«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР)
«Алтын Йондоҙ» миҙалы — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған кешеләрҙең айырма билдәһе. 1939 йылда булдырыла. Миҙал менән бер үк ваҡытта СССР-ҙың юғары ордены — Ленин ордены — тапшырыла.
«Алтын Йондоҙ» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 август 1939 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы |
Һаны | 12 776 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Советтар Союзы Геройҙары |
«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) Викимилектә |
Булдырыу тарихы
Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандарға махсус миҙал булдырыу идеяһын ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының секретары И. В. Сталин тәҡдим итә. СССР-ҙың түшкә тағыла торған знагының варианттарын әҙерләүҙе И. В.Сталин совет архитекторы М. И. Мержановҡа йөкмәтә; формаһы буйынса иң ҡулайлыһы булып Сталиндың күҙ алдына алтын йондоҙ формаһы килә. Һөҙөмтәлә Мержанов бер нисә вариант эшләй, әммә Сталин тәҡдим иткән вариант композицияның нигеҙе булып ҡала. Варианттар араһында түңәрәк лавр тажы эсендәге йондоҙ, Кремль диуары фрагментындағы йондоҙ һәм үҙәктә — Мавзолей варианттары була. Советтар Союзы Геройы лётчик Михаил Громовтың кәңәше буйынса Мержанов тағы ла бер тапҡыр йондоҙ һыҙмаһын эшләп ҡарай, һыҙма башҡаларға ҡарағанда Сталин күҙаллаған награданың тышҡы күренешенә тап килә. Нәҡ ошо һыҙманы Сталин һайлап ала. Награданың проектын аҙағына тиклем еткереү Госзнактың баш рәссамы И. Дубасовҡа йөкмәтелә.
Миҙал СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 1 авгусындағы «Советтар Союзы Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында» указына ярашлы юғары дәрәжәләге отличиеға — «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡлы граждандар өсөн булдырыла.[1]. Башта Указға ярашлы миҙалдың атамаһы ла «Советтар Союзы Геройы» була, ул миҙалдың алғы яғында яҙыла, әммә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге указына ярашлы 1 августағы Указдың 2-4 статьяларына үҙгәрештәр индерелә; артабан миҙал «Алтын Йондоҙ» миҙалы тип исемләнә башлай.
1939 йылдың 4 ноябрендә 1-се һанлы миҙал, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә 1934 йылда уҡ лайыҡ булған, лётчик А. В. Ляпидевскийға тапшырыла.
Миҙалдың тасуирламаһы
Миҙалдың тасуирламаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге Указында раҫлана. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән 1939 йылдың 16 октябрендәге Указына үҙгәрештәр индерелә. Указда түбәндәгеләр яҙыла:
|
Миҙал 950 пробалы алтындан алғы яғында ике шыма ҡырлы сатҡылы биш осло йондоҙ формаһында эшләнгән[2]. Йондоҙҙоң үҙәгенән нурҙың түбәһенә тиклем — 15 мм. Ҡаршылаш ятҡан йондоҙ оастарының араһы — 28,5 мм. Миҙалдың ҡалыбы көмөштән эшләнгән. 1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата миҙалда алтындың күләме — 20,521±0,903 грамм, көмөш күләме — 12,186±0,927 грамм. Миҙалдың ҡалыпһыҙ ауырлығы: 21,5 грамм. Миҙалдың дөйөм ауырлығы: 34,264±1,5 грамм.
1939 йылдың 1 авгусындағы указына ярашлы «СС геройы» («Советтар Союзы Геройы») тигән яҙыу ҡаралған була, әммә 16 октябрҙәге указға ярашлы, сәйәси хәлдәр менән бәйле, миҙалдың артҡы яғындағы яҙыу «СССР Геройы» («Советтар Союзы Геройы») тип үҙгәртелә («СС» һүҙҙәр бәйләнеше СС нацист отрядтары менән ассоциациялашҡанға күрә)[3]
Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм сыңға менән алтын ялатылған беркетелә; миҙалдың ҡалыбы 15 мм бейеклектәге һәм 19,5 мм киңлектәге көмөш тура мөйөшлө пластинанан ғибәрәт, уның өҫкө һәм аҫтағы өлөштәрендә рамкалар бар. Ҡалыптың төбө буйлап үтәләй тишектәр эшләнгән, уның эске өлөшө 20 мм киңлектәге ҡыҙыл төҫлө ебәк муар таҫма менән ҡаймаланған. Ҡалыптың артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн гайкалы һырлы штифт бар. Ҡалыптың ауырлығы яҡынса 13 грамм.
«Алтын Йондоҙ» миҙалды әҙерләү буйынса бер нисә вариант билдәле:
- Ике арала быуынһыҙ 15×25 мм размерлы тура мөйөшлө ҡалып. Миҙал ҡалыпҡа ҡаты тоташтырғыс элмәктәр аша беркетелә. 1943 йылдың октябренә тиклем тапшырыла.
- 15×19,5 мм размерлы ҡалып ике аралағы тоташтырғыс быуын менән.
- Реверсында II рим цифраһы һәм номеры. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Реверсында III рим цифраһы һәм номеры. Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Реверсында IV рим цифраһы һәм номеры. Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Кисерерлек сәбәптәр арҡаһында миҙалды юғалтыу осрағы буйынса (һуғыш ваҡытында) реверсында Д хәрефле һәм юғалтылған награданың элекке номеры менән дубликат тапшырылған.
Бүләкләү статистикаһы
- Бөйөк Ватан һуғышы башланыу ваҡытына, 1941 йылдың 22 июненә ҡарата, «Алтын Йондоҙ» миҙалына 626 кеше лайыҡ булған. Һуғыш йылдарында 11144 кеше миҙал менән бүләкләнә. Бүләкләү тарихында барыһы 12776 кешегә миҙал тапшырыла, шул иҫәптән Корея һуғышында ҡатнашыусылар (1950—1953 йылдар) — 22 кеше, Афғанстан (1979—1989 йылдар) һуғышы өсөн — 86 кеше бүләкләнгән.
- Ике тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалына 154 кеше лайыҡ була, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары өсөн — 11 кеше. Һуғыштан һуңғы осорҙа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме башлыса космонавтарға бирелә.
- Өс тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалына ике лётчик лайыҡ була — авиация маршалдары И. Н. Кожедуб һәм А. И. Покрышкин, шулай уҡ Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный.
- Дүрт тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән Советтар Союзы Маршалы Г. К.Жуков һәм КПСС-тың Үҙәк Комитетының Генераль секретары, Советтар Союзы Маршалы Л. И.Брежнев лайыҡ булалар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (Рәсәй Федерацияһы)
- «Алтын Йондоҙ» ордены —Украиналағы «Алтын Йондоҙ» миҙалының аналогы.
- Беларусь Геройы миҙалы
Иҫкәрмәләр
- Ведомости Верховного Совета СССР, 1939, № 28; № 35
- Ордена и медали СССР 2009 йыл 1 февраль архивланған.
- Станислав Сергеев. Гори, гори, моя звезда! Газета «Известия» (16 октябрь 2006). Дата обращения: 2012-2-14. Архивировано 2 июнь 2012 года.
Әҙәбиәт
- Изотова М. А., Царёва Т. Б. Глава 5. Советская наградная система // Ордена и медали России и СССР / редакторы к.и.н. Хомутова Е., Рублёв С.. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 395. — ISBN 978-5-9567-0960-3.
- Ҡалып:Книга: Медали СССР
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 15—18, 55.