның) теркәү номеры һәм хәреф коды яҙылған металл пластинанан ғибәрәт.

Андорраның автомобиль номеры

Тарихы

Фальсификацияны ҡатмарлаштырыусы шрифт

Автомобиль номерҙары ғәҙәттә автомобиль борттарында, машинаның алғы һәм артҡы яғында металл йәки пластмассаның яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы табағында (номер билдәһе) йәки ҡағыҙ нигеҙендә һүрәтләнә һәм транспорт сараһының алғы йәки артҡы быялаһы аҫтында урынлаштырыла. Йыш ҡына автомобиль номеры транспорт сараһы теркәлгән дәүләттең административ берәмеген күрһәтә. Күп кенә дәүләттәрҙә номерҙарҙы үҙәк теркәү учреждениеһы бирә, ә Канада, Австралия, Германия, Пакистан һәм АҠШ-та номерҙарҙы урындағы хакимиәт бирә. Әлеге ваҡытта донъяла номер билдәләренең өс төп өлгөһө бар:

  • 520 × 110 мм (20,5 × 4,3 дюйма) йәки 520 × 120 мм (20,5 × 4,7 дюйма) — Европа стандарты, күпселек Европа илдәрендә, Шулай уҡ Төньяҡ һәм Көньяҡ Кореяла ҡабул ителгән.
  • 12 × 6 дюйм (304,8 × 152,4 мм) йәки 12 × 6,3 дюйм (304,8 × 160 мм) — Америка стандарты, АҠШ-та, Үҙәк һәм Көньяҡ Америка илдәрендә, Урта диңгеҙ илдәрендә ҡабул ителгән.
  • 372 × 135 мм (14,6 × 5,3 дюйм) — Австралия һәм Океания илдәре.

Донъяның 25 иле номер билдәләренең үҙ милли стандартына эйә булып ҡала, әммә яйлап бөтә донъя стандарттарына күсә.

АҠШ-та һәр штат үҙенең номер билдәләрен бирә. Нью-Йорк штаты 1901 йылда номер билдәләрен индерә. Башта нормалаштырылған номер билдәләре булмай, һәм машинаның һәр хужаһы уларҙы үҙе эшләргә бурыслы була.

Британия номер билдәләренең схемаһы: илдең коды «UK» һулда урынлашҡан, тәүге дүрт символ төбәк коды һәм йылына ике тапҡыр, март һәм сентябрь айҙарында, хеҙмәт итеү ваҡыты идентификаторы булып тора, ә ҡалған өс символ латин алфавиты хәрефтәренең осраҡлы комбинацияһы булып тора
Европа берлегендә һәм ҡайһы бер илдәрҙә дәүләт һәм биләмәләрҙең кодтары һулда йәки улар өсөн махсус бүленгән һыҙаттарҙа уңда тора. Европа берлеге илдәрендә номерҙарҙа Европа берлеге флагы һәм уның аҫтында ил коды (Австрия А коды менән күрһәтелгән) төшөрөлгән. Европаның башҡа илдәрендә милли флагтар менән һыҙаттар булыуы мөмкин (Норвегия, N, һәм Төркиә, TR). Һыҙаттың төҫө шулай уҡ айырыла ала (мәҫәлән, Белоруссияла башҡа тамға төҫөндәге аҡ һыҙат). Был код урынлашҡан бөтә варианттар Юл хәрәкәте тураһындағы Вена конвенцияһына тап килә.
Номер билдәһендә ил йәки территория коды булмағанда автомобилдең артына ил коды менән овал пластина беркетелә (был осраҡта, Германия)

Теләгән һандар һәм хәрефтәр комбинацияһы менән теркәлеү билдәләре

«Даркнет» һүҙе яҙылған «блатлы номер»

Теләгән һандар һәм хәрефтәр комбинацияһы менән теркәү билдәһе — махсус автомобиль номерының рәсми атамаһы, ул рәсми булмаған рәүештә престижлы, матур, элиталы, блатлы, статуслы һ. б.[1]

2006 йылдың июлендә Йоркширҙа «М1» номеры өсөн 331,5 мең фунт стерлинг түләнә. 2007 йылда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә Талал Хури (Talal Khouri) 25,2 миллион дирһәмгә 5 һанлы номер, ә 2008 йылда 1 миллион дирһәмгә 13 һанлы номер һатып алған. Шунда уҡ 2008 йылда Сәйет Абдул Ғаффар Хури (Saeed Abdul Ghaffar Khouri) 1 һанлы номерҙы 52 миллион 200 мең дирһәмгә һатып алған. 2009 йылда Бөйөк британияла Набиль Бишара (Nabil Bishara) ҡатынына «1 D» номерын 513 меңгә долларға һатып алған.[2]

2017 йылда Швейцарияла «VS-1» номер билдәһе өсөн түләнгән максималь сумма теркәлгән, ул 160 100 швейцар франкы (159 000 евро) тәшкил иткән. Бындай хаҡты Швейцарияның Вале кантонынан автоһәүәҫкәр түләгән. Швейцария кантондары властары күптән инде үҙенсәлекле автомобиль номерҙарын һатыу буйынса аукциондар үткәреүҙе ҡаҙнаға керемдең мөһим сығанағы тип ҡарай, сөнки автоһәүәҫкәрҙәр бындай номерҙар өсөн теләһә ниндәй аҡса түләргә әҙер[3].

Номер билдәләре галереяһы

Һылтанмалар

  1. Яновская, Оксана Козырные номера — не простое украшение… (недоступная ссылка история). Naviny.by (30 июль 2011).
  2. Автомобильный номер «1 D» продан за 513 000 $ на аукционе в Великобритании. autorelease.ru. Дата обращения: 27 март 2009. Архивировано 6 апрель 2009 года.
  3. В Швейцарии продали автомобильный номер за €159 000, Germania.one.(недоступная ссылка) Проверено Февраль 2019.
This article is issued from Wikipedia. The text is licensed under Creative Commons - Attribution - Sharealike. Additional terms may apply for the media files.